Грузин Яҙыуы

Грузи́н яҙыуы — ҡайһы бер картвель телдәре, беренсе сиратта грузин теле, шулай уҡ һирәк күҙәтелеүсән (спорадик) мегрель теле, сван теле һ.

б. тарафынан файҙаланылған алфавитлы яҙыу. Һулдан уңға табан уҡыла. Хәҙерге грузин алфавиты 33 хәрефтән тора; Алфавитта баш һәм юл хәрефтәренә бүлеү юҡ, әммә текстың башында һәм ҡайһы бер башҡа осраҡтарҙа бөтөн һүҙ өҫкө һәм аҫҡы выносһыҙ, ике параллель һыҙыҡ (линия) араһында яҙылған кеүек яҙыла (иллюстрацияны ҡарағыҙ) — бындай яҙылыш башҡа алфавиттарҙағы юл хәрефтәре аналогы булып хеҙмәт итә.

Грузин яҙыуы />ქართული ანბანი

Грузин Яҙыуы
Грузин яҙыуы үрнәге («Дамцерлоба/ Яҙма" яҙыуы)

Яҙыу тибы

консонантно-вокалическое письмо

Телдәр

картвель телдәре

Тарихы
Осор

Б. э. V быуаты — хәҙерге заман

Үҙенсәлектәре
Яҙыу йүнәлеше

һулдан уңға

Билдәләр һаны

38

ISO 15924

Geor

Грузин Яҙыуы Грузин яҙыуы Викимилектә
Грузин Яҙыуы
Джруч Евангелиеһының бите, Нусхури телендәге текст үрнәге. XII быуат.
Грузин Яҙыуы
Әрмән алфавиты (маштоц) һәм Хуцури — боронғо грузин алфавиттарының ҡайһы бер хәрефтәренең оҡшашлығы

В 1938—1954 йылдарҙа грузин яҙыуы (өҫтәлмә тамғалар индергәндән һуң) абхаз яҙыуында һәм осетин яҙыуында файҙаланылған (Көньяҡ Осетияла).

Тарихи очерк

Грузин Яҙыуы 
Хуцури һәм мхедрули алфавиттары цифрлы мәғәнәләре менән

Иртә быуаттарҙан боронғо грузин яҙыуы мргловани (асомтаврули) файҙаланылған'; IX быуаттан — нусхури (нусха-хуцури, хуцури, сиркәү) яҙмаһы; ә XI быуаттан — мхедрули (мхедрули-хели, саэро, йәки граждан) яҙмаһы. IX—X быуаттарҙа таралған Мргловани яҙмаһы хәрефтәренең түңәрәк формалары һәм бер размерлы булыуы менән айырылған. Уны ҙур отошлоғо, ауышлығы мөйөшләтелгән яҙылышы менән айырылып торған нусхури яҙыуы алмаштырған. X быуатта нусхуриҙан хәрефтәре төрлө вертикаль размерлы һәм түңәрәк формалы булған мхедрули яҙмаһы формалашҡан. Нусхури һәм мхедрули күп быуаттар дауамында йәнәш йәшәгән, шуның менән бергә тәүгеһе сиркәү әҙәбиәтендә, ә икенсеһе — гражданлыҡ ғәмәлендә ҡулланылған. Әммә XVII быуатта нусхури ҡулланыуҙан төшөп ҡалған, ә хәреф яҙылышы формалары тотороҡланған.

Грузин алфавиты Ҡаф тауы яҙмаһыҙ телдәрен нығытыу (фиксажлау) маҡсатында барон Услар Пётр Карлович тарафынан төҙөлгән "Ҡаф тауы әлифбаһы"ның нигеҙенә һалынған

Картвелология йәғни картвелистикала грузин алфавитының прототибы тураһында төрлө фараздар бар. Төрлө теорияларға ярашлы, уның нигеҙенә арамей яҙмаһы, грек алфавиты йәки копт яҙыуы һалынған. Немец ғалимы Христиан Юнкер, иран тел ғилеме белгесе, мхедрули, хуцури кеүек үк, әрмән алфавиты һымаҡ, арамей-пехлевий яҙмаһына нигеҙләнгән тип фаразлай, шунда уҡ хуцури яҙмаһының әрмән яҙмаһынан айырылыуын һәм аршакид пехлевийының вариҫы булыуын аңлата. Юнкер раҫлауынса, мхедрули яҙмаһын хуцуриҙың курсив бер төрө тип аңлатырға ла, шулай уҡ боронғо формалары буйынса унан алдағы яҙма тип ҡарарға ла мөмкин.

Донъя тарих фәнендә V быуат әрмән тәүсығанаҡтарында киң таралыу алған бер ҡараш йәшәй: грузин яҙмаһын — мргвлованиҙы — йәнәһе, Месроп Маштоц төҙөгән (шулай уҡ ул 405 йылда әрмән яҙмаһына нигеҙ һалған). Әммә бындай раҫлауҙарҙың әрмән булмаған тәүсығанаҡтарҙа дөрөҫкә тап килмәгәнлеген күрәбеҙ. Маштоцтың грузин яҙмаһын төҙөү фаразын эре энциклопедиялар ҙа һәм академик ғалимдар ҙа яҡлай. А. Г. Периханян һәм Дж. Гриппинға ярашлы, бәлки, Месроп Маштоц туранан-тура грузин яҙмаһын булдырыусы түгел тиергә мөмкиндер, әммә һуңғыһы уның ҡатнашлығынан башҡа төҙөлөр ине микән.

Маштоц фаразы файҙаһына, Корюн риүәйәтенән башҡа, түбәндәге аргументтар әйтелгән:

  • Николай Марр «Әрмән-грузин фиологияһының берҙәм бурыстары берҙәмлеге» мәҡәләһендә боронғо әрмән алфавитының һәм грузин сиркәү яҙыуының (хуцури) бик оҡшаш булыуын билдәләгән: «Грузияла X—XI быуаттарға тиклем китап һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡулланылған берҙән-бер яҙыу булған грузин сиркәү яҙыуының, ысынлап та, әрмән алфавитына иҫ киткес яҡынлығы күренә».
  • Иван Александрович Джавахишвилиҙың Маштоцтың грузин алфавитын төҙөгән тигән мәғлүмәттең Корюн хеҙмәттәренең һуңғы күсермәләрендә барлыҡҡа килгәнлеге тураһындағы аргументына ҡаршы килеп, Мурадян Паруйр Мамбреевич миҫал итеп әрмәндәр католикосы Авраамдың картлий епискобы Кирионға яҙған өсөнсө хатын килтерә (607 йылда, 604 йылда әрмән һәм грузин сиркәүҙәре бүленгәндән һуң, грузин сиркәүе халкидон соборы принциптарын ҡабул иткәгдән һуң); был хатта Әрмәнстанда һәм Грузияла христианлыҡ бер үк сығанаҡтан барлыҡҡа килгән, тиелә, «башта бәхетле изге Григорий, ә һуңынан Маштоц, һәм тәғлимәттән тайпылмаҫҡа өндәгән яҙмаларҙы белеү». Кириондың яуап итеп яҙған ҡырҡыу хаты ла билдәле, хатында Кирион грузин сиркәүе өсөн Маштоцтың әһәмиәте тураһында Авраам килтергән аргументтарға бер нисек тә ҡаршы килмәгән. Бынан сығып, Мурадян VI—VII быуаттар сигендә был эшмәкәрҙәр Маштоцтың грузин алфавитын төҙөүгә һалған өлөшө тураһында яҡшы белгәндәр тигән һығымтаға килә.
  • Күп кенә тикшеренеүселәр Корюн Месроптың алфавиттар уйлап сығарыуы тураһындағы берҙән-бер боронғо мәғлүмәт түгел тип билдәләйҙәр, тағы ла бер сығанаҡ бар — Корюн эстәлегендә булмаған тәфсирләүҙәр өҫтәгән тарихсы Хоренаци хеҙмәттәре.

Яҙмалар тарихсыһы Истрин Виктор Александрович грузин алфавитын төҙөүҙә Маштоцтың ҡатнашыуын кире ҡаҡҡан грузин ғалимдарының түбәндәге аргументтарын айырып билдәләй:

  • Маштоцтың грузин алфавитын төҙөүе тураһында бары Корюн һәм Хоренаци ғына яҙған
  • Иң боронғо грузин яҙмаларының палеографик анализы беҙҙең эра башында грузин алфавитының арамей алфавиты нигеҙендә барлыҡҡа килеүе ихтималлығын фаразлай.
  • Әрмән һәм грузин алфавиттары араһында мөһим оҡшашлыҡ юҡлығы.

Был аргументтарҙы анализлау аша, В. Истрин өсөнсө аргумент бик ышандырырлыҡ түгел тип иҫәпләй, сөнки Маштоцтың әрмән алфавитын төҙөү Әрмәнстан алфавитының фонетикаға һәм Әрмәнстан биҙәү сәнғәтенә тап килгәнен күрһәтә, һәм грузин алфавитын төҙөгән булһа, Маштоц башҡа фонетик һәм биҙәү сәнғәте принциптарына таянып эш иткән булыр ине. Икенсе аргументҡа ҡаршы килеп, Истрин шулай уҡ грузин алфавиты төҙөлгән нигеҙҙең аңлайышлы булмауын әйтеп үтә. Арамей сығышы тураһындағы фараз (Мюллер, Тейлор, Джавахишвили, Церетели һ.б.) хәрефтәрҙең оҡшашлығына һәм дөйөм график стиль булыуына һылтана, әммә грузин һәм грек хәрефтәре араһында ла оҡшашлыҡ аҙ түгел. Грузин һәм грек яҙыуҙары вокаллашҡан-өнлө, ә арамей яҙыуы — консонант-өнлө. Грузин яҙыуының йүнәлеше һулдан уңға табан, ә арамей яҙмаһында — киреһенсә. Ахыр сиктә, грузин алфавитының хәрефтәр тәртибе грек алфавитына яҡыныраҡ.

Маштоц грузин яҙмаларын уйлап сығарған тигән фараздың грузин йылъяҙмаларында булмауын аргументлап, Вернер Зайбт Корюндың был бүлегендәге текстарҙы шаҡтай шикле тип иҫәпләй. V быуатта яҙған Лазарь Парпеци ҙа, Маштоцтың уҡыусыһы булған Езник Кохбаци ҙа грузин яҙмаһын Маштоц төҙөгәнен телгә алмағанлыҡтан, Зайбт был бүлектең Корюн тексына һуңғараҡ ҡуйылған өҫтәмә икәнлеген фаразлай. Боронғо грузин яҙмаларының Фәләстанда табылғанлығынан сығып, Вернер Зайбт грузин яҙмаһы тап унда, Тәүраттың әрмән теленә тәржемә ителгәнлеген ишеткән грузин монахтары тарафынан уйлап сығарылыуы фаразын тәҡдим итә, шулай булғас, Маштоц, һис юғында, грузин яҙмаһын булдырыуҙа туранан-тура булмаған башлап ебәреүсе (инициатор) ролен үтәгән.

Марр, мхедрули хуцури тәьҫирендә үҙгәртеүҙәргә дусар ителгән һәм гражданлыҡ һәм хәрби сфераларҙа файҙаланылыуын дауам иткән христианлыҡҡа тиклемге грузин яҙмаһы үҫеше һөҙөмтәһе, тигән фекергә таянған

XI быуатта йәшәгән, ихтимал, боронғораҡ сығанаҡтарға таянған грузин авторы Леонти Мровелиға, шулай уҡ Картлис цховребаға барып тоташҡан Мхитар Айриванециҙың шуға оҡшаған ҡарашына ярашлы, грузин алфавитын б.э.т. III быуатта йәшәгән ярым легендар батша Фарнаваз I тыуҙырған. Грузин тарихсыларының күпселеге грузин алфавиты Месроп Маштоцҡа саҡлы барлыҡҡа килгән тигән ҡарашҡа таяна. Джавахишвили грузин алфавитының барлыҡҡа килеүен б.э.т. VII быуатҡа ҡайтарып ҡала. Джанашия ла грузин алфавитының б.э.т. VII быуаттан һуңыраҡ барлыҡҡа килә алмауын раҫлай, һәм грузиндар ул дәүерҙә боронғо грузин иероглиф һәм шына яҙыуынан фонетик яҙыуға күскәндәрен белдерә. Был ыңғайҙан, Сергей Муравьёв фәндә иероглиф һәм шына грузин яҙыуы тураһында бер генә миҫалдың да булмауын, хатта уның булыуына бер ниндәй ҙә ишара булмағанын билдәләй, һәм шуға оҡшаған датировкаларҙы «экстравагант фәнгә оҡшарға тырышҡан мифологемалар» тип баһалай. Павле Ингороква һәм Патаридзе шулай уҡ грузин яҙмаһы христианлыҡ таралырҙан күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгән булырға тейеш тигән фекер яҡлылар. К. Кекелидзе һәм А. Г. Шанидзе грузин алфавитының барлыҡҡа килеүен христианлыҡҡабул итеү менән бәйләгәндәр. Грузин тикшеренеүселәренең кескәй бер төркөмө грузин яҙыуын шумер яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән тип раҫлайҙар.

Стивен Рапп алфавитты Фарнаваз барлыҡҡа килтергән тигән легенданы раҫлаусы бер дәлил дә юҡ тип билдәләй. Грузин яҙмаһының һаҡланып ҡалған иң иртә һәйкәлдәре V быуатҡа ҡарай . Дональд Рейфилд билдәләүенсә, б.э. I быуатына ҡараған эре археологик һәйкәлдәрҙә бары тик грек һәм арамей телдәрендәге яҙмалар ғына бар. Шулай уҡ Вернер Зайбт та грузин яҙыуының христианлыҡ ҡабул ителгәнгә тиклем барлыҡҡа килеү тарихын ысынға алыу кәрәкмәй тип иҫәпләй. Виктор Александрович Шнирельман грузин тарихсыларына эшмәкәрлеге менән «таҙа үҙенсәлекле мәҙәниәт тураһындағы миф тыуҙырыуға ҡамасаулаған» Месроп Маштоцҡа саманан тыш яратмай ҡарау хас тип билдәләй.

Грузин телендәге иң боронғо һәйкәлдәр

Грузин Яҙыуы 
Фәләстанда табылған бик боронғо грузин яҙыуы

Үрге Сванетияла Архангелдарҙың Ацск сиркәүенең көнбайыш стенаһында табылған грузин әлифбаларының иң боронғоһо 37 хәрефтән тора һәм XI быуатҡа ҡарай. Фәләстандағы Бир-әл-Кутте боронғо грузин монастырендәге ҡаҙыныуҙар ваҡытында 429—444 йылдар менән билдәләнгән дүрт яҙманың икәүһе иң боронғо грузин яҙыуы тип һаналыуға ҡарамаҫтан, бөтөн ғалимдар ҙа бындай боронғолоҡ менән ризалашмай. Болнисский Сион яҙмаһы боронғолоҡ буйынса икенсе тип иҫәпләнә (493—494 йй.). Яҡынса 10—12 мең урта быуат грузин ҡулъяҙмаһы һаҡланған.

Грузин тарихсыһы Леван Чилашвили, 1990-сы йылдарҙың икенсе яртыһында кахетин ауылы Некресиҙа мәжүси изге урынын тикшергәндә, ныҡ зарарланған (һуңғараҡ неркес яҙыуы тигән исем алған) «асомтаврули» шрифты менән маздеизм характерындағы яҙыу яҙылған табут өҫтө стелаһы ярсығын һәм башҡа ярсыҡтар тапҡан һәм ғалим үҙе лә, башҡа грузин тарихсылары ла уның йәшен б.э. III быуаты менән, Грузияның христианлыҡҡа күскән дәүеренән боронғораҡ, тип билдәләй. Дональд Рейфилдҡа ярашлы рәүештә, грузин яҙмаһы христианлыҡҡа тиклемге сығышлы, тип иҫбатларға тырышыу икеле һәм археология менән дәлилләнмәй. Стивен Рапп шулай уҡ некреси яҙыуының йәшен шикле тип билдәләй.

Грузин алфавиты

Хәреф Атамаһы IPA ISO 9984 Романлаштырыу Кириллицаға
тап килеүе
Мхедрули
მხედრული
Нусхури
ⴌⴓⴑⴞⴓⴐⴈ
Асомтаврули
ႠႱႭႫႧႠႥႰႳႪႨ
ანი [ɑ]? A a A a А а Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ბანი [b]? B b B b Б б Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
განი [g]? G g G g Г г Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
დონი [d]? D d D d Д д Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ენი [ɛ]? E e E e Э э, Е е Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ვინი [v]? V v V v В в Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ზენი [z]? Z z Z z З з Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
თანი []? T' t' T t Ҭ ҭ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ინი [ɪ]? I i I i И и Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
კანი []? K k K' k' К к Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ლასი [l]? L l L l Л л Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
მანი [m]? M m M m М м Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ნარი [n]? N n N n Н н Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ონი [ɔ]? O o O o О о Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
პარი []? P p P' p' П п Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ჟანი [ʒ]? Ž ž Zh zh Ж ж Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
რაე [r]? R r R r Р р Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
სანი [s]? S s S s С с Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ტარი []? T t T' t' Т т Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ვიე [w]? Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
უნი [u]? U u U u У у Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ფარი []? P' p' P p Ҧ ҧ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ქანი []? K' k' K k Қ қ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ღანი [ʁ]? Ḡ ḡ Gh gh Ҕ ҕ (Г' г') Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ყარი []? Q q Q' q' Ҟ ҟ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
შინი [ʃ]? Š š Sh sh Ш ш Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ჩინი [t͡ʃ]? Č' č' Ch ch Ч ч Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ცანი [t͡s]? C' c' Ts ts Ц ц Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ძილი [d͡z]? J j Dz dz дз Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
წილი [t͡sʼ]? C c Ts' ts' Ҵ ҵ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ჭარი [t͡ʃʼ]? Č č Ch' ch' Ҷ ҷ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ხანი [χ]? X x Kh kh Х х Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ჴარ [q]? Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ჯანი [d͡ʒ]? J̌ ǰ J j Џ џ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 
ჰაე [h]? H h H h Ҳ ҳ Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы  Грузин Яҙыуы 


Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Грузин яҙыуы Ҡалып:Яҙмалар

Tags:

Грузин Яҙыуы Тарихи очеркГрузин Яҙыуы Грузин алфавитыГрузин Яҙыуы Шулай уҡ ҡарағыҙГрузин Яҙыуы ИҫкәрмәләрГрузин Яҙыуы ҺылтанмаларГрузин Яҙыуы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Көньяҡ ОсетияОттаваДегәнәкТәбиғәтБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыДзюдоХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЮлыев Батыргәрәй Ғәбделмөхәмәт улыИнәлек еңсәһеҠытай Халыҡ РеспубликаһыСәнжар әл-БашҡордиАлмаш (һүҙ төркөмө)Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыҠоштарАнимеСәфәров Марс Ғиләж улыСалауат ЮлаевҺарытау өлкәһеӨфө дәүләт нефть техник университетыҠылысЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыҺүҙбәйләнешМиус-фронтВоронеж өлкәһеНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыШаршы күкенеМәтрүшкә1994 йылБереговой Георгий ТимофеевичВладивостокМусин Ноғман Сөләймән улы21 апрельНаполеон I7 февральISO 4217G20Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улыҠош туйыДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыФеминизмҠылым замандарыISO 3166-1Арыҫлан петроглифтарыЭпитетШахматҒаиләДжакартаБалдыбаев Сәғит Вәлит улыАсыҡ контентҺиндостанБөйөк Ватан һуғышыМиәкә районыБутово полигоныАндрон мәҙәниәтеУсманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы🡆 More