Йәшен Һәм Ялағай

Йәшен  — атмосфералағы электр бушаныуы, ғәҙәттә көслө ямғыр яуғанда була, көслө яҡтылыҡ һыҙаты - ялағай ялтырауҙан, күк күкрәүҙән торған тамамланған цикл.

Йәшендәр Венерала, Юпитерҙа, Сатурнда, Уранда һәм башҡа күк есемдәрендә булыуы теркәлгән. Йәшен бушаныуының ток көсө Ерҙә 10—500 мең ампер, көсөргәнеш — тиҫтә миллиондан миллиард вольтҡа тиклем тәшкил итә. Иң оҙон ялағай Оклахомала 2007 йылда теркәлгән. Уның оҙонлоғо 321 км тәшкил иткән. Иң оҙайлы ялағай Альп тауҙарында булған. Ул 7,74 секунд дауам иткән.

Йәшен һәм ялағай
Рәсем
Оҙайлылыҡ 125 ± 100 микросекунда
Туранан-тура сәбәп булып тора удар молнии[d]
Тасуирлау биттәре neal.fun/earth-reviews/l…
Пиктограмма
Нимәлә үлсәнә Грозоотметчик[d]
Йәшен Һәм Ялағай Йәшен һәм ялағай Викимилектә
Йәшен Һәм Ялағай
Йәшен ялағайҙары

Ялағай

Йәшен Һәм Ялағай 
Ялағайҙың барлыҡҡа килеүе

Ялағай - атмосферала ҡойма ямғырҙар ваҡытында болоттарҙа электр бушаныуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән йәшендең утлы һыҙаты. Артынса күк күкрәй. Йәшен ваҡытында бик ҡеүәтле электр барлыҡҡа килә.

Көслө яҡтылыҡ атмосфераның ике нөктәһе араһында электр бушаныуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ул ер менән болот йәки ике болот араһында барлыҡҡа килеүсән.

Ялағай ике баҫҡыс үтә - беренсе бушанғанда ергә кире (-) заряд бирелә. Был ваҡытта ялағай ныҡ яҡтырмай. Ерҙән болотҡа ыңғай заряд күтәрелә. 50 м самаһындағы бейеклектә ике заряд осраша һәм барлыҡҡа килгән электр ҡеүәтенән болотта бик яҡты һыҙат барлыҡҡа килә. Уның потенциаль ҡеүәте бер нисә миллион вольтҡа етә ала.

Өйрәнелеү тарихы

Йәшендең электр тәбиғәтле икәнен американ физик Франклин Бенджамин асҡан, уның идеяһы менән ямғыр болотонан электр алыу тәжрибәһе үткәрелгән.

Франклиндың йәшендең электр сығышлы икәнен өйрәнеү тәжрибәләре киң билдәле. 1750 йылда ул йәшен ваҡытында һауаға осорғос (воздушный змей) ебәреп тәжрибә үткәрә һәм был хаҡта яҙып сыға. Был тәжрибәне тураһында Джозеф Пристли ҙа яҙа.

1989 йылда йәшендең түбәнге атмосферала айырым төрҙәре асыла 1995 йылда юғары атмосферала Джет тип аталған төрө асыҡлана .

Йышлығы

Йәшен Һәм Ялағай 
Йылына квадрат километрға тура килгән йәшендәр. 1995—2003 йылғы спутник күҙәтеүҙәре мәғлүмәттәре

Йыш ҡына йәшен тропиктарҙа барлыҡҡа килә.

Йәшен Конго Демократик Республикаһының көнсығышында тауҙар араһындағы Кифук ауылында иң йыш осрай. Унда йылына бер квадрат километрға 158 йәшен атыу тура килә. Шулай уҡ йәшен Венесуэлағы Кататумбо тигән урынында, Сингапурҙа ла,, Бразилияның төньяғындағы Терезина ҡалаһында һәм Флоридалағы «Йәшендәр аллея»һында йыш ата.

Боронғо грек мифтарында

  • Аполлондың улы Асклепий, Эскулап — табибтар һәм табиблыҡ сәнғәте илаһы дауалау ғына түгел, үлектәрҙе терелткән. Донъялағы боҙолған тәртипте кире урынлаштырыу өсөн Зевс уға йәшен менән атҡан.
  • Ҡояш илаһы Гелиостың улы Фаэтон бер мәл атаһының ҡояш арбаһына ултырып китергә булған, әммә ауыҙҙарынан ут бөркөп торған аттарға идара итергә хәленән килмәгән һәм Ерҙе саҡ ҡурҡыныс ялҡында һәләк итмәй ҡалған. Асыуы килгән Зевс Фаэтонды йәшен менән атҡан.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Стекольников И. К. Физика молнии и грозозащита, М. — Л., 1943;
  • Разевиг Д. В. Атмосферные перенапряжения на линиях электропередачи, М. — Л., 1959;
  • Юман М. А. Молния, пер. с англ., М., 1972;
  • Имянитов И. М., Чубарина Е. В., Шварц Я. М. Электричество облаков. М.,1971.
  • Базелян, Э. М., Райзер, Ю. П. Физика молнии и молниезащиты. — М., Физматлит, 2001. — 319 c. — ISBN 5-9221-0082-3

Һылтанмалар

Tags:

Йәшен Һәм Ялағай ЯлағайЙәшен Һәм Ялағай Өйрәнелеү тарихыЙәшен Һәм Ялағай ЙышлығыЙәшен Һәм Ялағай Боронғо грек мифтарындаЙәшен Һәм Ялағай ИҫкәрмәләрЙәшен Һәм Ялағай ӘҙәбиәтЙәшен Һәм Ялағай ҺылтанмаларЙәшен Һәм ЯлағайАльп тауҙарыВенера (планета)Ер атмосфераһыКүк күкрәүСатурн (планета)Уран (планета)Юпитер (планета)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

16 августМикрокредитлауГраждандар йәмғиәтеБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыБеренсе донъя һуғышыУран (элемент)Кеше потенциалы үҫеше индексыОперацион система23 ғинуарБохараВенерик ауырыуҙарГәрәев Муса Ғайса улыӘстерхан өлкәһеТапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улыТаулы Ҡарабах (регион)Гәрәев Муса Ғaйса улыМәғарифСоветтар Союзы Коммунистар партияһы12 июльНефтьISO 3166-1ТимерТанзимат12 февральӘсәнов Фәнил Абдулһаҙый улыДүшәмбе7 февраль19 августXIX быуатУолт ДиснейАльбрехт Дюрер2013 йылБал ҡорттары15 мартБритан энциклопедияһы4 сентябрьВенесуэла15 апрельБашҡорт халҡының йолаларыИспан телеБашҡортостан РеспубликаһыТорлаҡ‐гражданлыҡ төҙөлөшөБашҡорт ВикипедияһыӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанКапитализм22 майАлтынЯпонияБашҡортостанЭҙләүҙе оптималлаштырыуБельгияШиғыйҙар1 мартПарфия батшалығыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыҠатнаш көрәш сәнғәтеАят әл-КурсиXIII быуатҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү29 апрельҒайса (пәйғәмбәр)АҙанРига🡆 More