Рафаэль Надаль: испан тенниссыһы

Рафаэль Надаль Парера (исп.

Rafael Nadal Parera, 3 июнь 1986 йыл, Манакор, Испания) — испан тенниссыһы, яңғыҙ разрядта алдынғы ракетка.

Рафаэль Надаль
кат. Rafael Nadal i Parera
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[…]
Гражданлыҡ Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары Испания[…]
Спортта ил өсөн сығыш яһай Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары Испания
Тыуған ваҡыттағы исеме кат. Rafael Nadal i Parera
Ҡушамат Rafa, Stier aus Manacor һәм taureau de Manacor
Тыуған көнө 3 июнь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[…] (37 йәш)
Тыуған урыны Манакор[d], Мальорка[d], Балеарские острова[d], Испания
Атаһы Sebastià Nadal[d]
Әсәһе Aina María Parera[d]
Бер туғандары María Isabel Nadal[d]
Хәләл ефете María Francisca Perelló[d]
Әһәмиәтле кеше Роджер Федерер[d] һәм Новак Джокович[d]
Туған тел Испан теле
Һөнәр төрө теннисист, модель
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2023
Спорт командаһы ағзаһы Сборная Испании по теннису в Кубке Дэвиса[d]
Масса 85 килограмм
Сәләмәтлек торошо коронавирусная инфекция COVID-19[d]
Спорт төрө теннис
Спорт дисциплинаһы одиночный разряд[d] һәм парный разряд[d]
Спорт рейтингы 1, 26, 145 һәм 1
Одиночные матчи (в/п) 1070–221
Парные матчи (в/п) 138–76
Рабочая рука праворукость[d]
Играющая рука леворукость[d] һәм двуручный бекхенд[d]
Ҡатнашыусы Теннис на летних Олимпийских играх 2004[d], Теннис на летних Олимпийских играх 2008[d], теннис на летних Олимпийских играх 2016[d], Теннис на летних Олимпийских играх 2008 — мужской одиночный турнир[d], Теннис на летних Олимпийских играх 2016 — мужской парный турнир[d], 2004 Davis Cup[d], Кубок Дэвиса 2005[d], Кубок Дэвиса 2006[d], Кубок Дэвиса 2008[d], Кубок Дэвиса 2009[d], Кубок Дэвиса 2011[d], Кубок Дэвиса 2013[d], Кубок Дэвиса 2015[d], Кубок Дэвиса 2016[d] һәм Кубок Дэвиса 2018[d]
Баш тренер Тони Надаль[d], Карлос Мойя[d], Франсиско Ройг[d] һәм Марк Лопес[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 185 сантиметр
Рәсми сайт rafaelnadal.com
Победа Открытый чемпионат Франции по теннису[d]
Приз фонды 134 659 704 $
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 15 803 849 һәм 22 400 ± 99
Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары Рафаэль Надаль Викимилектә

Уның иҫәбендә Ҙур шлем турнирындағы яңғыҙ разряд буйынса — 16 еңеү. Шулар эсенән унауһын Франциялағы Асыҡ чемпионатта яулай.

Яңғыҙ разрядта «Алтын шлем» тигән юғары исемгә эйә була (Ҙур шлемдың бөтә турнирҙарында еңеүе һәм бер йылда ғына булмаған олимпия алтынын яулауы).

Бигерәк тә, ер майҙансыҡта уңышлы сығыш яһай. Турнирҙа рекордлы 53 еңеүен ер майҙансыҡта яулай. Шунлыҡтан ул «Ер майҙансыҡ короле» тигән исем ала .

Эксперттар һәм спортсылар уны тарихта ер майҙансыҡта сығыш яһаған иң яҡшы тенниссы тип иҫәпләй.

Асыҡ дәүерҙә бер турнирҙа ундан да кәм булмаған еңеү яулаған берҙән-бер тенниссы була.

Шулай уҡ тарихта кәмендә 10 тапҡыр өс турнирҙа ла еңеү яулаған берҙән-бер тенниссы (Монте-Карло, Барселона һәм Францияның Асыҡ чемпионаты).

Дөйөм мәғлүмәттәр

Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары 
Надаль смэш үтәй

Рафаэльдың атаһы — Себастьян — бизнесмен, страховкалау компанияһы һәм ресторандар хужаһы.

Әсәһе — хужабикә, 2007 йылдан — Надаль Рафаэльдың Фонды президенты. Һеңлеһе — Мария Исабель.

Бала сағынан Рафаэль менән күнекмәләрҙе атаһының ҡустыһы Тони Надаль үткәрә. Рафаэль үҙе теннисҡа һөйөүҙе Тони уға өс йәштә уятты тип һөйләй.

Икенсе ағаһы Мигель Анхель Надаль профессиональ кимәлдә «Мальорка» и «Барселона» өсөн сығыштар яһап, футболда уйнай. Надаль «Майорка» һәм «Реал Мадрид» командаларының көйәрмәне.

Ул оҙаҡ ваҡыт испан ҡыҙы Перелья Хиска менән дуҫлашып йөрөй (тулы исеме — Мария Франсиска Перелья Паскуаль) була. Ул Майоркалағы Пальмала 1988 йылда тыуа. Улар Рафаэлдың һеңлеһе Элиса аша танышалар. 2005 йылдың декабрь айынан улар осраша башлай.

Электән көнәркәше һәм коллегаһы булған Роджер Федерер менән дуҫ булалар.

  • Кейеме — Nike Crew Rafa
  • Аяҡ кейеме— Nike Lunar Ballistec 1.5
  • Ракеткаһы — Babolat PLAY Drive AeroPro
  • Ҡылы — Babolat Blast RPM 15
    Уйын стиле

Тур тарихында Надальды иң сыҙамлы һәм атлетиклы тенниссы тип һанайҙар. Ғәҙәттә, Надаль баҫҡынсыл уйнай, өҫтән өйрөлтөп көслө һуғыуҙар ҡуллана.

Атлетиклығы һәм тиҙлеге менән билдәле булараҡ, Надаль һаҡлауҙа ла яҡшы уйнай. Йыш ҡына һаҡланған сағында өйрөлтөп һуғыуы менән дәғүәселәрҙе ситуацияла алдата.

Ҡайһы ваҡытта ул көслө булмаған өйрөлтөп һуғыуҙар (top-spin) башҡара. Был осраҡта туп майҙансыҡтың иң артҡы һыҙығына барып төшә һәм дәғүәселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.

Надаль форхендты яҡшы башҡара. Уның һул ҡулы һуғыу башҡара һәм һул яурыны аша төшә; был ҡапма-ҡаршы булған яурын аша традицион төшөрөүҙән бер ни тиклем айырыла.

Һуңғы йылдарҙа Надаль селтәр эрәеһендә уйынды байтаҡҡа яҡшырта. Был компоненттағы уйыны төрлөрәк һәм нәтижәлерәк булыуы менән айырыла.

    Шәхси тормошо

Рафаэль ата-әсәһе һәм һеңлеһе Мария Исабель менән тыуған ҡалаһы Манакорҙа биш ҡатлы йортта йәшәй. 2009 йылдың июнь айында испан гәзите La Vanguardia, ә һуңынан The New York Times гәзите, уның ата-әсәһе, Мария һәм Себастьян айырылыштылар, тип хәбәр итә.

Дин тураһында һорауҙарға Надаль былай тип яуап бирә: «Аллаһы тәғәләнең булыуын теләр инем, әммә быға ышаныуы бик ауыр».

Бала сағында ул мәктәптән үҙенең яратҡан япон Dragon Ball сериалын ҡарар өсөн йүгереп ҡайта.

Матбуғат бала сағы тураһында мәҡәлә яҙып, Надальды «Dragon Ball of Tennis» һәм «башҡа планета кешеһе» тип атай.

Надаль гольф уйнарға ярата. 2011 йылда Рафаэль «Рафа — минең тарих» тигән автобиографияһын баҫтырып сығара.

Надаль «Реал Мадрид» футбол клубының фанаты. 2010 йылдың 8 июлендә «Майорканың» акционеры булып китә.

Надаль акцияларҙың ун процентына эйә булып тора. Уға клубтың вице-президенты булырға тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта.

Ағаһы Мигель Анхель Надаль баш тренер Микаэль Лаудруптың ярҙамсыһы була. ESPN.com былай тип яҙа: «Ул да шулай уҡ, Рауль, Икер Касильяс һәм Альфредо Ди Стефано һымаҡ „Реала“ фанаты».

Бер аҙҙан Мальорканың акцияларына эйә булғас, Надаль клубты Европа Лигаһынан бурыстар өсөн сығарғаны өсөн УЕФА-ға ризаһыҙлыҡ белдерә. Ул былай тип әйтә: «Әгәр УЕФА ҡараған критерийҙарға ҡараһаҡ, турнир тик ике йәки өс кенә клубтан тора, сөнки ҡалған клубтарҙың бөтәһенең дә шулай уҡ бурыстары бар».

Рафаэль Испания йыйылма командаһы көйәрмәне булып тора һәм 2010 йылдағы Донъя чемпионаты финалынан һуң сисенеү булмәһенә инеү рөхсәте булған 6 кешенең береһе була.

Nike Надальды өҫ һәм аяҡ кейем менән тәьмин итә. Надаль карьераһы башында майкаларҙа сығыш яһай.

2009 йылдан ғәҙәти футболкала уйнай. Nike, уға тенниста иң яҡшы уйнаған уйынсы статусын күрһәтеү һәм үҙенең футболкаларын һатып алыусылар күп булһын өсөн, Рафаэльға кейемдәрен яңыртырға өндәй.

Надаль Nike Air CourtBallistec 2.3 кроссовкаларын кейә.

Миҙгел буйына кроссовкалары үҙгәреп тора, әммә уң яҡ ботинкаһының табанында һәр ваҡыт «Рафа» тип яҙыла һәм һул яғында үгеҙ логотибы тора.

Спорт карьераһы

    Иртә йылдары

Һигеҙ йәшендә Надаль 12 йәшкә тиклемге төбәк чемпионатында еңә. Бында 12 йәшкә тиклемге тенниссылар уйнай.

Ул шулай уҡ, бик өмөтлө футболсы була.

12 йәштә, үҙенең йәш төркөмөндә европа һәм испан титулдарын яулай. Бөтә буш ваҡыттарында футболда һәм тенниста уйнай.

Атаһы улына футбол йәки теннисты һайларға ҡуша. Атаһының һүҙҙәре буйынса, ике спорт төрө менән шөғөлләнеү, мәктәптә уҡыуына зыян килтерә. Надаль теннисты һайлай.

Рафаэльға 14 йәш тигәндә, испан теннис федерацияһы уға теннис буйынса үҫешен дауам итеү өсөн Барселонаға күсеп китергә тәҡдим итә.

Рафаэльдың ғаиләһе был тәҡдимдән баш тарта, сөнки ата-әсә малайҙың белем алыуы өсөн ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта Тони Надаль былай тип әйтә: «Америка йәки тағы ҡайҙалыр барып яҡшы спортсы булып китеүенә ышанмайым. Тыуған ҡаланан китмәйенсә лә яҡшы спортсы булырға мөмкин».

Манакорҙа ҡалыу, күнекмәләргә киткән бөтә сығымдарҙы теннис федерацияһы түгел, ә атаһы ҡаплаясаҡ тигәнде аңлата.

15 йәштә ул профессионал тенниссы булып китә.

ITF ойошторған ике турнирҙа ҡатнаша. 2002 йылда 16 йәштә үҫмерҙәрҙең Уимблдонында яңғыҙ разрядта ярымфиналға барып етә.

18 йәштә ул Испания йыйылма командаһына юниорҙарҙың Дэвис Кубогын АҠШ-тан яулап алырға ярҙам итә.

    2002-04 йылдар

2002 йылдың 10 апрелендә 15 йәш тә 10 ай тигәндә ул мәлгә донъяның 762-се ракеткаһы Надаль Дельгадо Рамондан өҫтөн сығып, үҙенең беренсе матчын ота. Шулай итеп, асыҡ дәүерҙә быны 16 йәштә эшләгән туғыҙынсы уйынсы була.

Киләһе йылда Надаль Challenger серияһының ике титулын яулай. Йылды донъя рейтингының иң көслө 50-ләр рәтенә инеп тамамлай. 2003 йылда Уимблдонда Надаль өсөнсө раундҡа еткән иң йәш тенниссы була.

2004 йылда Надаль Australian Open өсөнсө раундына тиклем етә. Бында ул өс партияла турнир хужаһы Хьюит Ллейтондан еңелә.

Әгәр ҙә уны еңһә, артабанғы раундта ул Роджер Федерер менән уйнар ине. Федерер менән Надаль тиҙҙән үҙенең матчын уйнай — март айында Майамила Мастерста абруйлы турнирҙа ул 6-3, 6-3 иҫәбе менән еңеп сыға. Әммә киләһе матчта Гонсалес Фернандонан еңелә.

Ул шул йылда Федерерҙы еңгән алтынсы уйынсы була (Хенмен Тим, Коста Альберто, Густаво Куэртен, Домино Хрбат һәм Томаш Бердых менән бергә).

Һул бәкәлен һындырып, ябай ер миҙгеленең күп өлөшөн, шул иҫәптән Ролан-Гароссты ла үткәреп ебәрә.

Шул уҡ йылда Надаль тәүге тапҡыр Дэвис Кубогын яулай. Унда Испания йыйылма командаһы АҠШ йыйылма командаһын еңеп сыға.

18 йәштә алты ай тигәндә, Рафа был турнирҙа еңгән иң йәш уйынсы була.

Донъяның беренсе ракеткаһы Энди Роддикты отоп, ул. матчта һуңғы иҫәбен ҡуя — 3:2. Надаль АТР рейтингы буйынса 51-се урында булып, миҙгелде тамамлай.

    2005 йыл

2005 йылда Australian Open турнирында Надаль 4-се раундта көсөргәнешле биш партиялы алышта 5-7, 6-3, 6-1, 6-7(3), 2-6 иҫәбе менән Лейтон Хьюиттан еңелә.

Ике ай үткәс, Рафаэль Майамилағы Мастерстың финалына сыға. Партияларҙа Роджерс менән иҫәпте 2-0 еткерә, әммә Федерерҙан биш партияла 6-2, 7-6(4), 6-7(5), 3-6, 1-6 иҫәбе менән еңелә. Федерерға ҡаршы тәүге ике уйынын эксперттар сенсация тип атай.

Аҙаҡ ул миҙгелдең ер майҙансыҡта уйнау осорон бик яҡшы тамамлай. Ул эҙмә-эҙлекле 24 матчта еңеү яулай, был еңеүҙәре Андре Агассиның ҡаҙаныштарын үтеп китә.

Надаль Монте-Карлола аргентиналы Гильермо Кориянан финалда өҫтөн сығып, Мастерста еңә. Бер аҙнанан Барселонала «Torneo Conde de Godó» турнирында бик көслө ватандашы Хуан Карлос Феррероны финалда еңә.

Ә һуңынан Римда Мастерста Корияны биш партияла еңеп сыға. Был еңеүҙәр уны АТР рейтигыһында бишенсе баҫҡысҡа күтәрә. Шулай итеп, карьераһында беренсе булған Франция чемпионатының фавориты була.

Был турнирҙың ярымфиналында Роджер Федерерҙы еңә, һәм уны еңгән дүрт уйынсының береһе була (Марат Сафин, Гаске Ришар һәм Давид Налбандян менән бергә).

Ике көн үткәс, ул финалда Пуэрта Марианоны еңә. Һөҙөмтәлә "Roland Garros"ты тәүге йылда отҡан беренсе ир-ат була. Франция чемпионатындағы еңеүенән һуң Рафа донъяның өсөнсө ракеткаһы була.

Париждағы еңеүенән өс көн үткәс, Надальдың еңеүҙәр серияһы Галлела булған үләндәге Gerry Weber Open турнирынан һуң өҙөлә. Бында ул немец тенниссыһы Васке Александрҙан ҡалыша. Һуңынан ул Уимблдондың икенсе раундында Люксембургтан булған Жиль Мюллерҙан еңелә

Уимблдондан һуң Надаль бер рәттән 16 матчта еңә һәм өс титул яулай, һөҙөмтәлә 2005 йылдың 25 июлендә рейтингта икенсе баҫҡыста була.

Надаль, Агассины Rogers Cup финалында еңеп, әммә Цинциннатила турнирҙың беренсе раундында еңелеп, хард (синтетик япмалы майҙансыҡта уйнау) миҙгелен башлай.

АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында Надаль өсөнсө раундта дүрт партияла Джеймс Блэйктан ҡалышып, 2005 йылда икенсе урында ҡала.

Сентябрь айында ул Пекинда Мастерста Гильермо Корианы финалда еңә һәм Италияға ҡаршы Дэвис Кубогында ике матчты ла яулай.

Октябрь айында Мадридта турнир финалында Иван Любичичтан өҫтөн сығып, йыл эсендә үҙенең дүртенсе Мастерсын яулай.. Һуңынан уның аяғы йәрәхәтләнә.

Надаль менән Федерер яңғыҙ разрядта ун берешәр турнирҙа, шуның эсенән 2005 йылда «Masters 1000» серияларының дүрт турнирын еңеп сыға.

Надаль 1983 йылда үҫмерҙәр турнирында туғыҙ тапҡыр еңеүсе булған Виландер Матс рекордын уҙып китә.

Надаль еңгән һигеҙ турнир ябай ерҙә уҙа, ә ҡалғандары — хардта (синтетик япмала). Надаль, күрһәткес буйынса Федерерҙан ғына ҡалышып, 79 матчта еңә.

Йыл йомғаҡтары буйынса Рафаэль бер нисә награда ала.. Иң абруйлыһы — «Иң алға барыусы тенниссы» тип атала.

    2006 йыл

Надаль аяғы йәрәхәтләнеү сәбәпле, Австралияның Асыҡ чемпионатында ҡатнаша алмай. Февраль айында Марсель ҡалаһында турнирҙың ярымфиналында еңелә..

Ике аҙна үткәс, Дубайҙа турнир финалында Роджерҙы еңеп сыға. (2006 йылда Роджерҙы тик Рафаэль Надаль һәм Энди Маррей ғына еңә). Индиан- Джеймста ул Блейк Уэллстан ҡалыша һәм Майамила Мастерстың икенсе турында еңелеүгә дусар була.

Миҙгелдең тупраҡта уйнау осоронда Надаль бер рәттән 24 матчта еңеп сығып, бөтә дүрт турнирҙа ла еңеүгә өлгәшә. Монте-Карлола Федерерҙы Мастерс финалында еңә. Икенсе аҙнала ул Барселоналағы Асыҡ турнир финалында Томми Робредоны еңеп сыға.

Оҙайлы булмаған тәнәфестән һуң, Надаль Римда бишенсе партияла тай-брейкта Федерерҙан өҫтөн сығып, «Internazionali BNL d’Italia» яулай.

Надаль Францияның Асыҡ чемпионатында 29 йәшлек аргентиналы Гильермо Корияны еңә һәм грунтта (тупраҡта) яулап алған матчтары буйынса рекорд ҡуя.

Надаль Францияның Асыҡ чемпионатында финалда Федерерҙы еңә. Беренсе партияла Роджер ҙа, Надаль да еңеүсе була.

Надаль өсөнсө партияла еңеп сыға һәм артабан улар эште тай-брекка тиклем еткерәләр. Надаль бында ла еңә һәм Ҙур шлем турнирының финалында Федерерҙы еңгән беренсе уйынсы була.

Надаль Championships Artois турнирында Хьюит Ллейтонға ҡаршы сирек финалда яурынын имгәтә. 26 матчлы еңеүҙәр серияһын тамамлай алмай.

Уимблдонда ул икенсе сығышҡа ҡала, һәм икенсе раундта Роберт Кендрикты еңә. Өсөнсө түңәрәктә Андре Агассины еңә.

Надаль шулай уҡ үҙенең сираттағы өс матчын еңеп, Уимблдондың финалына сыға, бында ул Федерер менән осраша. Роджер дүрт партияла матчты ота.

Надаль US Open-ға әҙерлек ваҡытында Төньяҡ Америкала «Мастерс» серияһының ике турнирында уйнай.

Торонтола Rogers Cup турнирында ул өсөнсө түңәрәктә һәм Цинциннатила сирек финалда еңелә.. Надаль Us Оpen-да икенсе сығышҡа ҡала, әммә сирек финалда дүрт партияла Михаил Южныйҙан отола.

Йыл аҙағында Надаль өс турнирҙа ғына уйнай. Йохан Йохансондан икенсе раундта еңелә..

Икенсе аҙнала Мадридта йылдың һуңғы Мастерсында сирек финалда Томаш Бердыхтан ҡалыша.

Йомғаҡлау чемпионатында Рафаэль Николай Давыденко менән Томми Робредоны еңеп сыға, әммә Джеймс Блэйктан еңелә. Плей-оффта ул Федерерҙан отола.

Надаль миҙгелде рейтинг буйынса икенсе баҫҡыста бөтөргән ике уйынсының береһе (Андре Агасси менән бергә), Агасси быны 1994—1995 йылдарҙа эшләй.

    2007 йыл
Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары 
Надаль Францияның Асыҡ чемпионатында

Надаль йылды алты турнирҙа уйнап башлай. Ул Австралияның Асыҡ чемпионатында Фернандо Гонсалестан тәүге ике турнирҙың беренсе раундта ярымфиналда, аҙаҡ сирек финалда еңелә.

Дубайҙа сирек финалда сираттағы еңелеүенән һуң., ул Индиан- Уэллста финалда Новак Джоковичты еңеп, Мастерс яулай, бынан һуң ул унан Майамила турнирҙа еңелә.

Надаль грунтта (тупраҡта) уңышлы сығыш яһай. Гамбургта турнир финалында Роджер Федерерҙан еңелеүе алдынан, ул Монте-Карлола, Барселона һәм Римда турнирҙа титулдар яулай .

Был ябай ерҙә еңелеүе 81-матчлы еңеү серияһын тамамлай, әммә хәҙерге көнгә тиклем был донъя рекордын береһе лә яулай алмай. Һуңынан ул Федерерҙы йәнә финалда еңеп, «Roland Garros» турнирын яулай.

Барселона менән Рим араһындағы турнирҙар араһында ул Мальоркала «Япмалар көрәше» тип аталған күрһәтмә матчта Федерерҙы еңә. Был матчтың үҙенсәлеге шунда, уйын яртылаш тупраҡ, яртылаш үлән майҙансыҡта үтә.

Надаль икенсе йыл рәттән Лондонда Artois Championships турнирында уйнай. 2006 йылдағы һәмаҡ, сирек финалда отола.

Аҙаҡ ул Уимблдон турнирында алты матчта еңеп сыға. Финалда уға Роджер Федерер ҡаршы тора, Рафаэль унан биш партияла еңелә. Билдәләп үтер кәрәк, 2001 йылдан был Уимблдонда беренсе биш партиялы финал була.

Бер айлыҡ тәнәфестән һуң Надаль Мадридта «Masters Madrilena Mutua» һәм Парижда «BNP Paribas Masters» турнирҙарында уйнай.

Был турнирҙарҙа Давид Налбандян сирек финалда һәм финалда уны ота. Шанхайҙа Мастерстың йомғаҡлау ярымфиналында Рафаэль Роджерс Федерерҙан ике партияла еңелә.

Йылдың икенсе яртыһында Надаль йәрәхәттәре менән көрәшә. Бынан тыш йыл аҙағында, ул 2005 йылдан алып аяғы менән яфалана һәм был проблемалар етди икән тигән имеш-мимештәр йөрөй. Надаль һәм уның матбуғат секретары был имеш-мимештәрҙе "абсолют ялған"тип ҡәтғи кире ҡаға.

    2008 йыл

Надаль йылды Ченнаила яңы турнирҙа сығыш яһауы менән башлай, ул бында Михаил Южныйҙан финалда 6:0, 6:1 иҫәбе менән еңелә.

Һуңынан Рафа Австралияның Асыҡ чемпионатында ярымфиналға тиклем барып етеп, Жо-ВильфридТсонгты еңә.

Дубайҙа 1/4 финалға етә, әммә Энди Роддиктан ҡалыша. Шулай уҡ Индиан-Уэллста Мастерстың ярымфиналына барып етеп, Новак Джоковичтан еңелә һәм Майами турнирының финалына тиклем етә, бында Рафа Николай Давыденко тарафынан ҡыйратыла.

Миҙгелдең тупраҡта уйнау осоронда Надаль дүрт титулды яулай. Дүрт финалдың өсәүһендә уға Роджер Федерер ҡаршы тора. Ул Манто-Карлола Мастерста Роджерҙы 4-се тапҡыр еңеп сыға.

Надаль, Федерер икенсе партияла 4:0 иҫәбе менән алда барһа ла, уны икенсе партия аҙағында еңеп сыға. Аҙаҡ Рафаэль Барселонала Асыҡ турнирҙа дүртенсе йыл рәттән титул яулай..

Бер нисә аҙнанан һуң, Федерерҙы өс партияла еңеп, Гамбург турнирында үҙенең беренсе титулын яулай.

Һуңынан ул Францияның Асыҡ чемпионатында еңеүҙәр яулай. Турнирҙарҙың бөтә партияларында отолмай уйнаған Асыҡ дәүерҙең бишенсе тенниссыһы була.

Ул Федерерҙы финалда өс йыл рәттән еңә. Федерер үҙ карьераһы эсендә тәүге тапҡыр Надальдан 6:0 иҫәбе менән еңелә.

Был Рафаэльдың «Garros Roland» турнирында дүрт йыл рәттән еңеүе була. Был күрһәткесе буйынса ул Бьорн Борг менән тигеҙләшә.

Надаль Асыҡ дәүерҙә Ҙур шлем турнирын дүрт йыл рәттән яулаусы дүртенсе уйынсы була ((Борг, Пит Сампрас һәм Федерер менән бергә).

Надаль Федерер менән Уимблдон финалында, ҡаршы тороуҙарының иң көтөп алынған матчтында уйнай..

Надаль 23 -матчлы еңеү серияһын алып бара. Шулай уҡ , үләндә беренсе— Queen' ' s Club турнирын ота.

Федерер шул уҡ ваҡтта Ганнала үҙенең бишенсе рекордлы Gerry Weber Open титулын яулай. Уимблдонда улар һуңынан финалға сыға. Алдағы ике финалынан айырмалы рәүештә, аналитиктар Надаль еңәсәк тип фаразлай..

Ямғыр арҡаһында Уимблдон тарихында тенниссылар иң оҙон финалды уйнай. Надаль ҡараңғыла тиерлек үҙенең бишенсе партияһын (9-7) ота.

Был Уимблдонда иң ҙур финал, хатта теннис тарихында бөйөк матч булды, тип уйын тураһында аҙаҡ күп һүҙ була.

Уимблдондың беренсе титулын яулағандан һуң, Надаль бер йылда Франицяның Асыҡ чемпионатында һәм Уимблдонда еңгән Асыҡ дәүерҙең өсөнсө кешеһе була.

Бындай уңышҡа 1969 йылда  Род Лейвер һәм Бьорн Борг 1978 йылдан 1980 йылға тиклем өлгәшә. Ул шулай уҡ, Уимблдондың биш титулын бер рәттән яулап һәм үлән майҙансыҡта 65 еңеүгә өлгәшеп, Федерерҙың еңеүҙәр серияһын тамамлай.

2008 йылда Пекинда Олимпия уйындарында Надаль ярымфиналда Новак Джоковичты һәм финалда Фернандо Гонсалесты еңеп, үҙенең беренсе олимпия алтынын яулай.

Был уға рейтингтың беренсе юлынан Роджер Федерерҙы алып ташларға ярҙам итә. Надаль алтын миҙал отҡан тәүге биш уйынсының береһе була.

Аҡш-тың Асыҡ чемпионатында — Ҙур шлем турнирында тәүге тапҡыр Надаль беренсе булып сығыш яһай.

Ул өс уйын дауамында бер партияла ла отолмай, Бьорн Фауҙы, Райлер ДеХарт һәм Виктор Троицкиҙы еңә. Һуңынан дүртенсе раундта Куэрри Сэм һәм сирек финалда Марди Фишты еңеп сыға.

Ярымфиналда ул Энди Маррейҙан отола. Һуңыраҡ, Испания йыйылма командаһына ярымфиналда Дэвис Кубогына АҠШ йыйылма командаһын еңергә ярҙам итә.

Мадридта Madrilena Mutua Masters турнирында, ярымфиналда Надаль Симон Жильдан ҡалыша. Шуға ҡарамаҫтан, уның был турнирҙа сығыш яһауы, миҙгелде рейтинг буйынса тәүге урынды биләгән беренсе испан тенниссыһы булып бөтөрөүен гарантиялай..

24 октябрҙә Овьедо ҡалаһында Надаль тенниста ҡаҙаныштарын таныу билдәһе һымаҡ спорт премияһы менән бүләкләнә.

Францияның BNP Paribasн турнирында сирек финалға сыға. Бында Николай Давыденко менән осраша, Надаль унан беренсе партияла 6-1 иҫәбе менән еңелә һәм тубығы ауыртыу сәбәпле уйынды дауам итеүҙән баш тарта.

Артабанғы аҙнала, тубығына һылтанып, Шанхайҙағы Tennis Masters Cuр турнирында ҡатнашмауы тураһында иғлан итә..10 ноябрҙә Надаль Аргентинаға ҡаршы Дэвис Кубогы финалында ҡатнашыуҙан баш тарта.

    2009 йыл
Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары 
Надаль Майами ҡалаһындағы турнирҙа

Рафа турнир миҙгелен Доха ҡалаһында аса. Санторо Фабрис менән матчтың икенсе түңәрәгенән һуң Надаль «Йылдың иң яҡшы уйынсыһы» тигән премия менән бүләкләнә. Һөҙөмтәлә Надаль сирек финалда Гаэль Монфистан еңелә.

Әммә Марк Лопес менән бергә парлы разрядта еңеп сыға, финалда Даниэль Нестор һәм Ненада Зимоничтан өҫтөн сыға. Статистик Грег Шарко билдәләүенсә, яңғыҙ разрядта уйнаған тенниссының парлы разрядта был еңеүе 1990 йылдан алып беренсе тапҡыр була.

Австралия Асыҡ чемпионатында Надаль беренсе биш уйында еңеү яулай. Ярымфиналда ул Вердаско Фернандо менән осраша, матч 14 сәғәт 5 минут дауам итә.

Финалда Рафаэль Роджер Федерер менән осрашып, уйынды биш партияла отоп, Australian Open турнирын яулаған беренсе испан уйынсыһы була.

Надаль Джимми Коннорс, Матс Виландер һәм Андре Агасси менән бергә Ҙур шлем турнирында өс төрлө япмала уйнаған еңеүсе була.

Надаль Роттердам турнирында финалда өс партияла Энди Маррейҙан еңелә. Аҙаҡ Рафаның тубығы менән проблемалары башлана. Бер аҙнанан һуң Barclays Dubai Tennis Championships турнирынан баш тарта.

Март айында Надаль Дэвис Кубогының донъя серияһында Испанияға Сербия йыйылма командаһынан еңелеүҙән ҡотолорға ярҙам итә.

Надаль Янко Типсаревичты һәм Новак Джоковичты еңә. Дэвис Кубогында Надальдың Джокович өҫтөнән еңеүе ун ике тапҡыр рәттән була, ә Новак менән иҫәбе 11- 4 (тупраҡта 6-0).

Индиан-Уэллста Мастерста Надаль Masters 1000 серияһында үҙенең ун өсөнсө титулын яулай. Дүртенсе раундта Давид Налбандяндан өҫтөн сыға..

Аҙаҡ Хуан Мартин дель Потро сирек финалда ә ярымфиналда Энди Роддикты еңә, ә бынан һуң финалда Маррейҙы ота.

Киләһе турнир Майами Мастерс була. Надаль сирек финалға сыға, бында Дель Потро менән тағы осраша, әммә был юлы унан еңелә.

Был Дель Потроның Надаль өҫтөнән беренсе еңеүе була.

Тупраҡ миҙгелен Надаль Монте-Карлола башлай, бында ул бишенсе тапҡыр рекорд ҡуя. Ул финалда Джоковичты еңә. Надаль биш йыл рәттән беренсе теннссиы булып ATP Master Series турнирын яулай.

Надаль Барселонала ATP 500 турнирында еңеү яулай. Финалда Давид Феррерҙы еңә. Рим ҡалаһында Надаль Мастерста финалға сыға, Новак Джоковичты еңә һәм сербҡа ҡаршы сығып һөҙөмтәләрен яҡшырта, шәхси осрашыуҙар иҫәбе 13-4 (тупраҡта 8-0). Ул Римдә дүрт титул яулаусы беренсе уйынсы була.

Ике тупраҡтағы еңгән турнирынан һуң, ул Madrid Open турнирында уйнай. Рафа финалға барып етә, унда Роджер Федерерҙан еңелә.

Был Надальдың 2007 йылдан алып Роджерҙан беренсе еңелеүе була, ул саҡта унан Masters Cup турнирында отолғайны.

19 майҙа Надаль Лондонда үтәсәк йомғаҡлау турнирына квалификациялана.

Францияла Асыҡ чемпионатында өсөнсө раундта Ллейтон Хьитты еңеп, Надаль 31 уйында бер рәттән еңеү яулап, рекорд ҡуя. Алдағы раундта ул Робин Содерлингтан отола. Был уның «Roland Garros» майҙансығында тәүге еңелеүе була.

Бынан һуң ул AEGON. Championships турнирында уйнай. Был турнирҙа уның тубығының ауыртыуы көсәйә. 19 июндә Уимблдон турнирында ҡатнашыуҙан баш тарта.

Тәүге тапҡыр 2001 йылдан алып ул артабанғы турнирҙа ҡатнашыуынан баш тарта. Федерер титул яулай һәм Надаль рейтингта 2-се урынға төшә. Һуңыраҡ Надаль Дэвис Кубогында ҡатнашыуҙан баш тартыуы тураһында иғлан итә.

4 августа ул Монреальда Rogers Cup турнирында уйнарға ҡарар итә.. Сирек финалда Хуан Мартин дель Потронан еңелә.. Шуның өсөн уның рейтингы 3-сө урынға төшә.

Аҡш-тың Асыҡ чемпионатының сирек финалында Фернанда Гонсалесты еңә. Былтырғы АҠШ-тың Асыҡ чемпионатындағы сығышындағы һымаҡ, ул ярымфиналда буласаҡ чемпион Хуан Мартин Дель Потроға барып юлыға. Был осрашыуҙа ул унан еңелә. Еңелеүгә ҡарамаҫтан, ул рейтинг буйынса Энди Маррейҙы үтеп китеп, икенсе була.

Йомғаҡлау чемпионатында Надаль бөтә осрашыуҙарҙа ла еңелә.Ул Джокович, Давыденко һәм Содерлинг менән уйнай.

Декабрь айында Рафа Дэвис Кубогында Испания йыйылма командаһы өсөн уйнай. Тәүҙә ул Томаш Бердыхты ота. Бынан һуң ул Ян Хайекты еңә. Был Надальдың Дэвис Кубогында 14-се (тупраҡта13-сө) еңеүе була

Надаль йылды рейтингта биш йыл эсендә дүртенсе тапҡыр 2-се урында тороп тамамлай. Надаль туғыҙ йыл дауамында партияла 6-0 иҫәбе менән еңгән уйынсы булараҡ, «Алтын баранка» наградаһына лайыҡ була.

    2010 йыл
Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары 
Надаль Токиола турнирҙа.

Надаль йылды Абу-Дабила Capitala World Tennis Championship турнирында башлай. Ул ярымфиналға тиклем барып етә, Давид Фереррҙы еңә. Финалда Робин Содерлингтан өҫтөн сыға.

Australian Open турниры алдынан Доха ҡалаһында ATP 250 турнирында уйнай, финалда Николай Давыденконан еңелә

Австралия Асыҡ чемпионатында Надаль Лучак Петерҙы, Лукаш Лацконы, Филипп Кольшрайберҙы һәм Иво Карловичты еңә.

Сирек финалда Энди Маррейҙан еңелә. Был еңелеүенән һуң уның тубыҡтары яңынан ауырта башлай . Табиптар уға ике аҙна ял итергә ҡуша.

Индиан-Уэллста BNP Paribas турнирында Надаль яңғыҙ разрядта ярымфиналға тиклем барып етә. Буласаҡ чемпион Иван Любичич уны өс партияла еңеп сыға.

Ләкин Надаль һәм Марк Лопес, Даниэль Несторҙы һәм Ненад Зимоничты еңеп, парлы титулды яулайҙар. Бының арҡаһында ул 175 -кә юғары күтәрелеп рейтингта 66-сы урынды биләй.

Бынан һуң ул Sony Ericsson Open турнирының ярымфиналына тиклем барып етә, әммә Энди Роддиктан өс партияла еңелә. Надаль Давид Феррерҙы ярымфиналда еңеп, Монакола «Monte-Carlo Rolex Masters» турнирында финалға сыға.

Дохалағы турнирҙан һуң Надальдың йыл башынан беренсе финалы була. Финалда ике партияла ватандашы Фернандо Вердасконан өҫтөн сыға. Ул бөтә биш уйындың 14 геймында еңелә.

Был еңеүе иҫәбенә Надаль Асыҡ дәүерҙең бер турнирын алты йыл рәттән еңгән беренсе уйынсы була.

Үткән йылдарҙан айырмалы рәүештә, Надаль Барселоналағы турнирҙы үткәреп ебәрергә ҡарар итә һәм Internazionali BNL d' Italia турнирында уйнай.

Ул Филипп Кольшрайберҙы, Виктор Ханесканы һәм Станислас Вавринканы еңә. Ярымфиналда ул Роджер Федерерҙы еңгән Эрнест Гулбис менән алыша. Надаль уны ота. Һуңынан ватандашы Давид Феррерҙы еңеп сығып, Мастерстағы еңеүҙәре буйынса Андре Агассиға тиңләшә

Надаль"Madrileña Mutua Madrid Open уйнап, 2009 йылда финалға сыға. Икенсе турҙа Александр Долгополовты ике партияла еңә. Аҙаҡ Джон Изнер менән уйнай. уны ике партияла еңә

Гаэль Монфисты һәм ватандашы Николас Альмагроны сирек финалда еңә.Ошонан һуң Рафаэль финалда Роджер Федерерҙы ҡыйрата. Еңеү уға Masters 1000 серияһының 18-се титулын бирә.

Францияның асыҡ чемпионатында күп эксперттар Надаль-Федерер финалын көтә. Шуға ҡарамаҫтан, был мөмкин булмай, сөнки Робин Седерлинг сирек финалда Федерерҙы еңеп сыға. Надаль финалға сыға һәм Седерлингты еңә.

Был еңеү Надальға Ҙур шлемдың етенсе турнирына юл аса, һәм уға Джон Макинройҙы, Джон Ньюкомбаны, Матс Виландерҙы ҡыуып етеп, күрһәткестәр буйынса донъяла № 1 позицияһын яуларға мөмкинлек бирә..

Рафа «Мастерстың» өс турнирын тупраҡта яулаусы һәм бер миҙгелдә Францияның Асыҡ чемпионатында еңеүсе беренсе тенниссы.

Шулай уҡ, ул Лондондағы ATP World Tour Finals турнирында урынды алдан алып ҡуйған һәм алты йыл эсендә биш Францияның Асыҡ чемпионатын яулаусы беренсе уйынсы.

Июнь айында Надаль AEGON Championship турнирында уйнай, ул быны 2008 йылда еңгәйне. Был турнирҙа ул парлы һәм яңғыҙ разрядта уйнағайны.

Иң көслө сығыш яһаусы булараҡ, Рафаэль беренсе раундты ҡалдыра. Икенсе турҙа ул Маркос Даниэльды еңә. Өсөнсө раундта Үзбәкстандан Денис Истоминды еңә. Әммә сирек финалда ватандашы Фелисиано Лопестан еңелә.

Уимблдонда Надаль Нисикори Кэй һәм Робин Хаазены еңә. Өсөнсө раундта Филипп Пецшнерҙы ота. Уйын барышында Надаль тренеры Тони Надальдан күрһәтмәләр алып торғаны өсөн ике тапҡыр иҫкәртелә, һөҙөмтәлә уға 2000 доллар штраф һалына..

Франциянан Поль Анри Матьены, ә сирек финалда Швециянан Робин Седерлингты еңә. Энди Маррейҙы еңеп, Уимблдондың дүртенсе финалына етә.

Томаш Бердыхты өс партияла еңеп, Надаль 2010 йылда титул яулай. Был Надальдың Уимблдонда икенсе титулы һәм карьераһындағы Ҙур шлемдың һигеҙенсе турниры була.

Надаль Rogers Cup турнирының ярымфиналына сыға. уның менән бер рәттән Джокович Новак, Роджер Федерер һәм Энди Маррей ҙа сыға Маррей Надальды ярымфиналда еңә, ул Рафаэльды 2010 йылда ике тапҡыр еңгән берҙән-бер уйынсы.

Надаль, шулай уҡ, парлы разрядта Джокович менән ярыша. Шуға ҡарамаҫтан, тәүге раундта Надаль менән Джокович канадалылар Милош Раонич һәм Поспишило Вашектан отола. Надаль Цинцинаттила Мастерста 2006 йылда Австралияның Асыҡ чемпионатында сирек финалда Маркос Багдатистан еңелә.

Аҡш-тың Асыҡ чемпионатында Надаль өс йыл эсендә ике тапҡыр тәүге сығыш яһаусы була. Унда бер партияла ла еңелмәй, Теймураз Габашвилины, Истомин Денисты, Симон Жильды, Фелисиано Лопесты, Фернандо Вердасконы һәм Михаил Южныйҙы еңә.

АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында беренсе финалға етә, бөтә дүрт Шлемдың финалына етеп, Асыҡ дәүерҙең һигеҙенсе кешеһе була. Был еңеү арҡаһында ул «Карьера шлемына» лайыҡ була

2010 йылда Бангкокта PTT Thailand Open турнирында азия турнеһын башлай. Бында ватандашы Гильермо Гарсие-Лопестан еңелә һәм ярымфиналға барып етә.

Токиола Tennis Championships турнирында Хиральдо Сантьягоны, Милош Раоничты һәм Дмитрий Турсуновты еңә.

Ярымфиналда Виктор Троицкиҙан өҫтөн сыға, ә финалда Монфис Гаэльды еңә. Был уның миҙгелдә етенсе титулы була.

Надаль Shanghai Rolex Masters турнирында өсөнсө раундта Юрген Мельцерҙан отола. 5 ноябрҙә Рафа Парижда Мастерста, тубығы ауыртыу сәбәпле, уйнауҙан баш тартыуы тураһында иғлан итә.

2010 йылдың 21 ноябрендә Лондонда Надальға Stefan Edberg Sportsmanship Award премияһын тапшыралар.

Лондонда ATP World Tour Finals турнирында беренсе матчта Надаль Роддикты, икенсе матчта Джоковичты һәм өсөнсө уйында Бердыхты еңә . Карьераһында өсөнсө тапҡыр ярымфиналға сыға.

Был төркөм этапта беренсе тапҡыр ул өс уйында еңә. Ярымфиналда ул Энди Маррейҙан өҫтөн сыға һәм карьераһында беренсе тапҡыр был турнирҙа финалға етә.

Финалда Федерер Надальды еңә. Надаль матчтан һуң былай тип белдерә: «Роджер, ахыры, , донъяла иң яҡшы уйынсы. Мин тырыштым,әммә Роджер миңә ҡарағанда яҡшыраҡ булды».

    2011 йыл

Надаль йылды Абу-Дабиҙа Capitala World Tennis Championship күрһәтмә турнирҙа башлай. Ярымфиналда ул Томаш Бердыхты еңә. Финалда Надаль Роджер Федерерҙы еңеп сыға.

Дохала Qatar ExxonMobil Open турнирында Надаль Кароль Бәкты,, Лукаш Лацконы һәм Эрнест Гулбисты еңә. Николай Давыденко унан киләһе раундта еңелә.. Рафа Марк Лопес менән бергә, Даниеле Браччиале и Андреас Сеппины еңеп, парлы разрядта титул яулай.

Австралияның Асыҡ чемпионатында беренсе түңәрәктә Даниэль Маркосты еңә. Икенсе турҙа Даниеле Райан Свитингты ота. Өсөнсө раундта Бернарда Томичтан өҫтөн сыға. Дүртенсе раундта Хорватиянан Марин Чиличты ҡыйрата. Тубығы ауыртыуына ҡарамаҫтан, ватандашы Давид Феррерға ҡаршы сирек финалда уйнай.

Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары 
Надаль Австралияның Асыҡ чемпионатында

7 февралдә Абу-Дабила Надаль «2010 йылдың иң яҡшы спортсыһы» тигән нагарда ала. Уны шулай уҡ Лионель Мессиға, Себастьян Феттельға, Андрес Иньестҡа, Кобо Брайантҡа һәм Мэн Пакьяоға тапшыралар.

Март айында Надаль Испания йыйылма командаһына Бельгия йыйылма командаһы өҫтөнән еңеү яуларға ярҙам итә. Надаль Рубен Бемелмансты еңә. Һуңыраҡ Надаль Оливье Рохусты еңеп сыға.

Индиан-Уэллста BNP Paribas Open турнирында Надаль беренсе уйында Фест де Рикты еңә. Өсөнсө раундта Райан Свитингты еңә.. Һуңынан дүртенсе раундта Девварман Сомдевты ота. Сирек финалда хорват Иво Карловичты, ә ярымфиналда Хуан Мартин Дель Потроны еңә. Финалға сыға, әммә Новак Джоковичтан еңелә. Икенсе көндө Боготала Джокович һәм Надаль иптәштәрсә матч уйнай. Надаль еңеү яулай.

Sony Ericsson Open турнирын Кэй Нисикори өҫтөнән еңеү менән башлай. Өсөнсө түңәрәктә Фелисиано Лопесты еңә. Дүртенсе раундта еңеүҙе Долгополов Александрҙан яулап ала . Сирек финалда өс партияла Томаш Бердыхты еңә. Ярымфиналда Надаль менән Роджер Федерер менән алыша. Ике партияла Надаль еңеп сыға.. Финалда Надаль Новак Джокович менән осраша. Индиан-Уэллстағы һымаҡ Надаль беренсе партияла, ә икенсе партияла Джокович еңә. Өсөнсө партия тай-брейк менән тамамлана, уны серб яулай.

Надаль үҙенең грунт миҙгелен Monte-Carlo Rolex Masters турнирында башлай. Надаль Яркко Ниеминенды , Гаске Ришарҙы, Иван Любичиты һәм Энди Маррейҙы еңә, һәм Монте- Карлола етенсе тапҡыр рәттән финалға өлгәшә. Финалда Надаль Давид Феррерҙы ота.. Рафаэль Асыҡ дәүерҙә ете тапҡыр рәттән турнирҙы яулаған беренсе кеше була. Был 37-се тапҡыр Монте-Карлола яулаған еңеүе була. Карьераһында 44-се титулы һәм 19-сы Мастерсы иҫәпләнә.

Һуңыраҡ Надаль Barcelona Open турнирында уйнай. Ул Даниэль Травер-Хименоны, Сантьяго Жиральдоны һәм Монфис Гаэльды еңә. Ярымфиналда Рафа Иван Додигты 6:3, 6:2 иҫәбе менән ота.Финалда Давид Феррерҙы ике партияла еңеп сыға. Надаль Асыҡ дәүерҙең ике турнирын алты тапҡыр отҡан һәм бер отторошһоҙ уйнаған беренсе уйынсы була.

Май айында ул Mutua Madrid Opеn турнирында Маркос Багдатисты еңә. Киләһе турнирҙа Хуан Мартин Дель Потроны алышһыҙ үтеп китә, сөнки Мартиндың ҡабырғаһы йәрәхәтләнә һәм ул уйындан сыға. Рафа һуңынан Микаэль Льодерҙы һәм Роджер Федерерҙы еңә, әммә финалда Новак Джоковичтан ике партияла еңелә. Римдә Рафа финалда Джоковичтан тағы ла еңелә.

Францияның Асыҡ чемпионатында Надаль биш партияла Джон Изнерҙы, Андухар Паблоны, Антонио Веичты һәм Стане Иванды еңә. Сирек финалда Надаль Робин Седерлингты, ярымфиналда Энди Маррейҙы һәм финалда Роджер Федерерҙы еңә. Был уның « Roland Garros» турнирында 6 -сы титулы була. Федерер матчтан һуң былай ти: «Надаль тупраҡта иң яҡшы уйынсы».

Уимблдон турнирының тәүге өс раундында Надаль Майкл Расселды, Райан Свиттингты һәм Жиль Мюллерҙы еңә. Аҙаҡҡы уйынсыны ул тай-брэкта ике партияла еңә, ә өсөнсө партияла ҡоро иҫәп менән еңеп ҡуя. Рафаэль дүртенсе раундта Хуан Мартин Дель Потро 7-6 (8/6), 3-6, 7-6 (7/4), 6-4 иҫәбе менән еңә . Марди Фишты сирек финалда ота. Икеһен дә дүрт партияла еңеп ҡуя. Ярымфиналда дәғүәсе Энди Маррей була. Беренсе партияла Надаль еңелә, әммә киләһе өс партияла өҫтөн сыға. Финалда ул дүрт партияла Новак Джоковичтан еңелә. Надаль матчтан һуң былай ти: «Ул чемпион, сөнки минән яҡшыраҡ уйнаны. Бөгөн донъяла мин иң яҡшы уйынсынан еңелдем. Ул ғәҙәттән тыш теннис күрһәтте. Миңә ҡалһа, мин етерлек кимәлдә уйнаманым. Тағы бер тапҡыр Новакты ҡотлайым. Нимә кисергәнен бик һәйбәт аңлайым— мин дә 2008 йылда ошоно кисерҙем». Был 2007 йылдан алып Надальдың Уимблдонда беренсе еңелеүе була, ул саҡта Роджер Федерер уны биш партияла еңеп сыҡҡайны. Был еңелеүе рекорд ҡуйырға бирмәй, Надальдың Ҙур шлем турнирҙарындағы еңеүҙәр серияһын тамамлай. Джокович донъяның беренсе ракеткаһы була.

Rogers Cup турнирында Надаль икенсе раундта Иван Додигтан еңелә, Рафа өсөнсө партияла тай-брэкты ота алмай, һәм үҙенә хас булмағанса, беренсе матчта уҡ төшөп ҡала. (Надаль, тәүге егерме уйынсы булараҡ, беренсе раундты үткәреп ебәрә). Цинцинатила Беннето Жюльенды һәм Фернандо Вердаско еңеп, сирек финалға тиклем етә. Ул сирек финалда Марди Фиштан еңелә.

Надаль US Open турнирынан һуң Japan Open турнирында уйнай. Тәүге уйында ул Го Соидуны 6:3, 6:2 иҫәбе менән ота. Киләһе раундтарҙа Рафаэль Милош Раоничты, Сантьяго Жиральдоны һәм Фиша Мардины еңә. Финалда Надаль Энди Маррейҙан 6:3, 2:6, 0:6 иҫәбе менән еңелә.

    2012 йыл
Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары 
Рафаэль Надаль Roland Garros-2012 турнирында биреүҙе үтәй

Надаль миҙгелде Qatar Open турнирынан башлай. Ул Филипп Кольшрайберҙы, Денис Гремелмейерҙә һәм Михаил Южныйҙы еңә. Ярымфиналда Монфис Гаэльдан еңелә.

Австралияның Асыҡ чемпионатында Надаль турнирҙы Алекс Кузнецов өҫтөнән еңеүҙән башлай. Икенсе турҙа Томми Хаасҡа ҡаршы матчта ул яңынан өс партияла еңеп сыға. Дүртенсе раундта ул Фелисиано Лопесты, ә һуңынан Томаш Бердыхты, шуға ярашлы Роджер Федерерҙы ла еңә. Шулай итеп, ул дүрт тапҡыр рәттән финалға тиклем етә. 29 ғинуарҙа финалда ул биш партиялы матчта Новак Джокович тарафынан ҡыйратыла, уйын 5 сәғәт 53 минут бара һәм Ҙур шлем турнирында иң оҙайлы финал булып ҡала.

Индиан-Уэллста һәм Майамила март айындағы турнирҙарҙа Рафаэль Надаль ике тапҡыр ярымфиналға барып етә, һәм, әгәр беренсе раундта ул Роджер Федерерҙан ҡалышһа, икенсе турҙа ул һул тубығы арҡаһында Энди Маррей менән булған матч алдынан сығырға мәжбүр була.

Европа грунт миҙгеленә старт бирелгәндә, Рафаэль Монте-Карлола уйнай. Ул Яркко Ниеминенды, Михаил Кукушкинды, Станислас Вавринканы һәм Симон Жильды еңеп сыға һәм Новак Джокович финалда осраша, һәм 2010 йылдан алып тәүге тапҡыр уны еңә.

Апрель айында ғәҙәт буйынса Надаль ике турнирҙа еңеү яулай, ул финалда Новак Джоковичты 6:3, 6:1 иҫәбе менән еңеп сыға, һәм сербтың оҙаҡҡа һуҙылған еңеүҙәр серияһын туҡтата, шулай уҡ бер турнирҙа рәттән 8 еңеү яулап, абсолют рекорд ҡуя. Ә Барселонала финалда дәғүәсе булып Давид Федерер тора, Надаль уны ике партияла 7:6 (7:1) 7:5 иҫәбе менән еңә, һәм тағы рекорд ҡуя — был Барселонала уның етенсе титулы була. Барселоналағы еңеүенән һуң Надаль ике турнирҙы ете һәм унан да күберәк отҡан беренсе уйынсы була. Артабан Рафаэль календарьға ярашлы Мадрид Мастерсында сығыш яһай («күк» тупраҡ тип аталған эксперимент япмала), әммә өсөнсө түңәрәктә 3:6, 6:3, 5:7 иҫәбе менән Фернандо Вердасконан еңелә. Тап бер аҙнанан Римда Мастерста Надаль финалда Новак Джоковичты 7:5, 6:3 иҫәбе менән еңеп ҡуя.

Надаль менән Джоковичтын ҡапма-ҡаршы тороуының юғары нөктәһе 2012 йылда миҙгелдең беренсе яртыһында Roland Garros турнирында була. Икеһе өсөн дә еңеү ҙур әһәмиәткә эйә була. Һөҙөмтәлә Надаль 6-4, 6-3, 2-6, 7-5 иҫәбе менән еңеп ҡуя, шулай итеп ул Джоковичты календарлы булмаған турнирҙан да, һәм карьералы шлемдан да мәхрүм иттереп, турнирҙа еңеүҙәре һаны буйынса яңғыҙ лидер булып ҡала. Хәҙер Рафаэль Надаль Францияның Асыҡ чемпионатында (Асыҡ дәүерҙә) 7 трофей отҡан донъяла берҙән- бер тенниссы була.

«Үлән» миҙгеле башы Надаль өсөн бик уңышлы булмай. Галле ҡалаһында ул сирек финалда Филипп Кольшрайберҙан ҡалыша. Уимблдонда Рафаэль икенсе түңәрәктә донъяның йөҙөнсө ракеткаһы чех Росол Лукаштан 7-6, 4-6, 4-6, 6-2, 4-6 иҫәбе менән еңелә, былар һуңғы ете йыл эсендә иң насар сығыштары була. Россол менән матчта саҡта киҫкенләшкән тубығының йәрәхәте миҙгелде ваҡытынан алда тамамларға (Олимпия уйындарын үткәреп ебәрә) һәм Торонтола, Цинцинаттила булған Мастерс серияһының ике ҙур турнирын ҡалдырырға мәжбүр итә. Аҙаҡ ул US Open турнирында уйнауҙан да баш тарта. Миҙгел аҙағына тиклем ул (тубығы имгәнеүе арҡаһында) миҙгелдең йомғаҡлау турнирҙарында ла: Париждағы Мастерста һәм Лондондағы йомғаҡлау турнирында ҡатнаша алмай.

    2013 йыл

2013 йыл миҙгелен Надаль Абу-Дабила турнирға әйләнеп ҡайтып башлауҙы планлаштыра, әммә ике көн ҡалғас, ашҡаҙан вирусы арҡаһында баш тарта. Бер нисә көндән ул Дохала Австралияның Асыҡ чемпионатында ҡатнашыуҙан да баш тарта. Артабан тупраҡ турнирҙар серияһы башлана (Винья-дель-Мар, Сан-Паулу һәм Акапулько), һәр береһендә Надаль финалғабарып етә, ә һуңғы икеһендә еңеүен байрам итә. Был турнирҙарҙан һуң Рафаэль Индиан-Уэллста миҙгелдең беренсе Masters турнирында сығыш яһай, бында үҙенең карьераһында өсөнсө еңеүен яулай (финалда Хуан Мартин Дель Потро еңеп). Испанлы өсөн карьераһында 600 -сы еңеүе була, һәм ул Мастерссерияһында отоп алған титулдары һаны (22) буйынса яңғыҙы донъя лидеры булып ҡала, шулай уҡ АТР рейтингында 5-се урындан 4-се урынға күтәрелергә мөмкинлек бирә.

Һуңынан европа тупраҡ (грунт) миҙгеле башлана, уны Рафа бик яҡшы үткәрә, ҡатнашҡан бөтә турнирҙарҙа ла еңеүҙәр яулай (Монте-Карлола Джоковичтан финалда ҡалышыуын иҫәпкә алмағанда). Испан тенниссыһы сиратлап Барселонала, Мадридта һәм Римдә турнирҙар яулай, ә йылдың тупраҡ ярышында Францияның Асыҡ чемпионатында (Roland Garros) — һигеҙенсе рекордлы еңеүен байрам итә, был еңеүе карьераһында дөйөм алғанда 57-сеһе була. Турнир барышында Надаль ярымфиналда Новак Джоковичты, Монте-Карлолағы еңелеүе өсөн реванш яһап, 6:4, 3:6, 6:1, 6:7, 9:7 иҫәбе менән ҡыйрата.

Көтмәгәндә беренсе түңәрәктә Уимблдон турнирында Надаль донъяның 135-се ракеткаһы бельгиялы Стив Дарсинан 6:7 (4:7), 6:7 (8:10), 4:6, иҫәбе менән еңелеп, карьераһында тәүге Ҙур шлем турниры стартында ҡалыша.

Уимблдон турнирынан һуң Монреальда Мастерс турниры була, унда Рафа «ваҡытынан алда финалда» Новак Джоковичты 6:4, 3:6, 7:6 (7:2) иҫәбе менән еңә, финалда канадалы Милош Раоничты 6:2, 6:2 иҫәбе менән еңел генә еңеп сыға. Был Мастерс турнирҙары серияһында рекордты 25 еңеүгә арттыра. Еңеүе АТР-52 рейтингында 4-се урындан 3-сө урынға күсеүҙе һәм АТР-ҙың чемпион ярышында лидерлыҡта ныҡлы урын алыуын тәьмин итә. Монреальдағы сығышынан һуң Надаль үҙенең 26-сы Мастерс турнирын яулай, ә был трофейҙы ул Цинцинаттила финалда Джон Инзерҙы 7:6 (10:8), 7:6 (7:3) иҫәбе менән еңеп ала. Был еңеүе уны АТР рейтингында 2-се урынды биләргә мөмкинлек бирә.

Рафаэль Надаль: Дөйөм мәғлүмәттәр, Спорт карьераһы, Турнирҙарҙа сығыштары 
2013 йылда Надаль BNP Paribas Masters турнирында

US Open турнирына етеп, хард (синтетик япма) миҙгелендә бер матчта ла еңелмәйенсә, турнирҙы ныҡ ышаныслы үткәрә, тик турнирҙың беренсе партияһында дүртенсе түңәрәктә Филипп Кольшрайберҙан ҡалыша, сирек финалда Томми Робредр менән осраша (ул уткән раундта өс партияла Роджер Федерерҙың еңгәйне), уны Рфафэль 6:0, 6:2, 6:2 иҫәбе менән ышансылы еңә. Ярымфиналда ул Ришар Гаскены 6:4, 7:6, 6:2.иҫәбе менән еңеп сыға. Көтөлгән финалда ул донъяның беренсе ракеткаһы Новак Джокович менән осраша, Беренсе партияла 6:2 иҫәбе менән еңә, икенсе партияла 3:6 иҫәбе менән отола. Уйындың юғары нөктәһе булып өсөнсө партияның 9-сы геймы була: 4:4 иҫәптә биреүҙә Надальдың иҫәбе 0:40, һәм Джокович өс йәшәрен сет-болға эйә була. Әммә Рафа уға береһен дә тормошҡа ашырыға мөмкинлек бирмәй, етмәһә 30:40 иҫәптә уйында беренсе эйсты эшләй. Алдағы геймда Надаль һуңғы партияла 6:4 иҫәбе менән еңеп, брейк яһай. US Open 2013 турнирында финалдың дүртенсе һәм һуңғы партияһында Надаль иҫәпте 6:1 еткерә. Шулай итеп, карьераһында икенсе тапҡыр АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында еңеү яулай.

Рафаэль бер миҙгелдә Монреальда, Цинцинаттила һәм АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты турнирҙарында еңгән өсөнсө уйынсы була. Уға тиклем быны Патрик Рафтер (1998)менән Энди Роддик (2003) яулай.

Еңеүҙәргә бай булған US Open турнирынан һуң China Open турниры килә, унда Надаль финалға тиклем етә. Сантьяго Хиральдоны 6:2, 6:4 иҫәбе менән, һуңынан Кольшрайбер Филиппты 6:4, 7:6 һәм Фабио Фоньинины 2:6, 6:4, 6:1 иҫәптәре менән еңә (итальяндар менән уйында, Рафа икенсе партияла1:0 4:30 үҙенең биреүендә ҡалыша, әммә һөҙөмтәлә уйында еңеүгә өлгәшә). Ярымфиналда дәғүәсе Томаш Бердых була, уның менән иҫәп испанлы файҙаһына 4:2 була. Финалда Рафаэль Новак Джоковичтан 3:6, 4:6 иҫәбе менән ҡалышһа ла, донъя рейтингында беренсе урынға күтәрелә. Аҙаҡ Шанхайҙа турнирҙа ул ярымфиналға барып етә, әммә Хуан Мартин дель Потронан 2/6 4/6 иҫәбе менән ҡалыша. Париждағы Мастерста ул үҙенең ватандашы Давид Феррерҙан 3/6 5/7 иҫәбе менән еңелә.

Миҙгелдең юғары нөктәһе булып Донъя Туры Финалы тора, Рафа сиратлап Давид Феррерҙы (6:3, 6:2), Станислав Вавринканы (7:6(5), 7:6(6) һәм Томаш Бердыхты (6:4, 1:6, 6:3) еңеп сыға. Ярымфиналда ул электән килгән дәғүәсе Роджер Федерерҙы 7:5, 6:3 иҫәбе менән еңә. Ә финалда Новак Джоковичтан 3:6, 4:6 иҫәбе менән ҡалыша.

Быйылғы йылда 17 турнирҙа ҡатнашып, шуларҙың 14-дә финалға етә, 10 тапҡыр еңеп сыға.

2018 йыл миҙгеле

Сирек финаллы матчтың бишенсе партияһында аяғының ауыртыуы сәбәпле Рафаэль Надаль Хорватиянан Марин Чиличҡа ҡаршы уйындан сыға һәм Австралияның теннис буйынса Асыҡ чемпионатында яңғыҙ разрядта титул өсөн көрәшен туҡтата. Турнир барышында Надаль аргентиналы Виктор Бургосты, босниялы Дамир Джумхурҙы, тағы бер аргентиналы Диего Шварцманды бик оҫта еңә

Турнирҙарҙа сығыштары

  • Ҙур шлем турнирында яңғыҙ разрядта 16 тапҡыр еңеүсе.
  • 2008 йылда яңғыҙ разрядта Олимпия чемпионы.
  • Яңғыҙ разрядта «Алтын шлемға» эйә булыусы (Ҙур шлемдың турнирҙарындағы еңеүе һәм олимпия алтын миҙалы өсөн)
  • «Ҡыҙыл шлем» эйәһе—тупраҡта Мастерс серияһы турнирында отторошһоҙ рәттән өс еңеү яулап алыуы һәм Францияның Асыҡ чемпионатында («Roland Garros») яулауы өсөн бирелә. Ул бөтә ваҡыттарҙың да бөйөк уйынсыларының береһе тип һанала
  • Roland Garros финалына 10 тапҡыр сыға һәм һәр тапҡыр еңә

Ҡаҙаныштары

Ҙур шлем турнирында ҡаҙаныштары:

  • Францияның теннис буйынса Асыҡ чемпионатының ун тапҡыр еңеүсеһе (2005-08, 2010-14, 2017);
  • Уимблдон турнирының ике тапҡыр еңеүсеһе (2008, 2010);
  • АҠШ-тың Асыҡ чемпионатының өс тапҡыр еңеүсеһе (2010, 2013, 2017);
  • Австралия Асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (2009).

Дөйөм рекордтары һәм ҡаҙаныштары:

  • Мастерс серияһы турнирҙарының 30 тапҡыр еңеүсеһе
  • Испания йыйылма командаһы составында Дэвис Кубогына дүрт тапҡыр эйә булыусы(2004, 2008, 2009, 2011).
  • ATP-турҙың ңң яҡшы уйынсыһы (2008, 2010, 2013).
  • Надаль бер үк япмала рәттән еңгән матчтар буйынса абсолют рекордҡа эйә — 2005 йылдың 8 апреленән алып 2007 йылдың 20 майына тиклем тупраҡта 81 еңеү яулай. Еңеү серияһы һуң Валенсияла турнирҙа Игорь Андреевты еңгәндән һуң башлана һәм Роджер Федерер тарафынан Гамбургта Мастерс серияһы турниры финалында 2-6 6-2 6-0 иҫәбе менән өҙөлә. Алдағы рекорд ҡуйыусы аргентиналы Гильермо Вилас була, уның 53 еңеү. Вилас рекорды1977 йылдан алып, 29 йыл һаҡлана, һәм ғәмәлдә тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ тип иҫәпләнә. Был ике йылдан артыҡ осорҙа Надаль тупраҡта 16 еңеү яулай.
  • Надаль Монте-Карлола Мастерс серияһында бер рәттән 10 еңеү яулай. ATP-тур тарихында әле бер кем дә бер турнирҙа былай йыш еңмәй. Сираттағы Барселоналағы турнирҙа 8-се еңеүҙән һуң, Рафаэль Надаль Асыҡ дәүерҙә ике төрлө турнирҙа һигеҙ тапҡыр еңгән, һәм өс төрлө турнирҙа һигеҙ тапҡыр еңеүсе булған берҙән-бер тенниссы булып иҫәпләнә. Шулай уҡ ул Ҙур шлем турнирҙарында һигеҙ титул яулап, рекорд ҡуйған беренсе тенниссы. Ул Римда Мастерс турнирҙарында еңеүҙәре һаны буйынса рекорд ҡуя — ул был турнирҙың ете тапҡыр чемпионы. Был Асыҡ дәүерҙә профессионалдар араһында иң яҡшы һөҙөмтә.
  • Монте-Карлолағы еңеүе (2017) Надальдың иҫәп буйынса 10-сыһы. Шулай итеп, Асыҡ дәүерҙең берҙән-бер уйынсыһы булып ҡалып, үҙенең алдағы рекордын яҡшырта (9 еңеү).
  • Тупраҡ уйнау һаны буйынса рекордсы (53). Быға тиклем рекорд Вилас Гильермола ине.
  • 12 йыл дауамында Надаль йыл рәттән (2005-сы йылдан алып) әлегә тиклем (2018) профессионал тенниссыларҙың, донъя рейтингының топ−10 баҫҡысынан төшмәй.

Иҫкәрмәләр

  •  (инг.)(инг.) (исп.)(исп.)
  • Nadal eases to 1st-round win at Australian Open. Yahoo Sports (16 ғинуар 2012).(недоступная ссылка)
  • Nadal beats Haas as Federer puts feet up at Aussie Open. Yahoo Sports (18 ғинуар 2012).(недоступная ссылка)
  • Rafael Nadal and Roger Federer into Australian Open 2012 quarters  (инг.), BBC (22 January 2012). 15 февраль 2014 тикшерелгән.(инг.)BBC 15 февраль 2014 тикшерелгән.
  • Australian Open 2012 day nine as it happened  (инг.), BBC (24 January 2012). 15 февраль 2014 тикшерелгән.(инг.)BBC 15 февраль 2014 тикшерелгән.
  • Rafael Nadal beats Roger Federer to reach Australian Open final  (инг.), BBC (26 January 2011). 15 февраль 2014 тикшерелгән.(инг.)BBC 15 февраль 2014 тикшерелгән.
  • Djokovic si conferma re Nadal battuto in finale  (итал.), la repubblica (Ҡалып:TranslateDate/it). 15 февраль 2014 тикшерелгән.(итал.)la repubblica Ҡалып:TranslateDate/it 15 февраль 2014 тикшерелгән.
  • Federer Beats Nadal To Reach Final  (инг.), ATP World Tour (17 March 2012). 6 март 2014 тикшерелгән.(инг.)ATP World Tour 6 март 2014 тикшерелгән.
  • Rafael Nadal Withdraws From Miami SF: “My Knee Won’t Let Me Play Today”  (инг.), Tennis X (30 March 2012). 6 март 2014 тикшерелгән.(инг.)Tennis X 6 март 2014 тикшерелгән.
  • Nadal, Djokovic Begin Clay Assault In Monte Carlo Wednesday  (инг.), Tennis-X (17 April 2012). 5 апрель 2014 тикшерелгән.(инг.)Tennis-X 5 апрель 2014 тикшерелгән.
  • Nadal Ruthless In Kukushkin Dismissal  (инг.), ATP World Tour (19 April 2012). 5 апрель 2014 тикшерелгән.(инг.)ATP World Tour 5 апрель 2014 тикшерелгән.
  • Nadal – Simon and Djokovic – Berdych, the semifinalists in Montecarlo.  (инг.), Mutua Madrid Open (20 April 2012). 5 апрель 2014 тикшерелгән.(инг.)Mutua Madrid Open 5 апрель 2014 тикшерелгән.
  • Simon vs Nadal, Monte-Carlo Rolex Masters 2012  (инг.), tennisearth.com. 5 апрель 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 7 апрель архивланған.(инг.)tennisearth.com 5 апрель 2014 тикшерелгән.
  • Simon Briggs. Rafael Nadal beats Novak Djokovic to win eighth consecutive Monte Carlo Masters title  (инг.), The Telegraph (22 April 2012). 5 апрель 2014 тикшерелгән.
  • http://www.bbc.co.uk/sport/0/tennis/21825356, BBC Sport
  • Nicholas J. Walz, http://www.usopen.org/en_US/news/articles/2013-09-09/201309101378772044000.html?promo=media_wall. usopen.org.
  • Һылтанмалар

    • Официальный сайт (англ.) (исп)
    • Рафаэль Надаль — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы — олимпийская статистика на сайте Sports-Reference.com (англ.)
    • Надаль, Рафаэль — статья в Лентапедии. 2012 год
    • King of Clay Rafael Nadal

    Tags:

    Рафаэль Надаль Дөйөм мәғлүмәттәрРафаэль Надаль Спорт карьераһыРафаэль Надаль Турнирҙарҙа сығыштарыРафаэль Надаль ИҫкәрмәләрРафаэль Надаль ҺылтанмаларРафаэль Надаль1986 йыл3 июньИспан телеИспанияТеннис

    🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

    ЯпонияДания25 декабрьПасха12 июльАрхеологияИстанбулИталияАсыҡ контент28 ғинуарҒайса (пәйғәмбәр)28 мартХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыРомео һәм Джульетта19 мартЭлектрон почта2003 йылXVIII быуатЗигмунд Фрейд1-се ҠарағасWikiLeaksЕкатерина II2016 йылIBMМенделеев Дмитрий ИвановичВикипедияАтыу ҡоралы30 июнь20 сентябрь15 майРәсәйҙә Граждандар һуғышыЫрымбурЧечен РеспубликаһыӘһәмәниҙәр дәүләтеБельгия19 августСоветтар Союзы ГеройыДнестр буйы Молдова РеспубликаһыМедицинаҠылым22 апрельТарихДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыУкраинаТаулы Ҡарабах РеспубликаһыОвидийБашҡорт телеҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрШиғыйҙар16 сентябрьМаксим ГорькийШарль де ГолльБашҡорт теленең морфологияһыҠомарлы уйынҺыҙыҡсаҠырым татарҙарыСайтҒабдулла ТуҡайЭякуляцияҺабантуйӘрмәндәр23 ғинуар5 июнь30 октябрьЯмғыр🡆 More