Донъяның Ете Мөғжизәһе

Иҫ китәрлек ҡоролмаларҙы асыҡлау идеяһы б.

Тарихы

э. тиклем V быуаттан башлап Геродот яҙмаларында осрай. Шунан һуң, тиҫтә йылдар үткәс, грек тарихсылары «Донъя мөғжизәләре йыйылмаһы» тигән китап яҙа, тик беҙҙең көндәргә уның исеме генә килеп еткән, сөнки был хеҙмәт Искәндәриә китапханаһы янғанда юҡҡа сыҡҡан.

Донъя мөғжизәләренең тулы исемлеге Урта быуаттарҙа төҙөлөп бөтә. Унда боронғо донъяның хуш алырлыҡ ете иҫтәлекле ҡоролмаһы индерелә. Уларҙың серен асыу өсөн бөгөнгө көндә археологик тикшеренеүҙәр ойошторола.

Бөтә мөғжизәләр ҙә төҙөүселәре тарафынан дин, сәнғәт, фән, халыҡ араһында таралған мифтарҙың, ышаныуҙарҙың, йолаларҙың сағылышы булараҡ ижад ителгән.

Донъяның Ете Мөғжизәһе 
Донъяның ете мөғжизәһе. Һулдан уңға, өҫтән аҫҡа: Хеопс пирамидаһы, Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары, Артемида ғибәҙәтханаһы, Олимпияла Зевс статуяһы, Галикарнас кәшәнәһе, Колосс Родосский, Искәндәриә маяғы

Классик исемлек һәм уның аңлатмаһы

Тарихсылар был исемлекте Искәндәр Зөлҡәрнәй исеме менән бәйләй

Беҙҙең өсөн гүзәллеге менән таң ҡалдырырлыҡ ғәжәйеп ҡоролмалар тыуҙыра алған боронғо дәүер кешеһе — үҙе бер мөғжизә. Улар тураһында мәғлүмәттәр туплап, беҙгә килтереп еткереүсе тарихсылар ҙа данға лайыҡ. Аттарҙа, дөйәләрҙә генә сәйәхәт итеп булған. Алыҫ аралар күп ваҡытты алған. Сәйәхәттәр хәүефле булған. Шул ауырлыҡтарҙы үтеп, Геродот, Каллимакс кеүек бөйөк кешеләр фәнни тикшеренеүҙәр үткәргән. Күренешен һүрәткә төшөрөп, телдән дә һүрәтләп бик күп фактик мәғлүмәттәр яҙып ҡалдыралар.

Донъяның Ете Мөғжизәһе 
Вавилон стеналары

«Донъя мөғжизәләре йыйылмаһы» Искәндәриә китапханаһы менән бергә янһа ла, боронғо цивилизациялар тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, дандары бөгөнгәсә килеп еткән. Әлбиттә, мөғжизә исемлегенә лайыҡлылар бик күп булған: Афина Парфеностың, Эпидаврҙағы Асклепийҙың, Книд Афродитаһының, Мемнондың «йырлаусы» һындары, Персеполдәге Кир һарайы, Афиналағы Акрополь, Искәндәриә китапханаһы һ. б.

Әммә етәүҙе генә мөғжизә итеп күрһәтеүҙең ғилләһе — боронғолар өсөн 7 һанының теүәллекте, камиллыҡты, изгелекте сағылдырыусы төшөнсә булыуынандыр. Күптән түгел, был мөғжизәләрҙе киренән тергеҙеү ниәте менән яныусылыр күбәйҙе.

Хәҙерге донъя мөғжизәләрен асыҡлау буйынса ла эштәр йәйелдерелгән. Унан тыш, ете тәбиғәт ҡомартҡыларын билдәләргә тигән ҡарар ҙа ҡабул ителде.

Боронғо донъяның ете мөғжизәһенә инеүселәр исемлеге:

Мөғжизә Төҙөлгән ваҡыты Урыны Төҙөүселәре Емерелеүе Сәбәбе Ҡоролманың тәғәйеләнеше
Хеопс пирамидаһы Б. э. тиклем 2540 йыл Гиза (Мысыр) Хемион Әлегәсә һаҡланған берҙән-бер мөғжизә фирғәүен Хеопстың табуты өсөн
Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары Б. э. тиклем 605 йыл Вавилон (Ираҡ, Месопотамия) Навуходоносор II-нең әмере буйынса Б. э. тиклем I быуатта Һыу баҫҡанда, нигеҙе емерелә һәм ҡоролма ҡолай Батша Навуходоносор II-нең ҡатыны хөрмәтенә эшләнгән
Олимпияла Зевс статуяһы Б. э. тиклем 435 йыл Олимпия (Греция) Фидий V—VI быуаттар V быуатта Константинополдә Ипподромдағы янғында юҡҡа сыға Олимпияла Зевстың статуяһы
Артемида ғибәҙәтханаһы Б. э. тиклем 560 йыл Эфес (Төркиә) Херсифрон ҡорамдың проектын эшләгән һәм төҙөлөш башлаған. Пеоний һәм Деметрий төҙөп бөтөрөп ҡуйғандар Б. э. тиклем 370 йыл .
Б. э. тиклем 356 йыл (Герострат)
йәки Б. э. тиклем 262 йыл (готтар)
янғын. Әлиһә Артемида хөрмәтенә төҙөлгән
  Галикарнас кәшәнәһе Б. э. тиклем 351 йыл Галикарнас (көньяҡ-көнбайыш Төркиә) Пифей 1494 йыл ер тетрәү;

һаҡланғандар : фундаменттары, архитектур фрагменттары;

Лондондағы Британия музейында — Мавсолдың һәм уның ҡатыны Артемисияның статуялары, рельефтар, арыҫландарҙың статуялары

карий хаҡимы Мавсолға ҡатыны батшабикә Артемисия тарафынан ҡуйылған ҡәбер ташы
Колосс Родосский Б. э. тиклем 292 һәм 280 йылдар араһында Родос (Греция) Харес Б. э. тиклем 224 (йәки 226) йыл
бронза корпусы б. э. тиклем 654 йылда һүтеп алынған
ер тетрәү скульптор Харес тарафынан Родостың Деметрий Полиоркетты еңеүенә арнап эшләнгән (Б. э. тиклем 304 йылда)
Искәндәриә маяғы Б. э. тиклем III быуат Мысыр искәндәриәһе гректар Птолемейҙар династияһы Б. э. тиклем 303 й. — 1480 й. (1783 йыл торған) ер тетрәү караптарға юл күрһәтеү өсөн

Аҙаҡ ошо исемлеккә төрлө ҡомартҡыларҙы индереү өсөн ынтылыштар була.

I быуат аҙағында рим шағиры Марциал исемлеккә яңы ғына төҙөлгән Колизейҙы индерә.

Аҙаҡ, VI быуатта христиан теологы Григорий Турский Нухтың кәмәһен һәм Соломон ҡорамын өҫтәй.

Русь дәүләтендә донъяның ете мөғжизәһе хаҡында тәүге мәғлүмәттәр Симеон Полоцкий аша билдәле була.

Яңы дәүерҙә европалыларға был турала Фишер фон Эрлахтың (1656—1723) «Һынлы сәнғәт тураһында яҙмалар» тигән китабы сыҡҡандан һуң билдәле була.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Донъяның Ете Мөғжизәһе   Донъяның ете мөғжизәһе Google Maps  KMZ (файл меток KMZ для Google Earth)

Tags:

Донъяның Ете Мөғжизәһе ТарихыДонъяның Ете Мөғжизәһе Классик исемлек һәм уның аңлатмаһыДонъяның Ете Мөғжизәһе ИҫкәрмәләрДонъяның Ете Мөғжизәһе ҺылтанмаларДонъяның Ете МөғжизәһеГеродотИскәндәриә китапханаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ғәрәп телеЦиблиев Василий ВасильевичХикәйәЙомағолов Илшат Хәлил улыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыӘхмәҙиев Фәрит Вафа улыМария Склодовская-КюриҠәҙим АралбайISO 4217Кредит картаһыСәғитов Рәсүл Хәсән улыАйыу һымаҡтарШафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙыЭпитетБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһыЗәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улыВладивостокГәрәев Муса Ғайса улыБашҡортостандың халыҡ шағирыТанып һөйләшеБүләков Динис Мөҙәрис улыАвстралияҠаҙаҡ телеМостай КәримУраҙаБашҡортостан ҡоштарыTendenceБөтнөк үләнеЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Урыҫ телеҠушма һөйләмМысырКиевБиохимияМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыҠобағош сәсәнОбщероссийский классификатор территорий муниципальных образованийИкмәк (шиғыр)Ән-Нәс сүрәһеБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыБашҡорт телеИнвестицияларМиәкә районыШахматСССРТауыҡМәҫәлISO 3166-1Грузия аграр университетыБәйрүтМәжит ҒафуриБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыЭякуляцияКинематографИранИкенсе донъя һуғышыҺүҙбәйләнешЕрәнсә сәсәнБашҡорт Википедияһы🡆 More