Аббревиатура

Аббревиат́уралар (итал. abbreviatura, лат. brevis — ҡыҫҡа) — һүҙҙе йә һүҙбәйләнеште ҡыҫҡартып яһалған һүҙ; һүҙбәйләнешкә ингән һүҙҙәрҙең баш хәрефтәренән йә ижектәренән тора.

Аббревиатуралар ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәргә һәм инициаль аббревиатураларға бүленә.

Ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙ — ул һүҙбәйләнештәге һүҙҙәрҙең беренсе элементтарынан (морфемаларҙан) яһалған һүҙ. Мәҫәлән, колхоз (коллективное хозяйство), теракт (террорсылыҡ акты).

Инициаль аббревиатуралар — һүҙҙәрҙең беренсе хәрефтәренән йә беренсе өндәренән хасил ителгән һүҙҙәр; хәрефле, өнлө һәм хәрефле-өнлөләргә бүленә. Мәҫәлән, РФ — Рәсәй Федерацияһы, БР — Башҡортостан Республикаһы, АҠШ — Америка Ҡушма Штаттары.

Йәнә акроним тип йөрөтөлгән осраҡтар була. Улар ҙа һүҙҙәрҙең беренсе хәрефтәренән яһала, ләкин хәрефләп уҡыла торған аббревиатураларҙан айырмалы (РФ — эРэФ, СССР — эСэСэСэР, ЮС — ЮэС), өнлө уҡылыш буйынса түгел, ә тотош уҡылыш буйынса ҡулланыла. Мәҫәлән, НАТО, ТАСС, НАСА, вуз.

Аббревиатураларға яҙыуҙа шартлы рәүештә ҡыҫҡартылған һүҙҙәр инә (мәҫәлән, һ. б. һәм башҡалар, б. э. т. — беҙҙең эраға тиклем).

Әҙәбиәт

  • Ахманова О. С. Словарь лингвистических терминов. — 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969. — 608 с.

Тышҡы һылтанмалар

Иҫкәрмәләр


Аббревиатура  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Tags:

Итальян телеЛатин теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Аҡ Дрин каньоныБәрәңгеҒөмбәйГренадаКилмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы11 июньФонетикаШафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙыҺалдатАуыл8 июньАрпаСимоньян Маргарита СимоновнаУҡытыусыВикимедиа фондыХәйбуллин Ишморат Нәзир улыЕвропа берлегеX быуатСССРАлдарҠушма һөйләмРәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһыВикиСалауат ЮлаевЭребуниНеманСтәрлебаш районыБельгияМостай КәримДәүләт Йыйылышы — ҠоролтайМонреальБашҡорт милли хәрәкәтеГәрәев Муса Ғайса улыБашҡорт ир-ат исемдәреҠумыҙЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Ғәзизов Искәндәр Хәниф улыКанадаИзраильБыуатИжекМәжит ҒафуриКапитализмНорвегияДанияМао ЦзэдунҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыГордеев Михаил ВикторовичГидрологияТөҙөлөш материалдарыИке нөктәАсыҡ контент1 декабрьИндонезия27 сентябрьБашҡортостан ҡалаларыТәһранТуйгилде ЮлаҡовФәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы1858 йылЙыланлы (утрау)Викимедиа хәрәкәтеСифатФарсы ҡултығыXII быуатБиатлон🡆 More