Ағымдағы ваҡиғалар порталына рәхим итегеҙ! |
Ағымдағы ваҡиғалар | Киң мәғлүмәт саралары беҙҙең турала/ СМИ о нас/ Media about us | Матди ярҙам /кошелёк/ purse | Башвики наградалары | en:Current events |
Фекер алышыу архивы: |
11.03.2023 Башҡорт телендә Википедияны үҫтереү үҙебеҙҙән тора!
Белорет педагогия колледжы студенттары (Ғәлимова Фаягөл, Ғәйнуллина Илгизә, Сәләхиева Валерия - буласаҡ уҡытыусылар) менән бергәләп викиосрашыуға барып ҡайттыҡ. «Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен үҫтереүҙә Википедияның Роле» семинарында башҡорт викимедияһы администраторы Рөстәм Ғатауллин (Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары булып эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, википедия менән йәмәғәт башланғысында ғына шөғөлләнә) һәм халыҡ-ара викимедиа проекттары ирекмәне Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре) популяр интернет-энциклопедия мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр. Һеҙ ҙә башҡорт Википедияһына инеп, теркәлеп, мәғлүмәттәр өҫтәй алаһығыҙ. Шәп бит! ГүзәлМансур.
23.01.2023 «Бәйләнештә» селтәрендә БашВикиҙың бәлиғ булыуы айҡанлы сәсәндәр Әйтеш башланы. Әйтештә ҡатнашалар: Нур башы — Рөстәм Нурыев, Калинин районы; Алтынбикә — Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғафури районы; Шаһзада — Шәһүрә Асҡарова, Ҡыпсаҡ хан — Хәйҙәр Көмөшбаев, Шәмсибикә — Рима Рафиҡова, Өмөтбикә — Гүзәл Әхмәҙиева,
13.11.2022 Башҡорт теле көнө алдынан BashWiki роботы эшләй башланы.
Ошо һылтанма буйынса инеп төрлө һорауҙар бирергә мөмкин.
18.11.2022
Асҡында үткән «Минең кесе ватаным - Атайсал» 1-се муниципаль форумының «Тере тарих дәрестәре» майҙансығында ҡатнашып, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Фәнирә Нәбиуллина 2021, кесе ватаны, яҡташтары, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйып, Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр яҙыуы, конкурстарҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.