Мьянма

Мья́нма Союзы республикаһы (бирм.

Мьянма Союзы Республикаһы
Мьянма Пьидаунзу Мьянма Найнгандо
Мьянма Мьянма гербы
Флаг
Гимн: «Gba Majay Bma»
Мьянма
Үҙаллылыҡ датаһы 4 ғинүар 1948Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел бирман
Баш ҡала Нейпьидо
Эре ҡалалар Янгон, Мандалай, Моламьяйн
Идара итеү төрө Республика
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
39
678 500 км²
3,06
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

50 020 000 чел. (24)
73,9 чел./км²
ИЧР  0.586 (138 урын)
Валюта мьянманский кьят
Интернет-домены .mmРанее .bu.
Код ISO MM
МОК коды MYA
Телефон коды +95
Сәғәт бүлкәте +6:30

«Мьянма» (бирм. မြန်မာ) һүҙе «етеҙ», «көслө» тигәнде аңлата һәм зөбәржәтте белдергән «Мья» һүҙенә оҡшаш. Күпселекте тәшкил иткән бирмандар «Бама́» (бирм. ဗမာ) атамаһын ҡуллана. 1989 йылға тиклем илдең рәсми исеме Бирма́ Союзы, ҡыҫҡаса — Би́рма була. «Бирма» һүҙе бары тик илдән ситтә генә ҡулланыла. 2010 йылдың октябрендә Мьянма «Мьянма союзы» атамаһын «Мьянма Союзы республикаһы» тип алыштыра, шулай уҡ илдең гербы һәм флагы үҙгәртелә.

Мьянманың баш ҡалаһы — Нейпьидо. Ул Пьинмана ҡалаһы эргәһендәге ҙур булмаған ауыл урынында барлыҡҡа килә.

Хәҙерге Мьянманың бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ тарихы 1948 йылда Бөйөк Британияның колонияһы булыуҙан туҡтағандан һуң башлана.

1948 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, илдә оҙайлы граждандар һуғышы башлана.

Мьянма, ил менән хәрби хунта идара иткән саҡта, 1962 йылдан 2011 йылға тиклем ярым изоляцияла була. 2000 йылдар башында Мьянмала демократлаштырыу башлана, һөҙөмтәлә 2015 йылда илдә беренсе ирекле һайлауҙар үткәрелә. Ил менән элекке оппозиционер, Нобель премияһы лауреаты Аун Сан Су Чжи етәкселек итә. 2017 йылда ул етәкләгән Мьянма хөкүмәте этник һәм дини әҙселекте тәшкил иткән рохинджа халҡы (мосолмандар) вәкилдәренә ҡаршы ғәмәлдәр башлай. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын рохинджа күрше Бангладешҡа ҡасырға мәжбүр була (БМО мәғлүмәттәре буйынса, Мьянма властарының рохинджаларға ҡаршы ғәмәлдәре «этник геноцидтың классик өлгөһө» булып тора).

2021 йылда хәрби түңкәрелеш була һәм илдә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Этимологияһы

Илдең «Мьянма» атамаһы (бирма телендә မြန််မာ) «тиҙ», «көслө» тигәнде аңлата һәм «зөбәржәт» мәғәнәһенә эйә булған «Мья» һүҙе менән ауаздаш. Е. М. Поспелов фекеренсә, «Мьянма» һүҙе «мьян халҡы иле» тигәнде аңлата. Ил халҡының күпселеген тәшкил иткән бирмалар «Бама» (бирма: ဗမာ) үҙатамаһын ҡуллана. 1989 йылға тиклем дәүләт рәсми рәүештә Бирма Союзы Социалистик Республикаһы тип атала һәм Бирма тип ҡыҫҡартыла. «Бирма» атамаһы сит ил сығышлы һәм илдә популяр түгел.

2010 йылдың октябрендә Мьянма илдең исемен "Мьянма союзы"нан «Мьянма Союзы Республикаһына» алмаштыра, шулай уҡ дәүләттең гербы һәм флагы үҙгәртелә.

Географияһы

Мьянма 
Мьянманың физик картаһы

Географик урынлашыуы

Мьянма Һиндостан (1463 км) һәм көнбайышта Бангладеш (193 км), төньяҡ-көнсығышта Ҡытай (2185 км), көнсығышта Лаос (235 км), көньяҡ-көнсығышта Таиланд менән (1800 км) сиктәш. Уның ярҙарын көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан Бенгал һәм Мутама ҡултығы (Мартабан), шулай уҡ Андаман диңгеҙе һыуҙары менән йыуа. Илдең майҙаны, эргә-тирәләге утрауҙарҙы иҫәпкә алып — 678 мең км², яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 1930 км.

Климаты

Башлыса тропик һәм субэкваториаль климат өҫтөнлөк итә. Өс миҙгелгә бүленә:

  • дымлы — май аҙағынан октябрь аҙағына тиклем;
  • һалҡынса — октябрь аҙағынан февраль уртаһына тиклем;
  • эҫе — февраль уртаһынан май аҙағына тиклем.

Ғинуар айында уртаса айлыҡ температура +24 °C. Янгонда, Мандалайҙа +21 °C. Йәй көнө иң юғары температураһы ғәҙәттә +41 °C тәшкил итә. Таулы урындарҙа күпкә һалҡыныраҡ (атап әйткәндә, Шан ҡалҡыулығында төндә температура ҡайһы берҙә нулдән түбән төшөүе мөмкин), үҙәндәрҙә ғинуар айы температураһы +15 °C-тан артмай.

Иң күп яуым-төшөм июлдә теркәлә. Яуым-төшөм күләме көньяҡ-көнбайыштан иҫкән дым йөрөтөүсе муссон елдәренең тау битләүҙәренә (бейеклегенә ҡарап) тәьҫир итеүенә бәйле. Ракхайн һәм Танинтайи өлкәләренең ярҙарында яуым-төшөм бер йылда уртаса 4600-5100 миллиметр яуа, ә үҙәк тигеҙлектә — ни бары 635 миллиметр. Ситуэла (Акъяб) яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 4950 миллиметрға етә, Минбала, ҡоро бүлкәттәге Ракхайн һыртының ямғыр күләгәһендә, ни бары 740 миллиметр, Янгонда — 2510 миллиметр.

Мьянма 
Мьянмала тик ағасынан ҡоролған күперҙәрҙең иң оҙоно һәм иҫкеһе урынлашҡан — 1850 йылда төҙөлгән Убэйн күпере, уның оҙонлоғо 1,2 саҡрым тәшкил итә.

Гидрология

Төп йылғалар тауҙарҙа башлана һәм Һинд океаны бассейнына ҡарай. Йылғаның максималь ағымы муссонлы ямғырҙар миҙгеленә тура килә, был осорҙа йыш ҡына ташҡындар була, ҡалған ваҡытта күп йылғалар һайыға һәм ҡорой. Яр буйындағы уйпатлыҡтар һаҙға әйләнгән, һөҙөмтәлә диңгеҙҙәге һыуҙың ҡалҡыуы ҡайһы берҙә ярҙан 100 саҡрым һәм унан да күберәк алыҫлыҡта һиҙелә.

Мьянманың иң ҙур йылғалары — Иравади, Меконг, Салуин, Ситаун һәм Чиндуин. Күлдәр аҙ, уларҙың иң ҙуры — Шан таулығындағы Инле күле.

Тарихы

Дәүләт төҙөлөшө

Дәүләт идара итеү органдары:

  • Мәғариф министрлығы.
  • Сит ил эштәре министрлығы.
  • Сауҙа министрлығы.
  • Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
  • Тимер юл транспорты министрлығы.

Административ төҙөлөшө

Мьянма — унитар дәүләт. Ил 7 административ өлкәгә (тайинг), 7 штатҡа (пуй-не) һәм 6 үҙидара зонаһына бүленгән.

Штаттар:

  • Качин (штат)
  • Кая (штат)
  • Мон (штат)
  • Ракхайн (штат)
  • Чин (штат)
  • Шан (штат)
  • Карен (штат)

Административ өлкәләр:

  • Иравади (өлкә)
  • Магуэ (өлкә)
  • Мандалай (өлкә)
  • Пегу (өлкә)
  • Сикайн (өлкә)
  • Танинтайи
  • Янгон (өлкә)

Үҙидара зоналары:

  • Ва (үҙидара зонаһы)
  • Дану (үҙидара зонаһы)
  • Кокан (үҙидара зонаһы)
  • Нага (үҙидара зонаһы)
  • Палаунг (үҙидара зонаһы)
  • Пао (үҙидара зонаһы)

Өлкәләр һәм штаттар ҡала кварталдарын берләштергән ҡалаларҙан (мьо) һәм ауыл улустарынан (райондарынан) һәм ауылдар төркөмөнән (чейюа) торған райондарға (мьонэ) бүленә.

Халҡы

Мьянма 
2020 йылға Мьянма халҡының йәш-енес пирамидаһы

Мьянма Союзы Республикаһы — полиэтник ил һәм унда йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнә.

Мьянмала яҡынса 60 миллион кеше йәшәй. Бөтә баһалар ҙа дөрөҫлөккә тап килмәҫкә мөмкин, сөнки 1931 йылда халыҡтың тулы иҫәбен алғандан һуң 1983 йылда бер тапҡыр ғына өлөшләтә үткәрелә; сираттағы тулы халыҡ иҫәбен алыу 2014 йылда була. 2014 йылда тыуым — 2,18. Уртаса йәше — 27,9 йәш.

Төп этник төркөмдәр: бирмандар — 68 %, шандар — 9 %, карендар — 7 %, аракандар — 4 %, ҡытайҙар — 3 %, индеецтар — 2 %, мондар — 2 %, качиндар — 1,5 %, башҡа милләттәр — 3,5 %.

Мәғариф

Мәғариф Британия өлгөһө буйынса төҙөлгән. Балалар мәктәпкә биш йәштә бара. Башланғыс мәктәп нулдән дүртенсе класҡа тиклем дауам итә. Уны тамамлағандан һуң балыҡсылыҡ йәки һөнәрселек буйынса бер йыллыҡ курстар үтергә мөмкин. Уҡыуын дауам итһәләр, бирмандар 5 — 9 кластарға тиклем урта мәктәпкә уҡырға йөрөй, уны тамамлағандан һуң, ауыл хужалығы йәки техник училищеға күсергә йәки технологик йәһәттән киске курстар үтергә мөмкин. Әгәр уҡыусылар өлкән мәктәпте (9 — 10 кластарҙы) уңышлы тамамлаһа, артабан киләһе уҡыу йорттарында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә:

  • бер йыллыҡ уҡытыусылар институттары;
  • ғилми колледждар һәм сәнғәт колледждары (ике йыл);
  • дәүләт техник һәм ауыл хужалығы институттары (өс йыл);
  • дәүләт хәрби вуздары (дүрт йыл);
  • иҡтисади вуздар (дүрт йыл);
  • ауыл хужалығы, компьютер, ветеринария, технологик, стоматология вуздары (алты йыл);
  • медицина вуздары (ете йыл).

Шәхси вуздар бар, уларҙа бакалавр дәрәжәһе алырға мөмкин. Хәрби диктатура ваҡытында (1997—2011) Мьянманың бөтә университеттары 12 йылға ябыла. Әммә хәрби диктатура тамамланғандан һуң, илдең юғары уҡыу йорттары яңынан асыла.

Дин

Мьянма халҡының күпселеге (89 %) буддизм яҡлы (Тхеравад мәктәбе). Буддизмдан тыш, илдә шулай уҡ христиандар (4 %), мосолмандар (4 %), мәжүсиҙәр (анимистар) (1 %), башҡа дини инаныуҙарға эйәреүселәр (2 %).

Дини низағтар

  • 2012 йылдың 4 июнендә илдең көнбайышында Ракхайн штатында буддистар һәм мосолман-рохиндждар араһында конфликт башлана. 2012 йылдың июнендә президент штатта ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә. Яҡынса 4665 йорт яндырыла, һәм рохинджа мосолмандары Таиландҡа ҡаса башлай.
  • 2013 йылдың 20 мартында Мейтила ҡалаһында мосолмандарға ҡаршы һөжүмдәр башлана.
  • 2015 йылда Мьянма хөкүмәте баҫымы аҫтында әҙселекте тәшкил иткән мосолмандарҙың күпләп ҡыуылыуы.
  • 2016 йылдың 9 октябрендә халыҡты этник таҙартыу һәм дини эҙәрлекләүҙәр башлана. Башлыса рохинджа халҡына ҡаршы.

Байрамдар

Азанин, Шәһиттәр көнө (бирмаса: အာငဎနြြꃃꇫ) йәки Гаунзаунджимьячасхоудон, һәләк булған лидерҙар көнө — Мьянманың дәүләтенең иҫтәлекле көнө. Григориан календары буйынса 1947 йылдың 19 июлендә Аун Сандың һәм уның иптәштәренең вафат булған көнө булараҡ билдәләнә.

Иҡтисады

Сәйәси ҡоролошо

Ил 1962 йылдан хәрбиҙәр идаралығында була. 2008 йылдың апрелендә Дәүләт Советы Мьянма өсөн яңы конституция иғлан итә. Уның төп принцибы — «тәртипле, сәскә атҡан демократия». Был конституция буйынса Мьянма парламентындағы урындарҙың дүрттән бер өлөшө хәрбиҙәргә ҡалдырыла. 2021 йылда Мьянма ҡораллы көстәре тарафынан хәрби түңкәрелеш була, президент вазифаһын башҡарыусы итеп вице-президент Мьин Шве тәғәйенләнә.

Ҡораллы көстәре

Илдә киң таралған исеме — тамадо. Дөйөм һаны — 406 мең кеше.

Тышҡы сәйәсәте

Мьянмала интернет

Мьянмала интернет ҡулланыу 1 проценттан артмай (халыҡтың 24,4 проценты, ә йорт компьютерҙары — яҡынса 13,6%-ы интернетҡа тоташҡан,), шуға күрә күпселек граждандар селтәргә интернет-кафелар аша инә. Был учреждениеларҙың эшмәкәрлеге ҡәтғи көйләнгән: унда цензура индерелгән, властар электрон почтаны ҡарай һәм интернет-блог ҡулланыусыларҙы теркәй ала. Кәм тигәндә ике мьянман блогеры төрмәлә ултыра. Уларҙың береһе Zarganar нигы аҫтында билдәле, ул 2008 йылда «Наргис» циклонынан һуң емерелеү видеояҙмаһын таратҡан өсөн 59 йылға хөкөм ителә, әммә 2011 йылдың 12 октябрендә иреккә сығарыла. Тикшеренеү авторҙары хәтерләүенсә, 2007 йылда халыҡ сыуалыштары ваҡытында Мьянмала интернет тулыһынса һүндерелә. 2017 йылға ҡарата интернетҡа инеү ирекле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Права человека в Мьянме
  • Гражданская война в Бирме
  • Государственный совет мира и развития
  • Золотой треугольник (наркоторговля)
  • Государство Шан
  • Ва (государство)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Мьянма в темах

Ҡалып:Члены АСЕАН Ҡалып:Саммит стран Восточной Азии

Ҡалып:Движение неприсоединения


Tags:

Мьянма ЭтимологияһыМьянма ГеографияһыМьянма ТарихыМьянма Дәүләт төҙөлөшөМьянма ХалҡыМьянма МәғарифМьянма ДинМьянма БайрамдарМьянма ИҡтисадыМьянма Сәйәси ҡоролошоМьянма ла интернетМьянма Шулай уҡ ҡарағыҙМьянма ИҫкәрмәләрМьянма ӘҙәбиәтМьянма ҺылтанмаларМьянмаБирма телеҺиндҡытай

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Фашизм23 ғинуарБельгияСуфый сиңерткәСифатҒәрәп теле1997 йылСпортГәрәев Муса Ғайса улыБашҡортостанӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыАуылТанауҺауа торошо17 март14 февральДифтерияИспан телеШарль де ГолльБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыМультипликацияЭлизабет ТейлорБөрйән районыКонго РеспубликаһыИраҡБашҡорт ир-ат исемдәреБөйөк БританияБашҡорт теленең фонологияһыМәжит ҒафуриКаталонияЮлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улы15 апрельҠатнаш көрәш сәнғәтеОктябрьТицианЛуи Армстронг24 июнь1943 йылБашҡорт халҡының йолаларыФлоридаРәсәй Федерацияһы1 май9 сентябрьВизантия империяһыСовет Социалистик Республикалар СоюзыДнестр буйы Молдова РеспубликаһыНауруз13 февральАльбрехт ДюрерЕнси актДәүләт Йыйылышы — ҠоролтайБашҡорт ВикипедияһыБөйөк Ватан һуғышыБашҡортостандың халыҡ шағирыЕте йыллыҡ һуғышГамеланБангладешМәскәүКарфагенКоста-Рика🡆 More