Кеҫә Телефоны

Кеҫә телефоны — мобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион телефон коммутацияһын ҡуллана.

Кеҫә Телефоны
Сеул магазины витринаһында кеҫә телефондары, Көньяҡ Корея, 2006 йыл
Кеҫә Телефоны
Кеҫә Телефоны
Типик сим-карта

Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе — бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, спутник телефоны, радиотелефон һәм магистраль элемтә аппараты мобиль телефондарҙан һаналһа ла, кеҫә телефонын ғына мобиль телефон тип һанайҙар.

Кеҫә телефоны — ҡатмарлы юғары технологик электрон ҡоролма. Уға: 2—4 СВЧ-диапазонындағы ҡабул итеү ҡоролмаһы, махсуслаштырылған идара итеү контроллёры, төҫлө/монохром дисплейы, интерфейс ҡоролмаһы, аккумулятор инә. Күп телефондар уникаль номерҙан тора (атам. IMEI — мобиль ҡоролманың халыҡ-ара идентификаторы). IMEI кеҫә телефоны эшләнелгән мәлдә бирелә һәм 15 һандан тора, телефондың модификацияланмаған өлөшөнә яҙыла. Был номер телефондың аккмуляторы аҫтында, этикеткаһында, баҫтырылған, шулай уҡ телефон ҡумтаһында (төргәгендә) ҡуйылған (штрих-код аҫтында). Күп кенә телефондарҙа клавиатураһында *#06# кодын йыйып белергә мөмкин.

Күп кенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн SIM-карта ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Вольт.

Ябай халыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».

Тарихы

  • 1946 йыл — АҠШ-та, Сент-Луис ҡалаһында AT&T Bell Laboratories компанияһы үҙенең автомобилендә телефон элемтәһе ҡуйыу буйынса эксперимент башлай.
  • 1947 йыл — Bell компанияһында эшләүсе Дуглас Ринг һәм Рей Янг мобиль элемтә өсөн алты яҡлы күҙәнәк принцибын тәҡдим итәләр.
  • 6 март, 1983 йыл — Motorola компанияһы беренсе булып һатыуға кеҫә телефонын сығара. DynaTAC 8000X аппаратын уйлап сығарыр өсөн $100 млн һәм 15 йыл ваҡыт кәрәк була. Телефондың ауырлығы 794 грамм, ҙурлығы 33x4,4x8,9 см тәшкил итә. Телефон $3995 тора.
  • 1984 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 300 000 кешегә етә.
  • 2003 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 1 200 000 000 кешегә етә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Tags:

Телефон

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠылымКоста-РикаЫрымбур башҡорт педагогия техникумыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыКапитализмӘсәнов Фәнил Абдулһаҙый улыАльбрехт ДюрерҠырым татарҙарыМайкл ФарадейХисамов Ғәлим Афзал улыӘстерхан өлкәһеЯдро ҡоралыАпрель1997 йылТатарстан Республикаһы1739 йылФотография25 декабрьУҡытыусы6 март22 апрельМәскәүТарихГеодезияБоливия8 февральСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Хамматов Яңыбай Хаммат улыДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы24 августМузыка27 апрель18 июнь1873 йылБронза9 сентябрьӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанАвтономиялы өлкә (Рәсәй)Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы2013 йылҠыҙылса (ауырыу)АмстердамҺауа торошоБангладешЭске тулайым продукт1 июльИсламдың алтын быуатыПутин Владимир ВладимировичРәүешӘрмәндәрЛабораторияИспан телеАльма-матерВенерик ауырыуҙарҒарипов Рәми Йәғәфәр улыАзияБотаника22 февральБашҡорт теленең фонологияһыДәүләт Йыйылышы — ҠоролтайСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыСоломон УтрауҙарыЫрымбурISO 4217🡆 More