Зимбабве

Зимбабве (ингл.

Zimbabwe [zɪmˈbɑːbweɪ]), рәсми исеме — Зимбабве Республикаһы (ингл. Republic of Zimbabwe), 1979 йылға тиклем — Родезия Республикаһы — Африка континентының көньяҡ өлөшөндәге Виктория шарлауығы, Замбези һәм Лимпопо йылғалары араһындағы дәүләт.

Зимбабве Республикаһы
ингл. Republic of Zimbabwe
шона Nyika yeZimbabwe
сев. нд. Ilizwe leZimbabwe
Зимбабве Зимбабве гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Unity, Freedom, Work»
Гимн: «Kalibusiswe Ilizwe le Zimbabwe»
Зимбабве
Үҙаллылыҡ датаһы 11 ноябрь 1965
(Көньяҡ Родезия булараҡ)
18 апрель 1980
(таныла) ( Бөйөк Британияның)
Рәсми телдәр инглиз, шона һәм төньяҡ ндебеле
Баш ҡала Хараре
Эре ҡала Хараре
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент
Вице-президент
Emmerson Mnangagwa
Джойс Муджуру
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
59
390 757 км²
1
Халыҡ
• Һаны (2020)
• Халыҡ тығыҙлығы

14 862 927 чел. (63)
41.33 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2019)
  • Бер кешегә

42,582 млрд долл. (118)
2908 долл.
ИЧР (2019) 0,563 (средний) (150 урын)
Валюта АҠШ доллары
Интернет-домен .zw
Код ISO ZW
МОК коды ZIM
Телефон коды +263
Сәғәт бүлкәте +2

Көньяҡта Көньяҡ Африка Республикаһы, көнсығышта Мозамбик, көнбайышта Ботсвана һәм төньяҡта Замбия менән сиктәш. Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ.

Илдең атамаһы был территорияла — баш ҡалаһы Ҙур Зимбабве булған Мономотап империяһында тәүге дәүләткә ҡарата күсәгилешлелеген аңлата. Төп халҡы — гокомер халҡы, улар хәҙерге шоналарҙың ата-бабалары.

Зимбабвелағы ваҡыт Гринвич ваҡытын 2 сәғәткә уҙып китә.

Этимологияһы

Колониаль дәүерҙә ил Британия сәйәсмәне Сесил Родс хөрмәтенә Көньяҡ Родезия тип аталған. 1980 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәс, ил «Зимбабве» исемен ала. Эксперттарҙың баһаһы буйынса, топоним Мономотапа империяһы заманында боронғо таш ҡоролмаларҙың емереклектәре исеменән килеп сыҡҡан. Зимбабвеның хәҙерге шона телендә (dzimba dzemabwe) «таш йорттар» йәки «хакимдың торлағы» тигәнде аңлата.

Тарихы

Географик белешмәләр

Климаты

Хайуандар донъяһы

Зимбабве фаунаһы ярайһы уҡ күп төрлө. Илдең халыҡ аҙ йәшәгән райондарында (импала, стенбок һәм башҡалар), буйволдар, жирафтар, зебралар, филдәр, бегемоттар, арыҫландар, гиппопотамдар, леопардтар, ер бүреләре бар. Ҡоштар, кеҫәрткеләр, йыландар (шул иҫәптән Африка питоны) күп; йылғаларҙа крокодилдар бар. Ҡырмыҫҡаларҙың һәм термиттарҙың төрлө төрҙәре, Төньяҡта цеце себене таралған. Ҡоштарҙың һәм һөтимәрҙәрҙең 9 төрө (шул иҫәптән ҡара мөгөҙморондар, уларҙың бөтә донъя популяцияһының яртыһы Зимбабвела йәшәй), шулай уҡ үҫемлектәрҙең 73 төрө юғалыу ҡурҡынысы. Флора һәм фаунаны һаҡлау өсөн бер нисә ҡурсаулыҡ һәм милли парктар булдырылған (ил территорияһының яҡынса 10 проценты), уларҙың иң ҙуры — Хванге, Матусадона, Виктория-Фолс, Мана-Пулс.

Экология

Зимбабвеның экологик хәле сағыштырмаса яҡшы. Уның иң киҫкен экологик проблемалары — ауыл хужалығы ерҙәре эрозияһы һәм урман майҙанын кәмеүе. 1990-сы йылдар уртаһында тәртипһеҙ ҡырҡыу урман массивтарының йыл һайын 1,5 процентҡа (йәғни 70 — 100 мең гектар) ҡыҫҡарыуына килтерә. Углекислый газ сығарыу күләме 16,6 миллион тоннанан (1990 йылда) 11 тоннаға тиклем кәмей (2016 йыл). Тау сәнәғәте һәм ашламалар файҙаланыу һыуҙың бысраныуының төп сығанаҡтары булып тора. Зимбабве ауыл хужалығы ерҙәрендә инсектицидтар күп тупланған.

Дәүләт ҡоролошо

Республика. Дәүләт башлығы — президент. Халыҡ тарафынан 6 йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана, ваҡыты сикләнмәй. 2017 йылдан ил менән президент Эммерсон Мнангва етәкселек итә.

Парламент — ике палаталы. Сенат 93 ағзанан тора (60-ы халыҡ тарафынан һайлана, провинцияның 10 губернаторы вазифа буйынса инә, 16-һы урындағы етәкселәрҙән юлбашсылар советы тарафынан һайлана, президент тарафынан 5 сенатор тәғәйенләнә, шулай уҡ сенат составына рәйес һәм юлбашсылар советы урынбаҫары инә). Йыйылыш палатаһы — 210 депутаттан тора һәм 5 йылға бер тапҡыр һайлана.

Ҡораллы көстәре

Ҡораллы көстәрҙә 39 мең кеше, уларҙың 35 меңе — ҡоро ер ғәскәрҙәренә, 4 меңе — авиацияға тура килә. Баш командующий — президент. Полиция хеҙмәткәрҙәре һаны — 19,5 мең кеше. Бынан тыш, хәрбиләштерелгән полиция подразделениеһы бар — 23 мең кеше (2000). Армияға сығымдар — эске тулайым продукттың 2,6 % (2019, баһа).

Административ-территориаль бүленеш

Зимбабве 
Зимбабве административ бүленеше

Зимбабве һигеҙ провинцияға, шулай уҡ провинция статуслы ике ҡалаға (Хараре һәм Булавейо) бүленгән. Улар, үҙ сиратында, 59 округҡа, ә 1200 муниципалитетҡа бүленә.

№ картела
Провинция Административ үҙәк Площадь,
км²
Халҡы,
чел. (2012)
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1 Булавайо Булавайо 479 653 337 1363,96
2 Хараре Хараре 872 2 123 132 2434,78
3 Маникаленд Мутаре 36 459 1 752 698 48,07
4 Үҙәк Машоналенд Биндура 28 347 1 152 520 40,66
5 Уөнсығыш Машоналенд Марондера 32 230 1 344 955 41,73
6 Көнбайыш Машоналенд Чинхойи 57 441 1 501 656 26,14
7 Масвинго Масвинго 56 566 1 485 090 26,25
8 төньяҡ Матабелеленд Лупане 75 025 749 017 9,98
9 Южный Матабелеленд Гванда 54 172 683 893 12,62
10 Мидлендс Гверу 49 166 1 614 941 32,85
Бөтәһе 390 757 13 061 239 33,43

Халҡы

Зимбабве 
2020 йылда Зимбабве халҡының йәш һәм енес пирамидаһы
Зимбабве 
2022 йылда Зимбабве халҡының тығыҙлығы
Зимбабве 
2011 йылда ВИЧ-инфекцияның илдәр буйынса таралыуы      15—50 %      5—15 %      1—5 %      0,5—1,0 %      0,1—0,5 %      <0,1 %      нет данных

2022 йылда Зимбабвела 15,1 миллион кеше йәшәй. Илдә иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йоҡтороу юғары кимәлдә — ЦРУ-ның 2022 йылдағы баһаһы буйынса — илдең өлкәндәр һанының 11,6 проценты (инфекция йоҡтороу буйынса донъяла 6-сы урын).

Зимбабве халҡының 98 процентын бенуэ-конго телендә һөйләшеүселәр тәшкил итә (82 % — шона, 14 % — ндебеле, 2 % — башҡалар). Көньяҡта этник аҙсылыҡ — тсонга, венда, педи и тсвана, ә төньяҡ-көнсығышта — малави этник берләшмәһенә ингән нсенга, чикунда һәм башҡалар урынлашҡан. Европа халҡы араһынан инглиздәр башлыса ҡалаларҙа йәшәй.

XXI быуат башында аҡ тәнле халыҡ һаны 0,5 % тирәһе булған (1980 йылда — 5 %). СПИД пандемияһы (яҡынса 1,3 миллион сир йоҡтороу, аҙна һайын 5000 кеше СПИД-тан үлә) һәм эмиграция (4 миллионға тиклем зимбабве кешеһе илдән сығып киткән) арҡаһында халыҡ һанының үҫеш темпы 0,62 процентҡа (баһа) тиклем ҡырҡа кәмей. 2022 йылда тыуым 33,07 тәшкил итә, үлем осраҡтары — 8,76, балалар үлеме — 1000 яңы тыуған сабыйға — 28,53. Ғүмер оҙонлоғо — 63,32 йыл (2022 йылғы баһа). Халыҡ һаны 1,91 процентҡа тиклем арта (2022. Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 7,916 млн (2021 йыл), шуларҙың яҡынса 67,5 проценты ауыл хужалығында, 7,3 % сәнәғәттә, 25,2 % хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй. Эшһеҙлек 5,17 процент кимәлендәref name="the-world-factbook"/>. Халыҡтың кәм тигәндә 38,3 проценты фәҡирлек сигенән түбән йәшәй.

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 32 кеше тәшкил итә. Халыҡ Булавейо һәм Хараре тирә-яғында, Замбези йылғаһы үҙәнендә тығыҙ урынлашҡан. әкөньяҡ-көнбайыш райондарҙа әҙ йәшәй. Баш ҡаланан башҡа эре ҡалалар (мең кеше, 2009 йылғы баһа: Булавайо (740), Читунгвиза (353), Мутаре (183,5), Гверу (142), Эпуорт (137). Эре ҡалалары, сәнәғәт һәм административ үҙәктәр — Квекве (98), Кадом (77), Масвинго (72), Нортон (64), Марондерана (62).

Йыллыҡ үҫеш темпы — 1,5 % (Көньяҡ Африка Республикаһына һәм Ботсванаға эмиграция ағымын иҫәпкә алмағанда).

Тыуым 1000 кешегә 31,5 тәшкил итә (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 3,7 бала).

Үлем осраҡтары — 1000 кешегә 16,2.

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ирҙәр өсөн — 48 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарға — 47 йәш (донъяла 219-сы урын).

Ҡала халҡы — 32,5 % (2023 йылда).

Грамоталылыҡ — 86,5 % (2015 йылғв баһа).

Этно-раса составы:

  • негрҙар — 98 % (шона — 82 %, ндебеле — 14 %, башҡалары — 2 %);
  • мулаттар һәм азиаттар, 1 %;
  • Аҡ тәнлеләр. — 1 проценттан кәмерәк.

Дине

Родезияның (Зимбабве) «аҡ» халҡының динамикаһы һәм структураһы

Йыл Иҫәбе Дөйөм халыҡ һанында өлөшө «Ҡара» һәм «аҡ» зимбабвелыларҙың нисбәте
1890 180
1901 11 032 2,2 44:1
1911 23 606 3,1 31:1
1921 33 620 3,8 25:1
1931 49 910 4,4 22:1
1941 68 954 4,7 20:1
1951 135 596 6,3 15:1
1961 221 000 5,8-5.5 17:1
1964 209 000 4,8 20:1
1966 213 000 4,6 21:1
1971 249 000 4,5 21:1
1975 278 000 4,3 22:1
1976 275 000 4,2 23:1
1980 210 000 2,9 34:1
1987 100 000 1,3 79:1
2012 28 732 0,6

Иҡтисады

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.

Һылтанмалар


Tags:

Зимбабве ЭтимологияһыЗимбабве ТарихыЗимбабве Географик белешмәләрЗимбабве ЭкологияЗимбабве Дәүләт ҡоролошоЗимбабве Ҡораллы көстәреЗимбабве Административ-территориаль бүленешЗимбабве ХалҡыЗимбабве ИҡтисадыЗимбабве ИҫкәрмәләрЗимбабве ӘҙәбиәтЗимбабве ҺылтанмаларЗимбабвеАфрикаВиктория (шарлауыҡ)ЗамбезиЛимпопо

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Нәжес«Почёт Билдәһе» ордены12 июльX быуатСаптаръянов Әхмәтвәли Ғәзизйән улыИр енес ағзаһыМультипликацияБашҡортостанБашҡорт ВикипедияһыТауыҡ23 августБерләшкән Ғәрәп ӘмирлектәреВикиЭҙләүҙе оптималлаштырыу1930Беренсе донъя һуғышыҺабантуйҒәззә31 октябрьСәнғәтҠара үлем28 март9 ноябрьКапитализмФән28 июньВикипедияПутин Владимир Владимирович24 августСкептицизмШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы5 июньТаулы Ҡарабах РеспубликаһыРомео һәм ДжульеттаМусин Ноғман Сөләймән улыСпорт30 октябрьЭлизабет ТейлорҒәрәбстан ярымутрауыҒабдулла Туҡай27 апрельБашҡорт халыҡ медицинаһыУрта быуаттарГазИммануил КантБиологик ҡоралАльбрехт Дюрер15 мартУолт ДиснейБашҡорт теленең фонологияһы6 ғинуарБакалаврФранция6 ноябрьБашҡортостандың халыҡ шағиры1937 йылБөрйән районыӘхмәтшин Марс Әһлиулла улыВенерик ауырыуҙар29 майЯҙДипломатияАбдуллин Азат Хаммат улы🡆 More