Йомағужин Фитрат Ғилметдин улы (14 июнь 1963 йыл) — ғалим-биолог.
2005—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2013 йылдан филиал директоры; 2016 йылдан Шүлгәнташ дәүләт ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2014), профессор (2015).
Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 июнь 1963 (60 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Ҡурсаулыҡ |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | фән докторы[d] |
Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин 1963 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуа. Үҙ ауылында башланғыс синыфты тамамлағас, уҡыуын Иҫке Собханғол урта мәктәбендә дауам итә һәм 1980 йылда тамамлай. Саңғыла йүгереү буйынса бер нисә тапҡыр район чемпионы була.
1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә һәм 1989 йылда юғары уҡыу йортон «Биолог. Биология һәм химия уҡытыусыһы» квалификацияһы буйынса уңышлы тамамлай. Уҡыу ваҡытында ҡышҡы күпбәйге, саңғыла йүгереү буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативы үтәй. Төҙөлөш отрядтары составында эшләй, «Дуҫлыҡ» һәм «Башҡортостан» интернациональ төҙөлөш отрядтары ағзаһы була.
1989—2005 йылдарҙа «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығында ғилми хеҙмәткәр, умартасылыҡ бүлеге начальнигы, дөйөм мәсьәләләр һәм умартасылыҡ буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, ә 2016 йылдан алып ҡурсаулыҡтың төп ғилми хеҙмәткәре булып тора. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында эшләгән йылдарҙа солоҡ һәм умартасылыҡты үҫтереүгә, Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Тап ошо йылдарҙа ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселеге менән берлектә Бөрйән балы, солоҡ балы брендын танытыуға өлгәшә, Шүлгәнташ мәмерйәһе янында музей-экскурсия комплексы ойоштороуға ҙур көс һала. Уның етәкселегендә «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында һәм яҡын биләмәлә солоҡ фондына иҫәп үткәрелә. Солоҡ умартасылығы йолаларын тергеҙеү буйынса солоҡсолар конкурсын ойоштороп, уны Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы һәм сиктәш райондары халҡына ҡайтарыу йәһәтенән ҙур эш башҡара. Был бәйгелә солоҡ, түмәр, умартасылыҡ ҡорамалдары эшләү буйынса ярыштар үткәрелә.
Фитрат Ғилметдин улы Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур энтомологик «Алтын Солоҡ» заказнигын булдырыу инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе булып тора. Бөрйән районында йәшәгән кешеләрҙең ырыу тамғаларын эҙләп таба һәм уларҙы системаға һала, хужаларын эҙләп таба һәм солоҡ билдәләрен хәҙерге солоҡсолар быуынына файҙаланыуға тапшыра. Әлеге ваҡытта был йүнәлештә архив материалдары менән әүҙем шөғөлләнә.
2000 йылда «Морфофункциональное развитие летательной мышцы, восковой железы и механизм генетико-популяционной изменчивости бурзянской бортевой пчелы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 2014 йылда «Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң биоморфологик һәм популяция яраҡлашыуы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2005 йылдың сентябренән алып Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы Башҡорт дәүләт аграр университетында доцент, кафедра мөдире, профессор, университеттың Урал аръяғы филиалында белем биреү эштәре буйынса директор урынбаҫары, филиал директоры булып эшләй.
Фитрат Йомағужиндың 168 баҫмаһы бар, шуларҙың 129-ы — фәнни һәм 39-ы — уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 3 уҡыу әсбабы һәм 6 монография. Рәсәй Ауыл хужалығы академияһы, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының аграр белем биреү һәм ауыл хужалығын консультациялау бүлеге тарафынан хупланған 3 тәҡдим сығара. РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһы биргән 3 патент ала.
Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк ғилми һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның ғилми етәкселегендә 3 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, өс дәғүәсе кандидатлыҡ диссертациялары әҙерләй.
Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин — Германия Федератив Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһында ауыл хужалығын тикшереү өлкәһендә дәүләт-ара хеҙмәттәшлек программаларының «Биологик төрлөлөккә һәм мониторинг мәсьәләләренә ҡарата экологик һәм генетик тикшеренеүҙәр» темаһы буйынса бүлек етәксеһе. Ул «Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү» һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында һәм «Башҡортостан Республикаһының тау-урман зонаһы экосистемаларына интродукциялау өсөн „Башҡортостан Уралы“ биосфера резерватында селекция материалын репродукциялау технологияһын фәнни оҙатыу һәм ғәмәлдә ҡулланыу» темаларына ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә.
Бөрйән район советына 2 тапҡыр депутат итеп һайлана. Үҙе уҡыған мәктәп менән бәйләнештә тора. Ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ буйынса үткәрелгән район һәм республика кәңшмәләрендә ҡатнаша.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.