Жюль Габриэ́ль Верн (франц. Jules Gabriel Verne; 8 февраль 1828 — 24 март 1905) — француз географы һәм яҙыусыһы, мажаралы әҙәбиәт классигы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Франция география йәмғиәте ағзаһы. ЮНЕСКОның статистик мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, әҫәрҙәренең тәржемә ителеү күләме буйынса Жюль Верн, инглиз яҙыусыһы Агата Кристинан ғына ҡалышып, донъяла икенсе урынды алып тора.
Жюль Верн | |
Jules Verne | |
Жюль Верн | |
Исеме: | Жюль Габриэ́ль Верн (Jules Gabriel Verne) |
---|---|
Тыуған урыны: | Нант, Франция |
Вафат булған урыны: | Амьен, Франция |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: | |
Жанр: | Фәнни фантастика, мажаралар, фәнни-популяр әҙәбиәт, географик асыштар өлкәһендә тикшеренеүҙәр |
Дебют: | «Һауа шарында биш аҙна» («Пять недель на воздушном шаре»), 1863 |
Ҡултамғаһы: | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Жюль Габриэль Верн 1828 йылдың 8 февралендә Францияла иң ҙурҙарҙың береһе булған Нант ҡалаһында адвокат ғаиләһендә тыуған. Атаһы Пьер Верн (1798—1871) сығышы менән юристар ғаиләһенән, әсәһе — Софи-Нанина-Анриетта Аллот де ла Фюи (1801—1887) нәҫел тамырҙары менән Шотландиянан. Жюль Верн — ғаиләләге биш баланың тәүгеһе, унан һуң ҡустыһы Поль (1829) һәм өс һеңлеһе — Анна (1836), Матильда (1839) һәм Мари (1842) тыуған.
Жюль Верндың ҡатыны Онорина (русса — «Печальная», башҡортса — ҡайғылы, һағышлы, моң-зарлы) де Виан (ҡыҙ сағында — Морель). Онорина тәүге никахынан ике бала менән тол ҡалған була. Жюль Верн уны тәүге тапҡыр 1856 йылдың 20 майында Амьен ҡалаһында дуҫының туйында осрата. 1857 йылдың 10 ғинуарында улар өйләнешә, һәм Верн ҡатынын үҙе инде бер нисә йыл йәшәгән Парижға күсереп алып китә. Дүрт йылдан һуң (3 март 1861) уларҙың берҙән-бер улдары Мишель тыуа (1925 йылда үлә). Жюль Верн үҙе был көндө Скандинавияла сәйәхәттә булып ҡала. Яҙыусының улы, үҫеп еткәс, кинематография өлкәһендә эшләй һәм атаһының бер-нисә әҫәре буйынса фильм төшөрә:
Ейәне — Жан-Жюль Верн (1892—1980), олатаһының тормошо һәм ижады тураһында монография авторы, уның өҫтөндә 40 йылға яҡын эшләй. 1973 йылда Францияла донъя күргән был хеҙмәт, руссаға 1978 йылда тәржемә ителеп, «Прогресс» нәшриәтендә баҫылып сыға. Ейәнсәре Жан Верн ( 1962 т.) — билдәле опера йырсыһы (тенор). Нәҡ ул күп йылдар буйы ғаилә мифы булып һаналған «Париж XX быуатта» («Париж в XX веке») романының ҡулъяҙмаһын таба.
Верн, адвокат улы булараҡ, Парижда юриспруденция өйрәнә, әммә әҙәбиәткә һөйөү уны бөтөнләй икенсе шөғөлгә этәрә. 1850 йылда уның «Һыныҡ һаламсыҡтар» («Сломанные соломинки») пьесаһы Александр Дюманың «Тарихи театры»нда («Исторический театр» Александра Дюма) ҙур уңыш менән сәхнәләштерелә. 1852—1854 йылдарҙа Верн «Лирик театр» директорының секретары, артабан биржала аралашсы (маклер) булып эшләй, бер үк ваҡытта комедиялар, либреттолар һәм хикәйәләр яҙа.
1863 йылда Жюль Верн Пьер-Жюль Этцельдең «Белем һәм ял өсөн журнал»ында «Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклының беренсе романын баҫтыра. «Һауа шарында биш аҙна» тип аталған был әҫәр рус телендә 1864 йылда М. А. Головачёв тарафынан «Воздушное путешествие через Африку. Составленное по запискам доктора Фергюссона Юлием Верн» исеме менән нәшер ителә. Романдың уңышы яҙыусыға яңы ҡомар өҫтәй. Ул киләсәктә лә шул уҡ юҫыҡта ижад итергә ҡарар ҡыла: геройҙарының романтик мажараларын үҙ хыялы тыуҙырған кеше ышанмаҫлыҡ, шулай ҙа ентекле уйланылған фәнни «мөғжзәләр»ҙе оҫта һүрәтләү аша хикәйәләү. Ниәтен тормошҡа ашырып, әҙип башланған циклын яңы романдар менән тулыландыра:
Жюль Верндың ижади мираҫы:
Жюль Верн әҫәрҙәре ғилми эҙләнеүҙәр романтикаһы, алға китештең ыңғай нәтижәләренә ышаныс һәм кешенең аҡыл көсөнә һоҡланыу менән һуғарылған. Әҙип халыҡтарҙың милли азатлығы өсөн көрәшен дә теләктәшлек тойғолары аша һүрәтләй.
Яҙыусының романдарында уҡыусылар техниканы, сәйәхәттәрҙе һоҡланып тасуирлау менән бергә шулай уҡ оло йөрәкле, намыҫлы һәм выжданлы геройҙарҙың сағыу һәм йәнле образдарын да (капитан Гаттерас, капитан Грант, капитан Немо), һөйкөмлө сәйер ғалимдарҙы ла (профессор Лиденброк, доктор Клоубонни, кузен Бенедикт, географ Жак Паганель, астроном Пальмирен Розет) осрата.
Әҙиптең ижадының һуңғы йылдарында яҙған әҫәрҙәрендә фән ҡаҙаныштарын енәйәтсел маҡсатта ҡулланыу һәм файҙаланыу айҡанлы ҡурҡыу хистәре уяна:
Даими алға китешкә ныҡлы ышаныу алдағы билдәһеҙлекте шомло һәм хафалы көтөү менән алмашына. Әммә был әҫәрҙәр яҙыусының тәүге ижад емештәре кеүек ҙур уңышҡа өлгәшә алмай.
Жюль Верн үҙенән һуң күп ҡулъяҙмалар ҡалдыра, уларҙы нәшер итеү әлегә тиклем дауам итә. Мәҫәлән, 1863 йылда ижад ителгән «Париж XX быуатта» романы бары тик 1994 йылда ғына донъя күрә.
Жюль Верн яҙышып ҡына ултырмаған, донъя буйлап, шул иҫәптән үҙенең өс яхтаһында («Сен-Мишель I», «Сен-Мишель II» һәм «Сен-Мишель III») күп сәйәхәт иткән. 1859 йылда ул Англия һәм Шотландияға барһа, 1861 йылда Скандинавияға сәйәхәт ҡыла.
1867 йылда «Грейт-Истерн» параходында Верн Америка Ҡушма Штаттарына трансатлантик круиз яһай, Нью-Йоркта һәм Ниагара шарлауығында була.
1878 йылда «Сен-Мишель III» яхтаһында Жюль Верн Урта диңгеҙ буйлап ҙур сәйәхәт яһай, Лиссабон һәм Танжер ҡалаларында туҡтала, Гибралтар һәм Алжирға барып етә. 1879 йылда «Сен-Мишель III» яхтаһында ул тағы ла Англия менән Шотландияға юллана. 1881 йылда үҙенең яхтаһында Нидерланд, Германия һәм Данияға бара, Санкт-Петербургҡа етеү ниәтенә көслө диңге дауылы (шторм) ҡамасаулай.
1884 йылда «Сен-Мишеле III» яхтаһында Жюль Верн Алжир, Мальта утрауы, Италия һәм Урта диңгеҙ ярҙарындағы башҡа дәүләттәр буйлап һуңғы ҙур сәйәхәтендә була. Уларҙың күбеһенән ҡалған тәьҫораттар яҙыусының «Ғәҙәти булмаған сәйәхәттәр» («Необыкновенные путешествия») циклына ингән — «Йөҙөүсе ҡала» («Плавающий город», 1870), «Ҡара Һиндостан» («Чёрная Индия», 1877), «Йәшел нур» («Зелёный луч», 1882), «9672-се лотерея билеты» («Лотерейный билет № 9672», 1886) һәм башҡа романдарында сағылыш таба.
9 март 1886 йыл психик ауырыу туғаны Гастон Верн (ҡустыһы Польдың улы) , револьверҙан атып, яҙыусының балтырын ауыр яралай. Уға сәйәхәттәрҙе бөтөнләй оноторға тура килә.
1892 йылда әҙип «Почётлы легион» ордены (Орден «Почётного легиона») менән бүләкләнә.
Вафатынан алдараҡ Жюль Верн һуҡырая һәм әҫәрҙәрен һөйләп яҙҙыра.
Яҙыусы 1905 йылдың 24 мартында 78-се йәшендә илдең төньяғында урынлашҡан Амьен ҡалаһында шәкәр ауырыуынан үлә. Унан һуң ҡалған 20 меңдән күберәк дәфтәрҙән торған картотекала кешелектең барлыҡ белем өлкәләре буйынса мәғлүмәт тупланғаны асыҡлана.
Жюль Верндың ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлдә «Үлемһеҙлеккә һәм мәңгелек йәшлеккә» («К бессмертию и вечной юности») тигән һүҙҙәр яҙылған.
Жюль Верн романдары буйынса күп илдәрҙә һәм төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фильмдар һәр ерҙә ҙур уңыш яуланы:
Советтар Союзында Жюль Верн әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар:
Яҙыусы әҫәрҙәренең 200-ҙән артыҡ экранлаштырылған варианты бар.
Жюль Верн Викиөҙөмтәлә | |
Жюль Верн Викикитапханала | |
Жюль Верн Викимилектә | |
Жюль Верн Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Жюль Верн, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.