Карманов Афанасий Георгиевич

Карманов Афанасий Георгиевич (18 ғинуар 1907 йыл — 23 июнь 1941 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, капитан.

Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).

Карманов Афанасий Георгиевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 18 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Кәстәй, Бакалинская волость[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Кишинёв, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ҡәбере һүрәте
Әүҙемлек урыны Арҙат (Туймазы районы)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

Афанасий Георгиевич Карманов 1907 йылдың 18 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Кәстәй ауылында тыуған.

Туймазы районының Арҙат ауылында биш класты тамамлай.

Армияға тиклем ауыл хужалығында эшләй. 1929 йылдан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Өфө аэроклубында шөғөлләнә, 1933 йылда Ырымбур осоусылар мәктәбен тамамлай. 1938 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Совет-фин һуғышында ҡатнаша, унда 50-нән ашыу хәрби осош яһай. Осоштарҙың береһендә үҙе менән бер парҙа осоусы хәрби дуҫын — осоусы Морозовты ҡотҡара. Фин саңғысылары Морозовтың бәреп төшөрөлгән самолетына яҡынлаша башлағанда, Карманов үҙенең И-16 самолеты менән йәнәш ултыра һәм дуҫын алып һауаға күтәрелә. Совет-фин һуғышындағы батырлыҡтары өсөн А. Г. Карманов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда А. Г. Карманов Молдавияла хеҙмәт итә, унда 4-се истребителдәр авиаполкының эскадрилья командиры була. 22 июндә һауа һөжүме тураһында сигналдан һуң, 10 МиГ-3 совет истребителе һауаға күтәрелә. Уларға 85 немец бомбардировщигы ҡаршы килә. Карманов эскадрильяһын атакаға йүнәлтә. Иртәнге яҡынса 04:30 сәғәттә Карманов беренсе самолетты, шунан тағы өс бомбардировщикты бәреп төшөрә. Паникаға бирелеп, немец самолеттары бер береһенә ҡарай осоп, һауала өс тапҡыр бәрелеш яһай.

23 июндә Карманов командалығындағы эскадрилья «Мессершмиттар» оҙатыуында 20 Ю-87 бомбардировщигына ҡаршы осрай. Карманов был һуғышта ике Мессершмитты бәреп төшөрә, ә патрондары бөткәс — өсөнсөһөн таранлай һәм һәләк була. 1941 йылдың 17 июлендә Советтар Союзы Геройы исеме менән бүләкләү ҡағыҙы төҙөлә, ә исем үҙе үлгәндән һуң, 1942 йылдың 27 мартында бирелә.

А. Г. Кармановтың ҡәбере Кишинёв ҡалаһында, «Eternitate» мемориаль комплексы составына ингән хәрби зыяратта урынлашҡан.

Хәтер

  • 1964 йылда Кишинёв ҡалаһының Рышкановка районындағы бер урам (элекке Школьная) Карманов исеме менән атала. 2000 йылдан ул Думитру Рышкану урамы тип үҙгәртелә. 14-се йортта А. Г. Кармановҡа бағышланған мемориаль таҡтаташ урынлаштырыла.
  • 2005 йылдың 6 майында,Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 60 йыллығында, Туймазы ҡалаһында Советтар Союзы Геройҙары аллеяһы асыла, унда А. Г. Кармановҡа бюст ҡуйыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 27 мартындағы Указы менән командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн Карманов Афанасий Георгиевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
  • Ленин ордены менән бүләкләнгән (1942 йылда, үлгәндән һуң),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1940 йылдың марты).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Каримов А. Угол атаки. — Уфа, 1988.
  • Кишинёв. Энциклопедия. — Киш.: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1984. — С. 269.

Һылтанмалар

Tags:

Карманов Афанасий Георгиевич БиографияһыКарманов Афанасий Георгиевич ХәтерКарманов Афанасий Георгиевич Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреКарманов Афанасий Георгиевич ИҫкәрмәләрКарманов Афанасий Георгиевич ӘҙәбиәтКарманов Афанасий Георгиевич ҺылтанмаларКарманов Афанасий Георгиевич18 ғинуар1907 йыл1941 йыл23 июньБөйөк Ватан һуғышыСоветтар Союзы Геройы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университетыСальвадор ДалиҺыу аҫты кәмәһеАртерияМәрүәтУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыҠолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙыВикингтарЭҙләүҙе оптималлаштырыуГерманияМадридИнтернетФиладельфияСаргон БоронғоТәрәүихАждаһа йылыҒарипов Рәми Йәғәфәр улыКоммунизмАрыҫлан петроглифтарыМәтрүшкәҒәззәКүре һуғышыТаһиров Афзал Мөхитдин улыАтомЯһалма интеллектЕте ҡыҙ (йыр)ПерсепольӘл-Фил сүрәһеӘл-Фатиха сүрәһеБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыЭлвис ПреслиУкраина гривнаһыӘн-Наср сүрәһеМәҙәниәт хеҙмәткәре көнөВаршаваМәккәГарвард университетыСалауат (доға)Башҡорт ир-ат исемдәреЭлин Астрид София ЗахрисонНАТОВуди АлленГибралтар боғаҙыКаминг аутСалауат ЮлаевАвстралияӨфө реаль училищеһыАминБарабаАрыҫлан күпере (Санкт-Петербург)Енси актХрущёв Никита СергеевичҺиндостанҠойроҡһоҙҙарИр енес ағзаһыДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы🡆 More