Баскетбол

Баскетбо́л (ингл. basket «кәрзинә» + ball «туп») —ҡаршы яҡтың кәрзиненә (ҡулсаһына) ҡул менән туп ташлауға ҡоролған спорт уйыны.

Баскетболда бишәр уйынсынан торған ике команда ҡатнаша, һәр командала уйынсыларҙың дөйөм һаны 12, уйын дауамында уларҙың алмашыныуы сикләнмәй. Һәр команданың маҡсаты — ҡаршы яҡ дәғәүәсеһенең селтәрле ҡулсаһына (кәрзиненә) туп ташлап индереү һәм икенсе командаға тупты алып үҙ кәрзиненә ташлауға ҡамасаулау. Ҡулса ерҙән (паркеттан) 3,05 метр (10 фут) бейеклектә ҡуйыла. Яҡын һәм урта алыҫлыҡтан ташланып кәрзингә индерелгән туп өсөн ике, ә йыраҡ дистанциянан (өс мәрәй һыҙаты аръяғынан) — индерелгәне өсөн өс мәрәй бирелә; штраф ырғытыу бер мәрәй килтерә. Баскетбол майҙансығының стандарт ҙурлығы — оҙонлоҡҡа 28 һәм киңлеккә — 15 метр. Баскетбол — донъялағы иң популяр спорт төрҙәренең береһе.

Баскетбол
Нигеҙләү датаһы декабрь 1891
Рәсем
Ҡушамат bàsquet
Ҡыҫҡаса атамаһы basket
Квалифицирован для мужской баскетбол[d] һәм ҡатын-ҡыҙҙар баскетболы[d]
Етәксе орган Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы
Ил Баскетбол Америка Ҡушма Штаттары
Оҙайлылыҡ 56 Минут, 40 Минут, 32 ± 1 Минут һәм 12 Минут
Максимальное число игроков 5
Асыусы йәки уйлап табыусы Джеймс Нейсмит[d]
Асыу датаһы декабрь 1891
Һештег basketball
Пиктограмма
Баскетбол Баскетбол Викимилектә
Баскетбол
Баскетбол майҙансығы
Баскетбол
Майкл Джордан слэм-данк яһай

1936 йылғы Йәйге Олимпия уйындарынан башлап баскетбол Олимпия уйындары программаһына инә, уны уйлап сығарған Джеймс Нейсмит әйтелгән сараға ҡунаҡ итеп саҡырыла. Баскетбол буйынса даими донъя чемпионаттары ир-егеттәр араһында 1950, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында — 1953 йылдан үткәрелә, Европа чемпионаттары иһә 1935 йылдан ойошторолоп килә.

Европала шулай уҡ баскетбол буйынса халыҡ-ара клуб ярыштары ла үтә: Евролига, Баскетбол буйынса Европа кубогы], ФИБА-ның Саҡырыу кубогы

Был спорт уйыны Америка Ҡушма Штаттарында бигерәк тә ныҡ үҫеш алған: бындағы Милли баскетбол ассоциацияһы чемпионаты бына инде 50 йылдан күберәк ваҡыт арауығында донъялағы иң көслө милли клуб турниры булып һанала. Баскетбол Литвала милли спорт төрө исемлегенә индерелгән.

Тарихы

Килеп сығыуы

АҠШ-тың Массачусетс штаты Спрингфилд ҡалаһындағы Йәштәр христиан ассоцияцияһы колледжы уҡыусылары физкультура дәрестәрендә башлыса ул заманда йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуҙың берҙән-бер сараһы булып һаналған гимнастика менән шөғөлләнгән. Ошо әллә ни ҡыҙыҡлы булмаған шөғөл, әлбиттә, нисектер төрлөләндереүҙе талап иткән.

Баскетбол 
Баскетбол тубы
Баскетбол 
Тәүге баскетбол туптарының береһе

Колледж уҡытыусыһы Джеймс Нейсмит ниһәйәт был хәлдән сығыу юлын таба: 1891 йылдың 21 декабрендә ул персиктарҙан бушаған ике кәрзинде спорт залы балконының рәшәткәләренә бәйләп ҡуя ла, дәрескә килгән 18 уҡыусыны ике командаға бүлеп, уларға яңы уйын тәҡдим итә. Уның төп мәғәнәһе ҡаршы яҡ кәрзиненә мөмкин тиклем күберәк туп ырғытыу була.

Бындай уйын тураһында ул мәктәп йылдарынан уҡ уйлап йөрөгән була, бының сәбәпсеһе — балалар мауыҡҡан боронғо «duck-on-a-rock» «Ҡаялағы өйрәк» уйыны: бәләкәй ташты ҙурыраҡ ташҡа тура тейгеҙеү.

Тиҙҙән «баскетбол» исемен алған уйын бөгөнгө спорт төрө итеп ҡабул ителгәнгә бары тик яҡынса ғына оҡшаш була. Тупты майҙансыҡ буйлап махсус алым менән йөрөтөү булмаған, уйынсылар, бер урында ғына тороп, уны бер-береһенә, артабан кәрзингә ырғытҡан. Быны улар бары тик ике ҡул менән эшләгән, туп кәрзингә төшкән осраҡта уйынсыларҙың береһе уны стенаға һөйәлгән баҫҡыс буйлап менеп алған. Доктор Нейсмиттың маҡсаты күп кенә уйынсы ҡатнаша алырлыҡ коллектив уйын табыу булғанлыҡтан, был бурысты ул бик тә уңышлы үтәгән тип әйтергә кәрәк.

1892 йылда шул уҡ Массачусетс штатындағы Нортгемптон ҡалаһы Смит-колледждың физкультура уҡытыусыһы Сенда Беренсон ҡатын-ҡыҙҙар уйнаған баскетболдың тәүге ҡағиҙәләрен тәҡдим итә.

Уйындың ныҡлап аяҡҡа баҫыуы

Баскетболдың тәүге үҫеш этаптары уның АҠШ уҡыу йорттарында— мәктәп һәм колледждарҙа таралыуы менән бәйле. XX быуат башланғансы Ҡушма Штаттарҙа ғына түгел, Канадала ла уйын сағыштырмаса тиҙ һиҙелерлек популярлыҡ яулай. Баскетболдың төп сығанағы булған Йәштәр христиан ассоциацияһы колледжы башта уйынды көйләү һәм таратыу менән әүҙем шөғөлләнә, әммә тиҫтә йылдан һуң етәкселек, был эшмәкәрлектең уҡыу йортоноң төп миссияһын тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай тигән һығымтаға килеп, яңы спорт төрөнән ситләшеү тураһынла ҡарар ҡабул итә. 1898 йылда һөнәри берләшмә — Милли баскетбол лигаһын ойоштороу буйынса тәүге ынтылыш була, әммә ул ни бары биш йыл ғына эшләй. Беренсе донъя һуғышынан һуң ҡағиҙәләр өсөн яуаплылыҡты һәм етәкселек итеүҙе ике һәүәҫкәр ойошма: Студенттар спортының милли ассоциацияһы һәм Һәүәҫкәр спорт союзы үҙ өҫтөнә ала. Ул заманда баскетболды популярлаштырыуҙа уның төп уйлап сығарыусыһы Дж. Нейсмит та әүҙемлек күрһәтә.

Баскетболдың Рәсәй империяһында таралыуы 1900 йылда ойошторолған Йәштәрҙең рухи һәм физик үҫешенә булышлыҡ итеүҙең Санкт-Петербург комитеты менән тығыҙ бәйле, ул шулай уҡ «Маяҡ» исеме менән дә билдәле.

Профессиональ баскетбол

XX быуат башында тәүге профессиональ баскетбол командалары ойоша башлай. Бер яҡтан, Ҡушма Штаттар биләмәләрендәге төрлө ҙурлыҡтағы торама пунктарҙа күп һанда (бер нисә йөҙ) ошондай командалар барлыҡҡа килһә лә, икенсе яҡтан, профессиональ уйындарҙы бер ниндәй ҙә ойоштороу булмай. Уйынсылар команда составтары араһында ирекле күсеп йөрөй, матчтар ярыштар өсөн ҡулайлашмаған урындарҙа үтә, төрлө лига һәм берләшмәләр сығып тора, бөтөп тора. Original Celtics, Нью-Йорк Ренессанс йәки Harlem Globetrotters (бөгөн дә йәшәп килә) кеүек ҡайһы бер «гастроль» командалары (ингл. barnstorming squads) ил буйлап йөрөп, йылына 200-гә яҡын матч уҙғарып өлгөрә.

1946 йылда Американың баскетбол ассоциацияһы булдырыла. Ошо йылдың 1 ноябрендә Канаданың Торонто ҡалаһында ул беренсе матч — Toronto Huskies һәм New York Knickerbockers командалары осрашыуын үткәрә. Өс уйын миҙгеленән һуң, 1949 йылда, ассоциация АҠШ-тың Милли баскетбол лигаһы менән берләшә, һәм Милли баскетбол ассоциацияһы ойошторола. Быуат уртаһына белем биреү учреждениеларында баскетбол киң таралыу ала һәм төп спорт тәрҙәренең береһенә әйләнә, һөҙөмтәлә быға ярашлы һөнәри баскетбол менән ҡыҙыҡһыныу ҙа арта. 1959 йылда тарихтағы тәүге баскетбол матчы үткән Спрингфилда Баскетбол даны залы ойошторола, унда был уйын үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән ныҡ билдәле уйынсылар, тренерҙар, судьялар һәм башҡаларҙың исеме мәңгеләштерелә. Яҡынса тиҫтә йылдан һуң, 1967-лә, тағы бер ойошма— Американың баскетбол ассоциацияһы төҙөлә, ниндәйҙер ваҡыт арауығында ул NBA менән конкурентлыҡ итә, шулай ҙа үҙаллылығын оҙаҡ һаҡлай алмай һәм туғыҙ йыл үтер-үтмәҫтән Милли баскетбол ассоциацияһы менән берләшә. Уныһы иһә хәҙерге ваҡытта донъялағы иң абруйлы һәм билдәле профессиональ баскетбол лигаларының береһе.

NBA-ла күп билдәле спортсылар уйнай. Улар иҫәбенә түбәндәгеләрҙе индерергә була:

  • Джордж Майкен
  • Боб Коузи
  • Билл Расселл
  • Уилт Чемберлен
  • Оскар Робертсон
  • Джерри Уэст
  • Кәрим Абдул-Джаббар
  • Шакил О’Нил
  • Карл Мэлоун
  • Джон Стоктон
  • Джулиус Ирвинг
  • Дирк Новицки
  • Дражен Петрович
  • Ларри Берд
  • Мэджик Джонсон
  • Майкл Джордан

Һуңғы өсәү (Берд, Джонсон һәм Джордан) йыш ҡына профессиональ баскетболдың популярлығы үҫешенә иң юғары кимәлдә булышлыҡ иткән спортсылар тип атала. 2001 йылда шулай уҡ NBA-ның кесе лигаһы —Үҫеш лигаһы ойошторола. 2012 йылда был лигала 16 команда уйнай.

Рәсәй вәкилдәренән NBA-ның иң уңышлы уйынсыһы тип Андрей Кириленконы атарға була, бөгөн ул Рәсәй баскетбол федерацияһын етәкләй. Рәсәй йыйылма командаһының үҙәк уйынсыһы Тимофей Мозгов — «Кливленд Кавальерс» командаһы составында NBA-ның чемпион йөҙөгөн яулаусы.

Халыҡ-ара баскетбол

Милли баскетбол ассоциацияларының 1932 йылда Швейцарияның баш ҡалаһы Женевала үткән беренсе халыҡ-ара конференцияһында —Халыҡ-ара һәүәҫкәр баскетбол федерацияһы ойошторола. Һигеҙ ил: Аргентина, Чехословакия, Греция, Италия, Латвия, Португалия, Румыния һәм Швейцарияның милли баскетбол комитеттары уны ойоштороусы булараҡ сығыш яһай. Федерация төҙөлгәндә, уның бары тик һәүәҫкәр баскетбол менән генә шөғөлләнәсәге күҙ уңында тотола, әммә 1989 йылда халыҡ-ара ярыштарға профессиональ баскетболсыларға ла допуск бирелгәс, ойошма атамаһынан «һәүәҫкәр» һүҙе алып ташлана. Шул уҡ ваҡытта франк телле аббревиатура булған — FIBA — үҙгәрешһеҙ ҡала.

Иң тәүге халыҡ-ара ярыш быуат башында уҡ —1904 йылда үтә; Йәйге Олимпия уйындары программаһында баскетбол 1936 йылда урын ала. Берлинда уҙған был Олимпиадала, финалда Канаданы еңеп, АҠШ йыйылма чемпион исемен яулай. Шул ваҡыттан 1972 йылға тиклем, Мюнхендәге уйындарҙағы финал матчында СССР йыйылма командаһынан еңелгәнсе, Ҡушма Штаттар спортсылары олимпиада баскетбол ярыштарында гел беренсе була. ФИБА үткәргән донъя чемпионаттарына килгәндә инде, уларҙың тәүгеһе 1950 йылда Аргентинала үтә, ә өс йылдан һуң Чилиҙа ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында беренсе донъя чемпионаты уҙғарыла. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар баскетболы Олимпия уйындары программаһына ирҙәр баскетболы менән сағыштырғанда ун Олимпиаданан һуң ғына индерелә — был 1976 йылда Канаданың Монреаль ҡалаһында үткән уйындарҙа була. Чемпион титулы өсөн унда СССР, АҠШ, Бразилия һәм Австралия ҡатын-ҡыҙ спортсылары көрәшә.

Баскетболды һәүәҫкәр һәм профессональ спортҡа бүлеүҙән, үрҙә әйтелгәнсә, ФИБА 1989 йылда баш тарта, һәм тағы ла өс йылдан һуң профессиональ баскетболсылар беренсе тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнаша. АҠШ-тың ул йылдағы йыйылма командаһы «Хыял командаһы» (ингл. Dream Team) тигән рәсми булмаған исем ала: ул был спорт төрөндә илдең өҫтөнлөклө урынын тағы ла нығыта; әммә башҡа илдәрҙә баскетбол үҫешә барған һайын ҡайһы бер командалар әкренләп лидерҙы еңә башлай. Мәҫәлән, 2002 йылғы донъя чемпионатында АҠШ-тың бары тик NBA уйынсыларынан ғына торған йыйылма командаһы, Югославия, Аргентина, Германия, Яңы Зеландия һәм Испания басккетболсыларынан ҡалышып, турнир таблицаһының алтынсы урынына төшә. 2004 йылда Афинала үткән Йәйге Олимпиадала профессиональ уйынсылары менән АҠШ командаһы тәүге еңелеүгә дусар була: төркөм этабында унан Пуэрто-Рико һәм Литва, ә ярым финалда — Аргентина командаһы өҫтөн була; шулай ҙа өсөнсө урын өсөн булған матчта Литва командаһын еңеп, бронза миҙалдарға эйә була. Быға оҡшаш хәл Японияла 2006 йылда үткән донъя чемпионатында тағы ҡабатлана: унда ла АҠШ командаһына турнир теҙмәһенең өсөнсө урыны эләгә. Артабан иһә Ҡушма Штаттар баскетболсылары 2008 йылғы Олимпиадала һәм 2010 йылда Төркиәлә булған донъя чемпионатында юғары уңыштарға өлгәшә.

Баскетболдың глобалләшеүе командалар составына ла, NBA статистикаһына ла турана-тура йоғонто яһай: мәҫәлән, ассоциация ярыштарында хәҙерге ваҡытта барлыҡ ҡитғаларҙан да командалар ҡатнаша. Дөйөм алғанда, әүҙемлектең иң юғары кимәле уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тура килә, был осорҙа NBA-ға башлыса Көнсығыш Европа илдәренән билдәле спортсылар килә.

Уйын йыһаздары

  • Баскетбол майҙансығы
  • Баскетбол тубы

Ҡағиҙәләр

Баскетбол 
ФИБА ҡағиҙәләре буйынса щит һәм кәрзин дәүмәлдәре
Баскетбол 
ФИБА-ның 2010 йылғы ҡағиҙәләре буйынса майҙансыҡ дәүмәле

Баскетболдың Джеймс Нейсмит төҙөгән тәүге ҡағиҙәләре ни бары 13 пункттан торған була. Ваҡыт үтеү менән уйын үҙгәрә барғанлыҡтан, уның ҡағиҙәләре лә үҙгәреш талап иткән. Басетболдың беренсе халыҡ-ара ҡағиҙәләре 1932 йылда ФИБА-ның 1-се конгресында ҡабул ителә, артабан улар күп тапҡырҙар үҙгәртелә һәм төҙәтелә, һуңғы ҙур ғына үҙгәртеүҙәр 1998 һәм 2004 йылдарҙа индерелә. 2004 йылдан уйын ҡағиҙәләре үҙгәрешһеҙ ҡалып килә. НБА ҡағиҙәләре ФИБА үткәргән ярыштарҙан (донъя чемпионаттары, Олимпия уйындары, ҡитғалар чемпионаттары, Европа клубтарының халыҡ-ара һәм милли беренселектәре) бер ни тиклем айырыла.

Баскетбол ғәҙәттә унар уйынсынан торған ике команда менән уйнала, майҙанда бер ваҡытта һәр яҡтан бишәр спортсы була. Һәр команданың маҡсаты — ҡаршы яҡ кәрзиненә туп индереү һәм икенсе командаға тупты эләктереп алыуға һәм үҙ кәрзиненә ташлауға ҡамасаулау.

Туп баскетболда бары тик ҡул менән генә уйнала. Тупты иҙәнгә һуғып алмай уның менән йүгереү, уға аңлы рәүештә аяҡ менән тибеү йә ҡул менән һуғыу, аяҡтың ҡайһы өлөшө менән булһа ла тупты тотҡарлау ҡағиҙәне боҙоу була. Тупҡа аяҡ менән осраҡлы тейеү ҡағиҙә боҙоу итеп ҡаралмай.

Уйын ваҡыты бөтөүгә күберәк мәрәй йыйған команда еңеүсе була. Матчтың төп ваҡыты тигеҙ иҫәп менән тамамланған осраҡта ғәҙәттә биш минутлыҡ өҫтәлмә ваҡыт (овертайм) үткәрелә, әгәр ҙә ул да тигеҙ иҫәп менән бөтһә, икенсе, өсөнсө… (еңеүсе асыҡланғансы) обертайм була.

Туптың ҡулсаға бер төшөүе өсөн төрлө мәрәй бирелә:

  • 1 мәрәй — штраф ырғытыу.
  • 2 мәрәй — яҡын һәм урта алыҫлыҡтан (өс мәрәй һыҙатына тиклем) ташланып кәрзингә индерелгән туп өсөн.
  • 3 мәрәй — йыраҡ дистанциянан (6 метр 75 см (Милли баскетбол ассоциацияһында 7 метр 24 см) алыҫлыҡта булған өс мәрәй һыҙаты аръяғынан) ташланып кәрзингә индерелгән туп өсөн. (Өс мәрәйле туп ФИБА-ның рәсми ҡағиҙәләренә 1984 йылда индерелә)

Майҙансыҡтың үҙәк түңәрәгендә ниндәйҙер бер уйынсы тарафынан дөрөҫ кире ҡағыылған бәхәсле ырғытыу менән уйын рәсми башлана. Матч һәр береһе 10 минут (Милли баскетбол ассоциацияһында 12-шәр минут) дауам иткән һәм ике минутлыҡ тәнәфестәре булған дүрт өлөштән тора. Икенсе һәм өсөнсө өлөш араһындағы тәнәфес — ун биш минут, был оҙон тәнәфестән һуң командалар кәрзиндәр менән алмаша. Баскетбол асыҡ һауалағы майҙанда һәм түшәменә тиклем 7 метрҙан кәм булмаған залда уйнала. Майҙансыҡ ҙурлығы— 28×15 м. Щит ҙурлығы 180×105 см, уның аҫҡы ҡырыйынан иҙәнгә йә ергә тиклем 290 см булырға тейеш. Кәрзин төпһөҙ селтәр менән уратылған тимер ҡулсанан ғибрәт. Ул щиттың аҫҡы ҡырыйынан 0,15 м һәм иҙән кимәленән 3,05 м бейеклеккә ҡуйыла. FIBA стандарттары ир-егеттәр ярыштары өсөн баскетбол тубының түңәрәк әйләнәһе оҙонлоғон 74,9—78 см, ауырлығын 567—650 грамм итеп билдәләй, был дәүмәлдәр ҡатын-ҡыҙҙар ярыштары өсөн иһә 72,4—73,7 см һәм 510—567 грамм тәшкил итә.

Ҡағиҙә боҙоуҙар

  • аут — туптың уйын майҙансығынан ситкә сығыуы;
  • йүгереү — туплы уйынсының ҡағиҙәләр билдәләгән сикләүҙән күберәк аяҡтары менән хәрәкәт яһауы
  • тупты дөрөҫ йөрөтмәү, шул иҫәптән уны күтәреп үтеү һәм тупты ҡулға алғандан һуң уны тағы алып китеү;
  • ҡулдағы туп менән урындан һикереү;
  • 3 секунд ҡағиҙәһе — командаһының һөжүм итеү зонаһында туп менән булған ваҡытта һөжүмсенең ҡулса аҫтындағы тура мөйөшлө зонала өс секундтан күберәк тороуы;
  • 5 секунд — тупты ташларға әҙерләнгән уйынсы уны биш секунд дауамында тота ;
  • тығыҙ ҡурсаланған уйынсы — ҡулдарында туп булған уйынсы, үҙенән 1 метр алыҫлыҡта ҡаршы команданың әүҙем һаҡ торошондағы уйынсыһы булғанлыҡтан, 5 минут арауығында тупты артабан алып китмәй, бер кемгә лә бирмәй һәм ҡулсаға ла ташламай.
  • 8 секунд — тыл зонаһында туп тотҡан команда уны һигеҙ секунд эсендә алғы зонаға алып сыҡмай;
  • 24 секунд — команда тупты 24 секунд тота һәм ҡулсаға ташламай. Туп ҡулса дуғаһына тейгән осраҡта 24 секундты һанау туҡтатыла. Бынан һуң һөжүм итеүсе команда һөжүмде һайлау һәм тупты тағы ла 14 секунд тотоу хоҡуғына эйә була. Фол алған осраҡта йә һаҡланыусы команда тарафынан ҡағиҙә боҙолғанда (туптың майҙандан ситкә сығыуынан тыш), шулай уҡ уйын башҡа сәбәптән туҡтатылғанда, һөжүм итеүсе команда хоҡуҡ ала:
    • әгәр тупты ташлау бығаса тупты тотҡан команданың һаҡланыу зонаһында булһа — яңы 24 секундҡа туп менән булыу (яңы 24-секунд туп тотоу);
    • әгәр ҙә тупты тоторға 14 секунд һәм унан да күберәк ҡалһа — ваҡыт иҫәпләүҙе дауам итергә;
    • әгәр ҙә 13 секунд һәм унан дә әҙерәк ваҡыт ҡалһа — тупты тотоуға 14 секундлыҡ яңы ваҡыт Нәҡ шуның өсөн басктболды тиҙ шахмат тип атайҙар, сөнки аҙ ғына ваҡытта тупты ҡулцаға ташлау өсөн бер нисә ҡарар ҡабул итергә (бер нисә комбинация яһарға) кәрәк.
  • тупты һаҡ зонаһына ҡайтарыуҙы боҙоу (зона) — һөжүм зонаһында туп тотҡан команда уны һаҡ зонаһына күсерә.

Фолдар

Баскетбол 
Судья фолды күрһәтә

Фол — шәхси контакт йә спортҡа ҡарамаған тәртип арҡаһында ҡағиҙә боҙоу. Фол төрҙәре:

  • шәхси — ҡаршы яҡ уйынсыһы менән контакт өсөн;
  • техник;
  • ике яҡлы;
  • спортҡа ҡарамаған тәртип;
  • дисквалификацияға килтереүсе.

Матчта 5 шәхси һәм/йәки техник (НБА-ла 6) йә 2 спортивный булмаған фол алған уйынсы майҙансыҡтан сығырға тейеш, һәм ул матчта артабан ҡатнаша алмай (шул уҡ ваҡытта уға запас уйынсылар эскәмйәһендә ҡалырға рөхсәт ителә). Ике техник иҫкәртеү йә дисквалифицирующий фол алған уйынсы майҙандан сығарыла, һәм ул матч барған урынды ҡалдырырға тейеш була (уға запас уйынсылар эскәмйәһендә ҡалырға рөхсәт ителмәй). Баскетбол — спорттың контактлы төрө һәм шуға ла йәрәхәт алыу йә имгәнеү ҡурҡынысы тыуҙыра тип һанала ала, сөнки спортсыларҙың хоккей һәм футболдан айырмалы рәүештә һаҡланыу экипировкаһы бөтөнләй юҡ.

Цитата

Баскетбол  Һәр мәҙәниәттә кешеләрҙең иң ҙур бәхет шатлығынан һикереүҙәре билдәле. Һикереү — шатлыҡтың халыҡ-ара танылған сағылышы (выражение), ә баскетбол — нәҡ һикереүгә ҡоролған спорт төрө... Уйынсы бәлки бәхетле булғаны өсөн һикерәлер, әммә уның нәҡ һикергән өсөн бәхетле булыу ихтмалы күберәк. Миңә уйынсыларҙың баскетболдағы һәр нәмәгә — ҡағиҙәләргә, туптың ҙурлығына йә төҫөнә, формаға йә иһә сисенеү-кейенеү бүлмәһендәге температураға — зарланғанын ишетергә тура килде, әммә кемдең дә булһа уйында һикерергә тура килеүенә зарланғанын бер ҡасан да ишетмәнем.
Билл Расселл, НБА-ның «Бостон Селтикс» командаһының 1960-сы йылдар уйынсыһы һәм уйынсы-тренеры.
Баскетбол 

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

Баскетбол ТарихыБаскетбол Уйын йыһаздарыБаскетбол ҠағиҙәләрБаскетбол ЦитатаБаскетбол Шулай уҡ ҡарағыҙБаскетбол ҺылтанмаларБаскетбол ИҫкәрмәләрБаскетбол ӘҙәбиәтБаскетболЕрИнглиз телеСпорт

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

АлгоритмСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Әлибаев Сафуан Әфтәх улыХуго де ФризҺөйләм төрҙәреЧжэн ХэБохара әмирлегеЯпон телеФразеологик берәмектәрҠылымСолоҡЕте ҡыҙ (йыр)Һыу буйында балыҡсыЭгон ШилеПБашҡорт ВикипедияһыМеңАмерика Ҡушма ШтаттарыВоронеж өлкәһеАшшурбанипал китапханаһыӘхмәҙиев Фәрит Вафа улыБөйөк Ватан һуғышыБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыШөкөр намаҙыМөхәмәтғата МансуровДөйәТамара ҒәниеваУрал (йыр)Башҡорт милли кейемеКредит картаһыБашҡортостандың Ҡыҙыл китабыТөньяҡ-көнбайыш диалектСурағолов Рәмил Мотаһар улыМостай КәримИсмәғилев Заһир Ғариф улыАҡсаЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыЕр атмосфераһыБиохимияҺүҙ төркөмдәреОттаваХалыҡ-ара берәмектәр системаһыДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыАнимеМиәкә районыРур музыка театрыҒәрәп телеРәсәй Федерацияһының социаль картаһы«Почёт Билдәһе» орденыСәнжар әл-БашҡордиЮнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙыТамил телеБутово полигоныЭлектрон почта🡆 More