Гречишников Владимир Фёдорович

Гречишников Владимир Фёдорович (1917—1958) — СССР инженер-конструкторы, техник фәндәр кандидаты.

Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты.

Гречишников Владимир Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Гречишников Владимир Фёдорович СССР
Тыуған көнө 27 июнь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 август 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (41 йәш)
Вафат булған урыны Снежинск[d], Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Снежинск[d]
Уҡыу йорто Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин премияһы

Двигателдәрҙең айырым узелдарын һәм яңы моторҙарын эшләй, уларҙы конструктив һәм технологик камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерә. Атом һәм водород бомбаһының тәүге өлгөләрен эшләүҙә ҡатнаша. Уның фәнни һәм техник идеялары ядро зарядтарының конструкцияларын төҙөүҙә һәм ракета комплекстарының хәрби блоктарында урынлаштырыуҙа киң ҡулланыла.

Биографияһы

Владимир Федорович Гречишников 1917 йылдың 27 июнендә Өфөлә, Рәсәй империяһы (хәҙер Башҡортостан, Рәсәй) тыуа.

Белеме

Өфөлә уҡый. Ул 8-се класта уҡығанда атаһы ауырып китә һәм инвалидлыҡ буйынса пенсияға сыға. Ғаиләнең матди хәле насарая һәм Гречишников рабфакҡа уҡырға инергә мәжбүр була. Эштән айырылмайынса бер йыл эсендә ул 9-сы һәм 10-сы класты тамамлай.

1934 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһына «Эске яныулы двигателдәр» факультетына уҡырға инә. 1939 йылда уны отличие менән тамамлай һәм П. И. Баранов исемендәге Үҙәк авиация моторҙар төҙөү институтына ебәрелә.

Эшмәкәрлеге

1939—1940 йылдарҙа Үҙәк авимоторҙар төҙөү институтында (Мәскәү) эшләй: инженер-конструктор, өлкән инженер, төркөм етәксеһе урынбаҫары.

1940—1941 йылдар — Киров заводында (Ленинград): конструкторҙар бригадаһы етәксеһе.

1941—1947 йылдарҙа — 76 -сы заводта (Свердловск): эштәр тәжрибәһе буйынса баш конструктор урынбаҫары.

1947—1955 йылдарҙа — Арзамас-16 ҡалаһында (Новгород өлкәһенең Саров ҡалаһы).

1955 йылдан алып — Рәсәй федераль ядро үҙәгенең Бөтә Рәсәй техник физика фәнни-тикшеренеү институтында баш конструктор урынбаҫары (Силәбе г-70, Снежинск).

1958 йылдың 15 авгусында Силәбе өлкәһенең Снежинск ҡалаһында кинәт вафат була. Снежинск ҡалаһы зыяратында ерләнә.

Бүләктәре

Хәтер

Гречишников Владимир Фёдорович 
Снежинск ҡалаһында В. Ф. Гречишников исеме менән аталған урамда уға мемориаль таҡтаташ.
  • Гречишников исеме Снежинск ҡалаһының хеҙмәт даны китабына индерелгән. (1962).
  • Уның исемен Снежинск урамдарының береһе йөрөтә
  • Снежинскта ҡала зыяратында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А. Гречишников Владимир Фёдорович // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 111—112. — ISBN 5-9515-0005-2.

Һылтанмалар

Гречишников Владимир Фёдорович. «Герои страны» сайты.

Tags:

Гречишников Владимир Фёдорович БиографияһыГречишников Владимир Фёдорович Бүләктәре[2]Гречишников Владимир Фёдорович ХәтерГречишников Владимир Фёдорович ИҫкәрмәләрГречишников Владимир Фёдорович ӘҙәбиәтГречишников Владимир Фёдорович ҺылтанмаларГречишников Владимир Фёдорович19171958Ленин премияһыСоциалистик Хеҙмәт Геройы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҺабантуйБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреИсем (һүҙ төркөмө)Һарытау өлкәһеКорея РеспубликаһыБашҡортостан ҡоштарыКилешЭпитетЙәйге ваҡытТалха ҒиниәтуллинБөтә Донъя СелтәреЕте ҡыҙ (йыр)Әлибаев Сафуан Әфтәх улыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЯнғантау (тау)ЭквадорХимияПознер Владимир ВладимировичКубаМартин Лютер КингНемец телеШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыҠаҙағстанМетаболизмБеренсе донъя һуғышыАрхеологияСабитов Нариман Ғиләжетдин улыБельгияКинйә АрыҫлановМария Склодовская-КюриМәтрүшкәБашҡорт алфавитыБиблияСван башняһыЮнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһыҠымыҙАрыҫлан петроглифтарыХәбиров Фәрит Барый улыӨфө губернаһыБашҡортостандың ете мөғжизәһеБөйөк БританияИранISO 4217Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙыВикиҠәбиләБашҡорт теленең диалекттарыБөтһөн империализм һуғышыДоһаГамелан🡆 More