Велинград (болг.
Велинград) — Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала. Велинград общинаһының административ үҙәге. Ҡала ҙурлығы буйынса өлкәлә икенсе урынды биләй. Халҡы — ошо ысын адресы буйынса 24 518 кеше (15.03.2016).Туғандаш ҡалаһы — Беларусь Республикаһының Свислочь ҡалаһы.
Велинград | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 28 ғинуар 1948 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Лъджене |
Кем хөрмәтенә аталған | Вела Пеева[d] |
Дәүләт | Болгария |
Административ үҙәге | Велинград[d] |
Административ-территориаль берәмек | Велинград[d] |
Сәғәт бүлкәте | DAZD[d], UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 24 087 кеше (15 март 2024), 25 283 кеше (15 март 2024) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 777 метр |
Нимә менән тоташа | Узкоколейная железная дорога Септември — Добриниште[d] |
Майҙан | 124,955 км² |
Почта индексы | 4600 |
Рәсми сайт | m.velingrad.bg |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Велинграда[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Velingrad[d] |
Велинград Викимилектә |
Велинград ҡалаһы Пазарджик өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә, Чепин соҡоронда (Родопы Көнбайыш Родопы) урынлашҡан. Майҙаны − 124,955 квадрат километр.
1948 йылда Каменица, Чепино һәм Лыджене (болг.: Лъджен) ауылдары ҡушылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән, 1944 йылда коммунист, партизан Вела Пеева һәләк булғас, уның исеме менән аталған.
Климаты — альп климаты. Ҡыҫҡа, сағыштырмаса, һалҡын йәй, йомшаҡ оҙон ҡыш. Йыл әйләнәһенә 150 көн ҡар япмаһы ята. Йыллыҡ уртаса температура — 9 ° с. Уртаса һауа дымлылығы — 75 процент. Атмосфера баҫымы — 693 мм.
Һыу ресурстары мул: күлдәр, йылғалар, шишмәләр күп. Термоконстантлы Клептуза[bg] уникаль карст күле бар. Клептуза карст сығанағы секундына 600—1200 литр һыу сығара. Уның янында ике яһалма күл, улар янында пляж һәм ял итеү зоналары булдырылған.
Велинград курорт-ҡала, Болгарияның бальнеологик үҙәге — Балҡан ярымутрауының СПА баш ҡалаһы. Шифаханалар, реабилитация үҙәктәре, ҡунаҡхана, СПА бар. Флораһы һәм фаунаһы бик бай. Ял итеү үҙәге һәм ҡунаҡхана әүҙем төҙөлә. Инфраструктураһы үҫешкән. Ҡала эргәһендә генә Юндола саңғы курорты бар.
|
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Велинград, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.