һайланған Мәҡәләләр

Һайланған мәҡәлә — был проект бүлегенә иң яҡшы тип иҫәпләнгән һәм билдәле сифат талаптарына тура килгән мәҡәлә индерелә.

Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау

Сифатлы мәҡәләләр · Яҡшы мәҡәләләр · Һайланған мәҡәләләр · Һайланған исемлектәр һәм порталдар

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ҺМ
һайланған Мәҡәләләр Һайланған мәҡәләләр һайланған Мәҡәләләр Яҡшы мәҡәләләр һайланған Мәҡәләләр Сифатлы мәҡәләләр һайланған Мәҡәләләр Исемлектәр һәм порталдар

Был биткә ҡуйыр алдынан, мәҡәлә Кандидаттар битендә дөрөҫлөк, битарафлыҡ, тулылыҡ, яҙыу алымдары буйынса тикшереү үтә.

Һайланған мәҡәлә өҫкө уң яҡ битендә алтын йондоҙ (һайланған Мәҡәләләр) менән билдәләнә.

Хәҙер Башҡорт Википедияһында 121 һайланған мәҡәлә (яңыртырға).

Һайлау: Талаптар • Кандидаттар (11) • Статусын үҙгәртергә (1)

Календарь

Яңыраҡ һайланған мәҡәләләр

һайланған Мәҡәләләр

Низами Гәнжәүи (1141 йылдар тирәһе, Ғәнжә, Илдегизеттәр дәүләте (беҙҙең быуатта — хәҙерге Әзербайжандағы ҡала) — яҡынса 1209 йылда, (шунда уҡ)) — фарсы шиғриәтенең классигы, урта быуаттар Көнсығышының (макрорегион) иң бөйөк шағирҙарының береһе. Фарсы эпик әҙәбиәтенең арҙаҡлы шағир-романтигы. Фарсы эпик шиғриәтенә аралашыу теле һәм реалистик стилде индереүсе.

Ғәҙәти халыҡ ауыҙ-тел ижады һәм яҙма-тарихи хроникаларҙағы темаларын ҡулланып, Низами үҙенең поэмалары аша Оло Ирандағы исламға ҡәҙәре һәм хәҙерге ислам осорҙарын берләштерә.

Низамиҙың героик-романтик шиғриәте быуаттар дауамында бар фарсы телле халыҡты һәм уға эйәрергә теләгән йәш шағирҙар, яҙыусылар һәм драматургтарға оҙаҡ йылдар Персияның үҙендә генә түгел, бар тирә-яҡ биләмәләрҙә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ күрше Әзербайжан, Әрмәнстан, Афғанстан, Грузия, Һиндостан, Иран, Пакистан, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан мәҙәниәте лә бынан ситтә ҡалмай.

Уның ижады бөйөк шағирҙар: Хафиз Ширази, Йәләлетдин Руми һәм Саади ижадтарына ла йоғонто яһай. Уның биш мәснәүиһе («Хәмсә» күләмле поэмаһы) төрлө белем өлкәләренән алынған темаларҙы сағылдыра һәм дан ҡаҙана. Поэмаларҙың геройҙары — Хосров һәм Ширин, Ләйлә һәм Мәжнүн, Искәндәр — бөгөнгө көндә лә барлыҡ ислам донъяһында ла, башҡа илдәрҙә лә билдәле.

1991 йыл, тыуыуына 850 йыл тулыу уңайынан, ЮНЕСКО тарафынан Низами йылы тип иғлан ителә.

↪ дауамы…

һайланған Мәҡәләләр

Ҡумыҙ — бик боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе.

Ҡумыҙ — уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан, ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡатынан, тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була. Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар. Уйнағанда уны, һул ҡулы менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауыш сыға. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була.

Ҡумыҙҙың нимәнән эшләнеүенә һәм тауышы нисек сығыуына ҡарап төрҙәргә бүләләр:

  • ҡыл-ҡумыҙ — ҡыллы ҡумыҙ, вертикаль скрипканың бер төрө;
  • ағас ҡумыҙ — ағастан эшләнгән ҡумыҙ;
  • тимер ҡумыҙ — тимерҙән эшләнгән ҡумыҙ;
  • йәйә (янҡыл) ҡумыҙ — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында уҡтан атҡанда йәйәнең сығарған тауышына оҡшатып ҡушылған.

Рәсәй территорияһында ҡумыҙға оҡшаған, шулай уҡ уйналған музыка ҡоралын «варган» тип атайҙар. 1789 йылғы Рәсәй фәндәр академияһы һүҙлегендә «варган» һүҙенә «ябай музыкаль ҡорал… зубанка» тигән аңлатма бирелә. Ҡумыҙҙың тауышы ул эшләнгән тимерҙең ауырлығынан, киңлегенән тора. Шулай уҡ башҡарыусының уйнаған саҡта бармаҡтары, тыны, теле, ирене актив эшләргә тейеш. Башҡорттарҙың уйнауында үҙҙәренең сере бар тип иҫәпләй ғалимдар. Улар ҡумыҙҙы тотҡан ҡулын резонатор кеүек тә ҡулланалар, шуға күрә тауыш моңлораҡ сыға.

↪ дауамы…


һайланған Мәҡәләләр

Белград (сер. Бео́град, Beograd) — Сербияның баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаларының береһе.

Халҡының һаны — 1,2 миллион. 1403—1428 йылдарҙа һәм 1815 йылдан Белград Сербияның, 1918—2003 йылдарҙа — Югославияның, 2003 йылдан 2006 йылға тиклем Сербия һәм Черногорияның баш ҡалаһы була. Белград иҡтисад, сәнәғәт һәм мәҙәниәт буйынса иң эре үҙәк. Ҡала Сербияның үҙәк өлөшөндә, Сава йылғаһының Дунайға ҡойған ерендә урынлашҡан. Белград округының майҙаны 3227 км² тәшкил итә. Ҡаланан көнбайышҡа табан Никола Тесла аэропорты урынлашҡан.

Белград ил составында үҙенсәлекле административ статусҡа эйә һәм биш статистик төбәктең береһе. Сербия баш ҡалаһының территорияһы 17 муниципалитетҡа бүленгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙидаралыҡ органына эйә. Белградтың майҙаны илдең дөйөм майҙанының 3,6 процентын, ә уның халҡы Сербия халҡының 22,5 процентын тәшкил итә. Ҡала бик күп титулдарға лайыҡ һәм «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» исемле номинацияла билдәләнгән.

↪ дауамы…

һайланған Мәҡәләләр

Ҡондорса буйындағы яу — 1391 йылдың 18 июнендә Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында Ҡондорса йылғаһы буйында үткән ҙур бәрелеш. Ул Туҡтамыш хандың тулыһынса ҡыйратылыуы менән тамамлана. Был алыш башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә бара һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтерә.

Был оло яу һөҙөмтәҙендә Алтын Урҙа йөҙ меңгә яҡын кешеһен юғалта. Әлбиттә, Тимерҙең юғалтыуҙары ла ҡәҙимге була. Аҡһаҡ Тимерҙең юғалтыуҙары шулай уҡ йөҙ меңгә барып етә, тип иҫәпләй. 26 көн йыһингирҙең яугирҙары еңеүен билдәләй, ваҡытын бөткөһөҙ мәжлестәрҙә үткәрә. Еңеүселәр Волга буйы халҡын талауға керешә. Отрядтар бар тарафтарҙан аттар, дөйәләр, һыйыр, һарыҡ көтөүҙәрен ҡыуып килтерә, ауылдарҙан ҡыҙ-егеттәрҙе ҡоллоҡҡа йыя.

↪ дауамы…

География
География

География

Оло Барьерлы риф
Оло Барьерлы риф

Дәүләттәр һәм территориялар: Израиль дәүләте • Иран • Ҡытай Халыҡ Республикаһы • Мысыр • Япония
Тораҡ пункттар: Белград • Берлин • Нанкин • Париж • Рим • Токио • Шэньчжэнь
Һыу ятҡылыҡтары һәм йылғалар: Байкал
Башҡалар: Оло Барьерлы риф • Эль-Ниньо

История
История

Тарих

Аҡһаҡ Тимерҙең 1391 йылғы яуы
Аҡһаҡ Тимерҙең 1391 йылғы яуы

Боронғо донъя: Антиклыҡ • Батшалар үҙәне • Рим империяһы • Хаммурапи ҡанундары
Урта быуаттар: Батша пушка • Йөҙ йыллыҡ һуғыш • Ҡытай-ҡала • Яңырыу
Яңы тарих: 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы • Мэйдзи реставрацияһы
Иң яңы тарих: Афған һуғышы • Беренсе донъя һуғышы • Бөйөк депрессия • Иран-Ираҡ һуғышы • Ҡытайҙағы мәҙәни инҡилап
Икенсе донъя һуғышы: Еңеү көнө • Холокост
Илдәр, территориялар тарихы һәм тарихи дәүләттәр: Византия империяһы • Ғосман империяһы • Ираҡ тарихы • Сәфәүиҙәр • Әрмәнстан тарихы
Башҡортостан тарихы: Башҡорт милли хəрəкəте • Башҡортостандағы аслыҡ (1921—1922) • Ҡондорса буйындағы яу

Мәҙәниәт һәм йәмғиәт
Мәҙәниәт һәм йәмғиәт

Мәҙәниәт һәм йәмғиәт

Мәҙәниәт:

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эмблемаһы
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эмблемаһы

Социаль фәндәр һәм сәйәсәт: БМО-ның Халыҡ-ара суды • Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе • Глобалләшеү • Кеше хоҡуҡтары • Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһе • Марксизм • Милләтселек
Нумизматика һәм бонистика:
Башҡалар: Матурлыҡ • Татарстан башҡорттары

Дин
Дин

Дин

Донъя диндәре: Йәһүдилек

Сәнғәт
Сәнғәт

Сәнғәт

Ҡумыҙ
Ҡумыҙ

Архитектура: Архитектура
Һынлы сәнғәт:
Музыка: Музыка • Ҡумыҙ • Скрипка
Кинематограф:
Театр:
Әҙәбиәт: Ете гүзәл (Низами)

һайланған Мәҡәләләр

Иҡтисад һәм финанстар

Ҡул тирмәне менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы
Ҡул тирмәне менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы

Ауыл хужалығы • Башҡортостанда игенселек • Иена • Microsoft

Фән
Фән

Фән

Астрономия: Астероидтар билбауы • Ҙур шартлау • Ҡара упҡын • Энцелад (юлдаш)

Бүре
Бүре

Биология: Ит

Тел ғилеме: Рун яҙмаһы • Тәржемә

Башҡорт теленең Рәсәй империяһында таралышы
Башҡорт теленең Рәсәй империяһында таралышы

Математика: Евклидтың параллеллек аксиомаһы • Симметрия
Медицина: Альцгеймер ауырыуы • Медицина • Миокард инфаркты
Физика: Дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы

Техника
Техника

Техника

Компьютерҙар, электроника һәм информацион технологиялар: Интернет

Шәхестәр
Шәхестәр

Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әбделҡадир Инан, Ғәлимйән Таған. Будапешт, 1925 йыл.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әбделҡадир Инан, Ғәлимйән Таған. Будапешт, 1925 йыл.

Дәүләт, сәйәси һәм хәрби эшмәкәрҙәр: Адольф Гитлер • Аттила • Ашока • Блюхер Василий Константинович • Джордж Вашингтон • Ким Ир Сен • Колчак Александр Васильевич • Манатов Шәриф Әхмәтйән улы • Салауат Юлаев • Таған Ғәлимйән Ғирфан улы • Уго Чавес • Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы • Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы • Эрих Хонеккер • Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Сәнғәт эшмәкәрҙәре: Сальвадор Дали
Монархтар, хакимдар, идара итеүсе нәҫел вәкилдәре: Нәдир шаһ • Сөләймән I • Сыңғыҙхан • Хатшепсут

Сөләймән I
Сөләймән I

Музыканттар һәм композиторҙар: Антонио Сальери
Яҙыусылар: Герман Гессе • Йоһанн Вольфганг фон Гёте • Низами Гәнжәүи • Пастернак Борис Леонидович • Толстой Лев Николаевич • Эдгар По • Әхиәр Хәким
Дин әһелдәре: Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы • Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы
Спортсылар: Каспаров Гарри Кимович • Мөхәммәт Али • Харламов Валерий Борисович
Ғалимдар: Зигмунд Фрейд • Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы • Рене Декарт • Ризаитдин Фәхретдинов • Әбделҡадир Инан
Философтар һәм теологтар: Иммануил Кант
Башҡалар: Сәба батшабикәһе

Авторҙары
Авторҙары

Авторҙары

Tags:

Википедия:Сифатлы мәҡәләләрВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрВикипедия:Һайланған исемлектәр һәм порталдар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ФәләстинБәрәңгеҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүHTMLСарасвати Дэви11 февральҒарипов Рәми Йәғәфәр улыГәрәев Муса Ғайса улыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыИндонезияАдольф ГитлерҠылымКапитализмБелешмәҒөмбәйЕр7 сентябрь15 ноябрьСәскәСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Ҡушма һөйләмӨТажикстанҒәбитов Наил Исмәғил улы2018 йылИнтернет14 июльКоролёв Сергей ПавловичРәсәйҙә Граждандар һуғышыЛимонШиғриәтҠумыҙБашҡорт теленең фонологияһыБаш битДилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улыСәнәғәт инҡилабыИталияСовет Социалистик Республикалар СоюзыҒосман империяһыҮҙем һәм халҡым1858 йылВеринг йәһүд зыяратыТехникаБайрамУмартасылыҡРәшит НиғмәтиӘрмәнстанФранцияРун яҙмаһыСССР10 сентябрь3 августМайкл КейнАстероид5 сентябрьБашҡорттар8 март🡆 More